Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ишағыяһ 54 - Изге Яҙма


Раббының Йәрүсәлимгә тоғролоғо

1 «Бала тапмаған түлһеҙ ҡатын, һөйөн! Ҡыуаныстан ҡысҡыр! Эй тулғаҡ ғазабы татымаған ҡатын, Шатлыҡтан йырла! Сөнки ташланған ҡатындың балалары Ирле ҡатындыҡынан күберәк булыр, – ти Раббы, –

2 Сатырыңды киңәйт, Торлаҡтарыңдың шаршауҙарын һуҙ; Артҡа сигенмә, кирге ептәреңде оҙонайт, Сатырыңдың ҡаҙыҡтарын нығыт.

3 Сөнки уңға ла, һулға ла йәйрәйәсәкһең. Тоҡомоң күп халыҡтарға хаким буласаҡ, Бушап ҡалған ҡалаларҙы төйәк итәсәк.

4 Ҡурҡма, оятҡа ҡалмаҫһың! Тартынма, бүтән хурлыҡ күрмәҫһең. Йәшлегеңдә мәсхәрәләнгәнде оноторһоң, Тол саҡта кисергәндәреңде иҫкә алмаҫһың!

5 Сөнки һине Бар ҡылыусы – ирең. Уның исеме – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. Һине йолоп алыусы – Исраилдың Изгеһе. Ул бөтә донъяның Аллаһы тип атала.

6 Раббы һине – ташланған, рухы һынған, Йәштән кейәүгә сығып, Һуңынан ситкә тибелгән ҡатынды саҡырған һымаҡ саҡыра.

7 Мин һине аҙға ғына ҡалдырып торҙом, Ҙур мәрхәмәт менән кире ҡабул итәм.

8 Аҙға ғына, асыулы сағымда һинән йөҙ йәшереп торҙом. Әммә мәңгелек мөхәббәт менән Рәхимлек ҡылырмын һиңә. – Шулай ти һине йолоп алыусы Раббы.

9 Был Миңә Нух заманындағы һымаҡ. Нух дәүерендәге туфандың һыуҙары Инде бер ваҡытта ла ер йөҙөн баҫмаясағы хаҡында Нисек ант иткән булһам, Шулай уҡ вәғәҙә бирәм: Башҡа Һиңә асыуланмам, битәрләмәм.

10 Тауҙар урынынан күсһә лә, Ҡалҡыулыҡтар тетрәһә лә, Һине мөхәббәтемдән айырмам. Именлек хаҡында килешеүем ҡаҡшамаҫ, – Шулай ти һиңә мәрхәмәт ҡылған Раббы.

11 Эй дауылдарҙан туҡмалған, Йыуатыу тапмаған бахыр ҡала! Бына, һинең таштарыңды фирүзә өҫтөнә ҡуям, Нигеҙеңде зәңгәр яҡуттан һалам.

12 Манараларыңды ҡыҙыл яҡуттан, Ҡапҡаларыңды гәүһәрҙән, Диуарҙарыңды аҫылташтарҙан ҡорам.

13 Бөтә балаларыңды Мин, Раббы, өйрәтәсәкмен, Улар камил бер именлек эсендә йәшәр.

14 Ғәҙеллек-хаҡлыҡта нығынырһың, Йәбер-иҙелеүҙән алыҫ торорһоң, ҡурҡмаҫһың. Хәүеф-дәһшәт татымаҫһың, ул һиңә яҡынлашмаҫ.

15 Һиңә ҡаршы ҡорал күтәрһәләр, Һин белеп тор, улар Минән түгел. Һиңә һөжүм иткән һәр кем Алдыңда ергә йығылыр.

16 Ҡара, күрек менән ҡуҙ өрҙөргән, Үҙ маҡсаты өсөн ҡорал әҙерләгән Тимерсене Мин яраттым, Юҡ итһен тип емереүсене лә Мин бар ҡылдым.

17 Һиңә ҡаршы яһалған һис бер ҡорал эшкә ашмаҫ; Хөкөмдә һиңә яла яҡҡан һәр телде Үҙең ғәйеплегә сығарырһың. Раббыға ҡол булғандарҙың өлөшө шул: Уларҙы Үҙем аҡлармын», – тип белдерә Раббы.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan