Ишағыяһ 5 - Изге ЯҙмаЙөҙөм баҡсаһы тураһында йыр 1 Йән дуҫыма уның йөҙөм баҡсаһы тураһында йырлайым әле: Ере уңдырышлы ҡалҡыулыҡта Йән дуҫымдың йөҙөм баҡсаһы бар ине. 2 Тупрағын ҡаҙып, таштарынан таҙартты, Иң һәйбәт йөҙөм ултыртты. Уртаһына ҡарауыл манараһы ҡалҡытты, Йөҙөм һыҡҡыс өсөн ташты уйҙы. Баҡсаһынан татлы емеш көттө, Әммә йөҙөм әсе емеш бирҙе. 3 Инде, эй Йәрүсәлимдә йәшәгәндәр, Йәһүҙәне төйәк иткәндәр, Минең менән баҡсам араһында хөкөмдар булығыҙ! 4 Баҡсам өсөн тағы нимә эшләмәнем? Татлы йөҙөм көттөм, ә ул ниңә әсе емеш бирҙе? 5 Ә хәҙер һеҙгә баҡсам менән нимә ҡыласағымды белдерәм: Ҡоймаһын алып ырғытам – уны бөткәнсе йыйып алһындар. Диуарын емерәм – тапап бөтөрһөндәр. 6 Уны ташландыҡ хәлгә төшөрәм: Ботаҡтарын тәрбиәләп киҫмәҫтәр, Ерен йомшартмаҫтар – Әйҙә сәнскәк менән билсән баҫһын. Болоттарға бойороҡ бирәм: Өҫтөнә ямғыр яумаһын. 7 Күк ғәскәрҙәре Раббыһының йөҙөм баҡсаһы – Исраил халҡы ул; Яратып ултыртҡан йөҙөм үҫентеләре – Йәһүҙә кешеләре! Ул ғәҙеллек көткәйне – бына ҡан ҡойош. Ул хаҡлыҡ көткәйне – һыҡтау! Исраил халҡының яуыз ғәмәлдәре 8 Өй өҫтөнә өйҙәр алғандарҙың, Баҫыуға баҫыу ҡушҡандарҙың башына ҡайғы! Инде башҡаларға урын ҡалмай бара! Әллә был илдә тик һеҙ йәшәйһегеҙме? 9 Күк ғәскәрҙәре Раббыһының һүҙҙәрен ишеттем мин: «Был ҙур, күркәм йорттар буш ҡаласаҡ, Уларҙа йәшәүсе булмаясаҡ. 10 Ун пар үгеҙ бер көн һөрә торған баҡсанан Тик бер бат шарап сығасаҡ, Сәселгән бер хомер орлоҡ Бер генә эфа уңыш бирәсәк». 11 Иртә таңдан хәмер эҙләп, Төнгә тиклем шарап эсеп, Ҡыҙмаса йөрөгәндәрҙең башына ҡайғы! 12 Уларҙың мәжлестәрендә Арфа, лира, дөңгөр, флейта тауыштары! Шарап аға йылға булып! Раббының ғәмәлдәрендә эштәре юҡ, Уның ҡылғандарын күрмәйҙәр. 13 Шуға ла халҡым, белдекһеҙлеге өсөн, Һөргөнгә олаҡтырылыр; Затлылары аслыҡтан ҡырылыр, Ябайҙары һыуһыҙлыҡтан ғазапланыр. 14 Ана, үлеләр донъяһы боғаҙ кирҙе, Ауыҙын сикһеҙ киң итеп асты: Йәрүсәлимдең арҙаҡлылары ла, ябай халҡы ла, Кәйеф-сафа һөйөүселәр ҙә – барыһы шунда олағыр. 15 Әҙәм күндәмләнер, Кеше теҙ сүгергә мәжбүр булыр, Тәкәббер күҙҙәр ергә төбәлер. 16 Ә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Ғәҙеллеге менән ҙурланыр, Мөҡәддәс Алла хаҡ хөкөмө менән Үҙенең изгелеген күрһәтер. 17 Һарыҡтар унда үҙ көтөүлегендәге һымаҡ йөрөр. Һимеҙ бәрәстәр харабалар араһында утлар. 18 Енәйәтте – ялғанлыҡ бауҙары, Гонаһты дилбәгә менән һөйрәгәндәрҙең башына ҡайғы! 19 Улар: «Тиҙерәк булһын, Эшен йәһәтерәк ғәмәлгә ашырһын, күрәйек. Исраил Изгеһенең ниәте үтәлһен, беләйек», – тиҙәр. 20 Яманды – яҡшы, яҡшыны – яман тип әйткәндәргә, Ҡараңғылыҡты – яҡтылыҡ, яҡтылыҡты – ҡараңғылыҡ тип күргәндәргә, Әсене – татлы, татлыны – әсе тип һанағандарға ҡайғы! 21 Үҙҙәрен белдекле тип иҫәпләгәндәргә, Аҡыллы һанағандарға ҡайғы! 22 Шарап һемергәндә – батыр, Хәмерҙе бутап эскәндә ғәйрәтле булғандарға ҡайғы! 23 Ундайҙар, ришүәт өсөн, яуызды хаҡлыға сығара, Хаҡлыларҙың хаҡын тартып ала! 24 Шуға күрә, ут һаламды көйрәткән, Ялҡын бесәнде ялмаған кеүек, Уларҙың тамыры серер, Сәскәләре туҙан һымаҡ осоп китер. Сөнки Күк ғәскәрҙәре Раббыһының ҡанунын кире ҡаҡты, Исраил Изгеһенең һүҙен һанға һуҡманы улар! 25 Шуға күрә Раббының асыуы Үҙ халҡына ҡаршы ялҡынланды. Ҡулын һуҙып, уларға тондорҙо! Тауҙар тетрәне, мәйеттәр тиҙәк һымаҡ Урамдарҙа аунап ятты. Әммә быларҙан ғына Раббы асыуы баҫылмаҫ, Ҡулы һаман күтәрелгән килеш ҡалыр. 26 Раббы йыраҡтағы ҡәүемдәрҙе – әләм күтәреп, Ер сигендә йәшәгәндәрҙе һыҙғырып саҡырыр; Улар бик тиҙ килеп етер. 27 Араларында арыған да, абынған да булмаҫ. Береһе бер күҙ ҙә йоммаҫ, йоҡламаҫ та. Билдәрендәге билбауҙары сиселмәҫ, Ҡаталарының ҡайышы өҙөлмәҫ. 28 Уҡтары осланған, йәйәләре кирелгән; Аттарының тояҡтары – саҡматаш, Арба тәгәрмәстәре – өйөрмәләй. 29 Уларҙың арыҫландай ырылдағаны ишетелә; Йәш арыҫландай үкерә улар, Табыштарын эләктереп, Һөйрәкләп алып китәләр – Бер кем дә ҡотҡара алмаясаҡ. 30 Ул көндө ҡоторған диңгеҙ кеүек Исраилға ажарланып ташланырҙар. Ергә баҡҡан һәр кем тик ҡараңғылыҡ һәм ҡайғы күрер. Ҡара болот яҡтылыҡты ҡаплап алыр. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia