Ишағыяһ 48 - Изге ЯҙмаРаббының Исраилға яңы нәмәләр белдереүе 1 Тыңлағыҙ, эй Яҡуп йорто, Исраил исеме менән аталғандар, Йәһүҙәнең орлоғонан таралғандар! Раббы исеме менән ант итәһегеҙ, Исраил Аллаһын саҡыраһығыҙ, Әммә тоғролоҡ һәм тәҡүәлектән алыҫһығыҙ. 2 Үҙегеҙҙе изге ҡала исеме менән йөрөтәһегеҙ, Исраил Аллаһына таянаһығыҙ. Уның исеме – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы! 3 «Булып үткәндәр хаҡында Мин алдан уҡ әйтеп ҡуйған инем, Ул һүҙҙәр Минең ауыҙымдан сыҡты, Мин иғлан иттем һәм бойомға ашырҙым, Барыһын да ҡапыл эшләнем. 4 Тиҫкәре икәнеңде, муйыныңдың – тимер, Маңлайыңдың баҡыр булғанын белгәнгә күрә, 5 Быларҙы Мин һеҙгә алдан уҡ белдерә килдем, Һуңынан һин: „Быларҙы минең ботом эшләне. Ағастан яһалған, ҡойолған һындарым шулай тип бойорҙо!“ – тип Әйтмәһен өсөн, булмаҫтан элек иғлан иттем. 6 Был хаҡта һин ишеткәйнең – инде ҡара уларҙың барыһын! Инде лә бының хаҡлығын танымайһыңмы? Ошо мәлдән алып һеҙгә яңы нәмәләр, Һин белмәгән йәшерен нәмәләр хаҡында белдерәм. 7 Улар әллә ҡасан түгел, яңы ғына яралдылар, Уны һин бөгөнгәсә белмәнең, „Мин быларҙы белә инем“, – тип әйтә алмайһың. 8 Һин ишетмәнең дә, белмәнең дә. Әүәлдән ҡолағың томаланған. Мин һинең хыянатсыл икәнеңде беләм; Әсә ҡарынында саҡтан фетнәсе тип аталғанһың. 9 Исемем хаҡына асыуымды кисектерә киләм. Шөһрәтем хаҡына һиңә сабыр булдым, Юғиһә юҡ итер инем. 10 Бына һине утта иретеп таҙарттым, Ләкин көмөш кеүек түгел, Ә ғазап усағында һынаным. 11 Быны бары Үҙем өсөн, Тик Үҙем өсөн генә эшләйем, Сөнки ни өсөн исемем оятҡа ҡалырға тейеш? Шөһрәтемде һис кемгә лә бирмәм. Раббының Исраилды Бабилдан йолоп алыуы 12 Эй Яҡуп нәҫеле, Үҙем һайлап алған Исраил, тыңла Мине! Был – Мин! Мин – беренсеһе һәм дә һуңғыһымын! 13 Минең ҡулым ерҙең нигеҙҙәрен ҡорҙо, Уң ҡулым күктәрҙе киреп ҡуйҙы. Мин саҡырыуға улар бергәләп тороп баҫыр. 14 Һәммәгеҙ йыйылығыҙ, тыңлағыҙ! Боттарығыҙҙың ҡайһыһы ошоларҙы алдан әйтеп бирҙе? Раббының яратҡан кешеһе Бабилда Уның ихтыярын бойомға ашырыр, Раббының көсөн халдейҙарға ҡаршы ҡулланыр. 15 Мин, эйе, Мин әйттем, Уны Мин саҡырҙым. Мин килтерҙем, уның юлы уңышлы буласаҡ. 16 Миңә яҡынлағыҙ, быны тыңлағыҙ! Мин баштан уҡ йәшереп һөйләмәнем, Был башланғандан алып Мин унда булдым». «Инде Раббы Хаким мине һәм Үҙенең Рухын ебәрҙе». 17 Раббы, Ҡотҡарыусың, Исраилдың Изгеһе былай ти: «Мин – Раббы, һинең Аллаң, Һиңә файҙа булғанды өйрәтеүсемен, Бараһы юлыңда етәкләйем. 18 Бойороҡтарымды тыңлаһаң икән! Ул саҡта именлегегеҙ – йылға, Бәрәкәтегеҙ диңгеҙ тулҡыны һымаҡ булыр ине. 19 Тоҡомоғоҙ – ҡом һымаҡ күп, Балаларығыҙ ҡом бөртөгө кеүек хисапһыҙ булыр; Исемдәре онотолмаҫ, Минең хозурымдан юҡҡа сыҡмаҫ ине». 20 Бабилдан сығығыҙ, халдейҙар еренән ҡасығыҙ. Был хәбәрҙе һөйөнөс ауаздары менән иғлан итегеҙ, Һөйләгеҙ, донъяның һәр тарафына еткерегеҙ. «Раббы Үҙенең ҡоло Яҡупты йолоп алды», – тип әйтегеҙ. 21 Сүллектән алып сыҡҡанда, һыуһыҙ интекмәнеләр; Улар өсөн ҡаянан һыуҙар ағыҙҙы; Ҡая ярҙы, унан һыу атылып сыҡты. 22 «Залимдарға иһә именлек юҡ», – ти Раббы. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia