Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ишағыяһ 46 - Изге Яҙма


Исраил Аллаһы һәм Бабил боттары

1 Илаһ Бел теҙ сүкте, илаһ Нево эйелде. Уларҙың һындары үгеҙҙәргә, Йөк ташыусы хайуандарға тейәлде; Был әйберҙәрегеҙҙе элек үҙегеҙ күтәрһәгеҙ, Бөгөн улар арыған малдарға йөк булды.

2 Барыһы бергә буйһондо, теҙ сүкте, Улар инде йөктө ҡотҡара алманы, Үҙҙәре иһә әсирлеккә төштө.

3 «Ҡолаҡ һал Миңә, эй Яҡуп нәҫеле, Исраил халҡының иҫән ҡалғандары! Әсә ҡарынында сағығыҙҙан һеҙҙе ҡурсаланым, Тыуғанығыҙҙан бирле күтәреп йөрөттөм.

4 Һеҙ ҡартайғансы Мин шул булырмын, Сәсегеҙ ағарғансы йөкмәп йөрөрмөн. Үҙем яраттым, Үҙем күтәрәм, Үҙем һине күтәрәм, Үҙем ҡотҡарам.

5 Мине кемгә оҡшатырһығыҙ? Кем менән сағыштырырһығыҙ? Оҡшашлыҡ табып, кемгә тиңләрһегеҙ һуң?

6 Янсыҡтан алтын алалар, Бизмәндә көмөш үлсәтеп, көмөшсө яллайҙар, Илаһ ҡойҙоралар. Шунан, алдына ҡапланып, табыналар.

7 Уны яурындарында күтәреп йөрөтәләр, Урынына илтеп ҡуялар. Ул шунда ҡуҙғалмай баҫып тора. Ялыналар – ул яуап ҡайтармай, Бер бәләнән дә ҡотҡармай.

8 Эй фетнәселәр, хәтерегеҙҙә тотоғоҙ, Күңелдә йөрөтөгөҙ, башығыҙҙан сығармағыҙ!

9 Әүәлдән, борон-борондан булғандарҙы иҫкә төшөрөгөҙ, Алла – Мин һәм башҡаһы юҡ, Мин Алла, Минең һымаҡ юҡ.

10 Баштан уҡ ахырҙа ниҙәр булырын һөйләп киләм; Борон замандарҙан алып Ни булырын алдан белдерәм: „Ниәтемде ғәмәл итәм, Нимә теләйем – бойомға ашырам“, – тип әйтеүсе Мин.

11 Көнсығыштан йыртҡыс ҡошто, Алыҫ илдән ниәтемде тормошҡа ашырыусыны саҡырҙым. Мин әйттемме – һүҙемде мотлаҡ еренә еткерәм, Ниәтләнемме – ғәмәлгә ашырам!

12 Күңелдәре ҡаты, тоғролоҡтан алыҫ торғандар, Тыңлағыҙ Мине!

13 Бына Мин хаҡлыҡ алып киләм, ул инде алыҫ түгел, Минең ҡотҡарыуым оҙаҡламаҫ. Сионға – ҡотолоу, Исраилға шөһрәтемде бүләк итәм».

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan