Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ишағыяһ 50 - Изге Яҙма

1 Раббы былай ти: «Мин ҡыуып ебәргән әсәгеҙҙең айырылышыу ҡағыҙы бармы әллә? Йәки Мин һеҙҙе берәйһенә бурысымды ҡайтарыр өсөн һатып ебәрҙемме? Юҡ, һеҙ гонаһтарығыҙ өсөн һатылдығыҙ, Әсәйегеҙ һеҙҙең енәйәтегеҙ арҡаһында ҡыуылды.

2 Мин килгәндә ниңә бер кем дә юҡ ине? Мин саҡырғанда ни өсөн һис кем яуап ҡайтарманы? Һеҙҙе йолоп алыр өсөн әллә ҡулым ҡыҫҡарҙымы? Ҡотҡарыр өсөн көсөм етмәйме? Минең асыуым диңгеҙ киптерә, Йылғалар сүлгә әйләнә; Һыу бөткәс, балыҡтар серей, һыуһыҙлыҡтан үлә.

3 Мин күккә ҡараңғылыҡ япмаһы ябам, Хәсрәт кейеме кейҙерәм».


Раббы ҡолоноң икенсе йыры

4 Хәлдән тайғанға һүҙем менән таяныс булһын тип, Раббы Хаким миңә аҡыл эйәләренең телен бирҙе. Мин уҡыусы һымаҡ тыңлаһын тип, Һәр иртә һайын ҡолағымды уята.

5 Раббы Хаким ҡолағымды асты, Ҡаршылашманым, артҡа сикмәнем.

6 Туҡмағандарға – арҡамды, Һаҡалымды йолҡҡандарға яңағымды ҡуйҙым; Битәрҙән һәм төкөрөктән битемде ҡапламаным.

7 Раббы Хаким ярҙам итә миңә, Шуға күрә хурлыҡ миңә ҡағылманы; Йөҙөмдө саҡматаш һымаҡ иттем, Сөнки беләм: мәсхәрәгә ҡалмам.

8 Мине хаҡҡа сығарыусы яҡыная. Кем минең менән дәғүәләшергә теләй? Күҙмә-күҙ ҡарашып баҫһын. Кем ғәйепләүсе? Яныма килһен!

9 Раббы Хакимым Үҙе миңә ярҙам итә: Кем мине ғәйеплегә сығара алыр? Улар барыһы ла кейем кеүек туҙып бөтөр, Уларҙы көйә ҡалдырмаҫ.

10 Арағыҙҙа Раббынан ҡурҡҡан, Уның ҡолоноң әйткәнен тыңлаған кем бар? Ҡараңғылыҡта йөрөгән, яҡтылыҡ күрмәгән кеше Раббының исеменә өмөт бағлаһын, Аллаһына арҡаланһын!

11 Әммә һеҙ, ут яҡҡан, Ялҡынлы уҡ менән ҡоралланған һәр кем Үҙегеҙҙең утығыҙҙың, Ҡыҙған уҡтарығыҙҙың ялҡынына юлығығыҙ. Минән аласағығыҙ шул: Ғазап эсендә ятасаҡһығыҙ!

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan