Ишағыяһ 49 - Изге ЯҙмаРаббы ҡолоноң йыры 1 Эй диңгеҙ ярҙары, тыңлағыҙ мине! Алыҫ илдәрҙәге халыҡтар, яҡшылап ҡолаҡ һалығыҙ! Раббы мине әсәм ҡарынында сағымдан саҡырҙы, Мин тыумаҫтан алда исемем менән өндәште. 2 Телемде үткер ҡылыстай итте. Ҡулының күләгәһе менән мине ҡапланы. Ул мине, осло уҡ итеп, үҙ һаҙағында һаҡланы. 3 Ул миңә: «Һин – Минең ҡолом, Исраил, Һинең аша шөһрәт ҡаҙанырмын», – тине. 4 Ә мин: «Юҡҡа ғына тырышҡанмын, Көсөмдө бушҡа түккәнмен, – тинем. – Әммә мин Раббы хөкөмөндәмен, Әжерем – Раббы ҡулында». 5 Яҡуп нәҫелен Үҙенә кире ҡайтарыр, Исраилды Үҙ янында туплар өсөн, Раббы мине әсәм ҡарынында уҡ Үҙ ҡоло итеп яратты. Уның күҙендә шөһрәт ҡаҙандым, Аллам минең көс-ҡөҙрөтем булды. 6 Инде Ул былай ти: «Яҡуп ырыуҙарын аяҡҡа баҫтырыу, Иҫән ҡалған исраилдарҙы ҡайтарыу өсөн, Ҡолом булыуың ғына етмәгән, Ҡотҡарыуым ер йөҙөнөң Иң алыҫ төбәктәренә барып етһен тип, Һине халыҡтар өсөн яҡтылыҡ сығанағы итәсәкмен». 7 Кешеләр тарафынан хурланған, Ҡәүемдәрҙән ситкә тибәрелгән, Хакимдарҙың ҡоло булған затҡа Исраилдың Ҡотҡарыусыһы, Изге Аллаһы Раббы былай ти: «Тоғро Раббы хаҡына, Һине һайлап алған Исраилдың Изгеһе хаҡына батшалар Һине күреп аяғүрә баҫыр, Түрәләр алдыңда йөҙтүбән ергә ҡапланыр». Сион балаларының кире ҡайтыуы 8 Раббы былай ти: «Хуш күргән ваҡытымда һиңә яуап ҡайтарҙым, Ҡотҡарыу көнөндә ярҙам иттем. Илде аяҡҡа баҫтырыу, Ташландыҡ биләмәләрҙе хужаларына кире ҡайтарыу өсөн Мин һине ҡурсалармын, Һин – халҡым менән төҙөгән килешеүемдең билдәһе булырһың. 9 Тотҡондарға: „Сығығыҙ“, Ҡараңғыла ултырғандарға: „Күренегеҙ“, – тип әйтерһең. Улар юл буйы туйынып килер, Хатта яланғас ҡалҡыулыҡтарҙа утлау табыр. 10 Улар асыҡмаҫ һәм һыуһамаҫтар, Ҡояш һуҡмаҫ, эҫе ҡапмаҫ уларға. Сөнки Мәрхәмәт эйәһе юл күрһәтер, Шишмәләргә алып килер. 11 Бөтә тауҙарымды юлға әйләндерәм, Оло юлдарымды күтәртәм. 12 Бына халҡым йыраҡтарҙан, Кем төньяҡтан, кем көнбайыштан, Ҡайһыһы Синимдан килеп етер. 13 Һөйөн, эй күк; ҡыуан, эй ер йөҙө! Тауҙар гөрләшеп тантана итһен! Сөнки Раббы халҡына йыуаныс бирҙе, Ғазап сиккәндәргә мәрхәмәт ҡылды». 14 Ә Сион: «Раббы мине ташланы, Бөйөк Хакимым онотто мине!» – тине. 15 Раббы иһә: «Әсә имеҙгән сабыйын онотамы һуң? – тине. – Йөрәк түренән сыҡҡан балаһын йәлләмәйме? Хатта әсә үҙ балаһын онота ҡалһа ла, Мин һине бер ваҡытта ла онотмам. 16 Ҡара, исемеңде Үҙемдең усыма яҙҙым. Диуарҙарың һәр саҡ күҙ алдымда. 17 Уландарың ашығып һиңә килер, Ә талаусылар, емереүселәр сығып ҡасыр. 18 Башыңды күтәр, тирә-яғыңа ҡара: Барыһы йыйылып һиңә килә. Мин Раббы, барлығым менән ант итеп белдерәм: Һин уларҙы затлы биҙәүес һымаҡ тағырһың, Кәләш һымаҡ улар менән биҙәнерһең. 19 Харабаға әйләнеп, бушап ҡалғайның, Илең тотош таланғайны. Әммә, Сион, халҡың өсөн ерҙәрең тар булыр, Һине харап иткәндәр алыҫҡа ҡасыр. 20 Әле ишетерһең, әсирлектә тыуған балаларың: „Бында беҙҙең өсөн бик тар, Иркенләп йәшәргә урын бир“, – тип әйтер. 21 Шул ваҡыт эсеңдән генә: „Быларҙы минең өсөн кем тыуҙырҙы? Мин бит балаһыҙ ҡалғайным, түлһеҙ инем. Һөргөнгә ҡыуылдым, алыҫҡа быраҡтырылдым. Кем үҫтергән һуң уларҙы? Япа-яңғыҙ ҡалғайным бит, Ҡайҙан килгәндәр һуң улар?“ – тип әйтерһең». 22 Раббы Хаким былай ти: «Бына Мин ҡулымды һуҙып, ҡәүемдәргә ишара бирермен, Халыҡтарға байрағымды күтәрермен. Улар һинең улдарыңды – ҡосаҡтарында, Ҡыҙҙарыңды яурындарында килтерер. 23 Батшалар – һине аҫрауға алған ата, Батшабикәләр һөт әсәһе булыр. Баштары ергә тейерҙәй булып, алдыңда эйелерҙәр, Аяғыңдың туҙанын яларҙар. Шул саҡ Минең Раббы булғанымды аңларһың. Миңә өмөт бағлағандар оятҡа ҡалмаҫ». 24 Мәгәр көслөнөң ҡулынан яумалын, Залимдан тотҡондарҙы тартып алып буламы? 25 «Эйе, – ти Раббы. – Көслөнөң ҡулындағы тотҡондар азат ителәсәк. Залимдың ҡулынан яумалы тартып алынасаҡ. Һинең менән алышҡандар менән Мин алышырмын, Балаларыңды Мин ҡотҡарырмын! 26 Һине йәберләгәндәргә Үҙҙәренең тәнендәге итен ашатырмын. Улар шарап эскән кеүек үҙ ҡанынан иҫерер. Шул сағында бар кешеләргә лә мәғлүм булыр: Мин – Раббы, һинең Ҡотҡарыусың, Йолоп алыусың, Яҡуптың ҡөҙрәтле Аллаһы Мин». |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia