Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ишағыяһ 56 - Изге Яҙма


Раббының бөтә халыҡтарҙы ҡабул итеүе

1 Раббы былай ти: «Ғәҙел хөкөм, тоғро ғәмәлдәр ҡылығыҙ, Оҙаҡламай Мин ҡотолоу ебәрермен, Хаҡ булыуым тиҙҙән асыласаҡ.

2 Шулай эшләгән, яҡшы ғәмәлдәр ҡылған, Шәмбе көндәрҙе тотҡан, уны нәжесләмәгән, Һәр төрлө яуызлыҡтан тыйылған кеше ниндәй бәхетле!»

3 Раббы юлына ҡушылған сит ил кешеһе: «Раббы мине барыбер Үҙ халҡынан айырасаҡ», Алашар: «Мин бер кипкән ағасмын!» – тимәһен.

4 Сөнки Раббы былай ти: «Шәмбе көндәремде тотҡан, Мин хуш күргәндәрҙе һайлаған, Килешеүемә тоғро ҡалған алашарҙарға

5 Йортомда, диуарҙарым араһында Уллы һәм ҡыҙлы булыуға ҡарағанда ла яҡшыраҡ нәмә – Хәтирә һәм исем-ат бирермен. Ул юйылмаҫ, мәңгелек исем булыр.

6 Раббы юлына ҡушылған, Уға хеҙмәт иткән, Уның исемен яратҡан, Уның ҡолона әйләнгән сит ил кешеһен, Шәмбе көнөн тотҡан, Уны нәжесләнеүҙән һаҡлаған, Килешеүемә тоғро ҡалған һәр кемде

7 Изге тауыма алып килермен, Доға йортомда ҡыуандырырмын; Тотош яндырыу ҡорбандарын, Бөтә ҡорбандарын хуш күрермен. Минең йортом бар халыҡтар өсөн Доға ҡылыу йорто тип аталыр».

8 Һөргөндәге исраилдарҙы туплаған Раббы Хаким былай ти: «Йыйылғандары янына башҡаларын да йыйырмын».


Исраилдың һуҡыр көтөүселәре

9 Бөтә ҡырағай йәнлектәр, Урмандағы барса хайуандар, Килегеҙ ҙә ашағыҙ!

10 Исраилдың ҡарауылсылары һуҡыр, Барыһы ла белекһеҙ. Улар һәммәһе – өрә белмәгән телһеҙ эт, Яталар ҙа серемгә китәләр, Йоҡларға бик яраталар!

11 Туя белмәгән ҡомһоҙ эттәргә оҡшаш улар; Аҡылын юйған көтөүселәр: Һәр кем үҙ яғын ҡайыра, Һәр береһе үҙ файҙаһын көҫәй.

12 Бер-береһенә әйтәләр: «Килегеҙ, шарап ҡуйырмын, Туйғансы хәмер эсәйек! Иртәгәһе көн дә бөгөнгөләй үтер, Хатта бынан да яҡшыраҡ булыр!»

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan