Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ишағыяһ 45 - Изге Яҙма


Раббының Кирҙы һайлауы

1 Раббы әйтә: «Мин Кирҙы уң ҡулынан тотоп торам. Халыҡтарҙы уға буйһондорор өсөн, Батшаларҙы ҡоралһыҙландырам. Уның алдында ишектәр асыҡ тора, Ҡапҡалар ябылмай». Раббы Үҙе мәсехләгән кешегә – Кирға былай ти:

2 «Мин Үҙем һинең алдыңдан барырмын, Тауҙарҙы тигеҙлеккә әйләндерермен, Баҡыр ишектәрҙе емерермен, Тимер биктәрҙе ватырмын.

3 Ҡараңғыла һаҡланған хазиналарҙы, Йәшерелгән зиннәттәрҙе һиңә бирермен. Шунда Минең, исемеңде әйтеп, һиңә өндәшкәндең – Раббы, Исраилдың Аллаһы икәнемде белерһең.

4 Һин Мине танымаһаң да, Ҡолом Яҡуптың нәҫеле, Үҙем һайлап алған Исраил хаҡына, Исемең менән саҡырып, хөрмәт күрһәттем.

5 Мин – Раббы, башҡаһы юҡ; Минән башҡа аллалар юҡ. Һин Мине танымаһаң да, Мин һине көслө итермен.

6 Көнсығыштан көнбайышҡа тиклем Минән башҡа юҡ икәнде һәр кем белһен. Раббы Мин, башҡаһы юҡ.

7 Мин яҡтылыҡты бар ҡылам, ҡараңғылыҡты яһайым; Именлек алып киләм, афәт күндерәм – Ошоларҙың барыһын эшләгән Раббы Мин.

8 Эй күк, юғарынан ғәҙеллек түк – Болоттарҙан ямғыр һымаҡ яуһын. Ер асылһын да ҡотолоу ҡалҡып сыҡһын, Уның менән бергә хаҡлыҡ шытып үҫһен. Ошоларҙың бөтәһен дә бар ҡылған Раббы Мин».


Раббы – берҙән-бер Хаким

9 Үҙен Бар ҡылған менән әрепләшкәндең башына ҡайғы! Көршәк ватыҡтары араһында үҙе лә көршәк ярсығы булғанға ҡайғы! Көршәксегә балсыҡ: «Һин нимә яһайһың?» – тип әйтерме? Үҙ ҡулыңдың эше: «Ҡайһылай килбәтһеҙһең!» – тиерме?

10 Атаһына: «Һин кемде донъяға килтерәһең?», Әсәһенә: «Һин кемде тыуҙыраһың?» – тигәнгә ҡайғы!

11 Исраилдың Изгеһе, Уны бар ҡылған Раббы былай ти: «Һеҙгәме Минең балаларымдың Киләсәге хаҡында һорау бирергә? Үҙ ҡулдарымдың ижады тураһында Һеҙме Миңә күрһәтмәләр бирерһегеҙ?

12 Ерҙе Мин яраттым, Унда йәшәгән кешене лә Мин бар ҡылдым; Минең ҡулдар күктәрҙе түшәне. Күк йөҙөндәге барлыҡ есемдәр Минең әмеремә буйһона.

13 Кирҙы Үҙемдең ғәҙел ниәтем менән күтәрҙем. Мин уның бөтә юлдарын тигеҙләйәсәкмен. Ул Минең ҡаламды төҙөйәсәк, Һөргөндәге кешеләремде Түләүһеҙ һәм ришүәтһеҙ азат итәсәк». Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шулай ти.

14 Раббы былай ти: «Мысырҙың бөтә байлығы, Куштың табышы, Оҙон буйлы Сева кешеләре һиңә килер, ҡолоң булыр. Бығауланып артыңдан эйәрер, Ҡаршыңда ергә ҡапланып: „Алла бары һинең менән генә, Башҡа Алла юҡ“, – тип ялбарыр».

15 Ысынлап та, Һин Үҙеңде йәшергән Аллаһың, Исраил Аллаһы, Ҡотҡарыусы!

16 Бот яһағандар оятҡа ҡалыр, мәсхәрәгә батыр. Хурлыҡҡа төшөп, бөтәһе бергә китер.

17 Ә Исраилды Раббы ҡотҡарыр. Был ҡотолоу мәңгелеккә булыр. Быуаттар буйы Исраил хур булмаҫ, оятҡа ҡалмаҫ.

18 Сөнки күктәрҙе яратҡан Раббы, Ерҙе әүәләгән, яһаған, нығытҡан, Буш ҡалмаһын, унда йәшәһендәр тигән Алла әйтә: «Мин Раббы, башҡаһы юҡ!

19 Мин йәшерен генә, ҡараңғы урында тороп һөйләмәнем, Яҡуп тоҡомона: „Мине буш урындарҙа эҙләгеҙ!“ – тимәнем. Хәҡиҡәтте һөйләгән, Дөрөҫлөктө асҡан Раббы Мин.

20 Ҡәүемдәрҙең иҫән ҡалғандары, Йыйылығыҙ, яҡыныраҡ килегеҙ! Ағас боттарын йөкмәгән, Ҡотҡара алмаған илаһҡа доға ҡылғандар Бер нәмә лә белмәй.

21 Әйтегеҙ, дәлилдәр килтерегеҙ, Бергә кәңәшләшеп һөйләгеҙ: Быларҙы борондан уҡ кем әйтеп бирҙе, Әллә ҡасандан уҡ кем белдерҙе? Мин, Раббы, әйтмәнемме ни? Минән башҡа аллалар юҡ, Мин ғәҙел һәм ҡотҡарыусы Алла. Минән башҡа берәү ҙә юҡ.

22 Эй донъяның һәр тарафы, Миңә боролоғоҙ – ҡотҡарылырһығыҙ. Сөнки Алла Мин һәм башҡаһы юҡ!

23 Мин Үҙемдең барлығым менән ант итәм, Ауыҙымдан сыҡҡан һүҙ ғәҙел, ул бушҡа сыҡмаҫ: „Минең алда һәр кем теҙ сүгәсәк, Һәр тел Минең исемем менән ант итәсәк!“

24 Минең хаҡта былай тиерҙәр: „Хаҡлыҡ менән ҡеүәт бары тик Раббыла ғына“». Уға ҡаршы асыу һаҡлағандар, Алдына килеп, оятҡа ҡалып торор.

25 Бөтә Исраил нәҫеле Раббы арҡаһында аҡланыр һәм дан ҡаҙаныр!

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan