Ишағыяһ 44 - Изге ЯҙмаБерҙән-бер Алланың хәйер-фатихаһы 1 Инде тыңла, ҡолом Яҡуп, Мин һайлап алған Исраил, ҡолаҡ һал! 2 Һине яратҡан, Әсә ҡарынында рәүеш биргән, Һинең ярҙамсың булған Раббы былай ти: „Ҡурҡма, эй ҡолом Яҡуп, Үҙем һайлап алған Йешурун! 3 Сарсаған тупраҡты һуғарырмын, Ҡоро ерҙә шишмәләр ағыҙырмын; Тоҡомоңа Рухымды түгермен, Затыңа фатихамды яуҙырырмын. 4 Улар үлән араһында, Ағын һыу буйында үҫкән Тирәк һымаҡ тамыр йәйер. 5 Ҡайһылары: ‘Мин – Раббыныҡы’, – тип әйтер; Икенселәр Яҡуп исеме менән аталыр; Берәүҙәре ҡулдарына: ‘Раббыныҡы’, – тип яҙыр ҙа Исраил исемен алыр“». 6 Исраил Батшаһы Раббы, уны Йолоп алыусы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Мин – беренсе һәм дә һуңғыһымын, Минән башҡа алла юҡ! 7 Минең кеүек кем бар? Әйтеп бирһен, Боронғо халыҡты яратҡанымдан алып Ниҙәр булғаның бәйнә-бәйнә һөйләһен, Киләсәктә нимә булырын алдан белдерһен. 8 Дәһшәткә төшмәгеҙ, ҡурҡмағыҙ: Мин быларҙы борондан уҡ һеҙгә белдермәнемме ни? Һеҙ – Минең шаһиттарым. Минән башҡа алла бармы? Башҡа Ҡая юҡ; Мин бүтәнде белмәйем!» Боттарға табыныу – мәғәнәһеҙлек 9 Бот яһаусылар – бөтәһе лә буш бәндәләр, Яратҡан боттары һис файҙа килтермәй, Боттар, уларҙың шаһиттары, Бер нәмә лә күрмәй ҙә, аңламай ҙа, Шуға күрә хурлыҡҡа ҡалырҙар. 10 Кем бер файҙаһыҙ илаһ яһай, бот ҡоя һуң? 11 Һындарға табыныусылар барыһы ла оятҡа ҡаласаҡ, Оҫталар бит үҙҙәре лә кеше; Әйҙә бөтәһе бергә йыйылып баҫһын – Ҡурҡыуға ҡалып, хурлыҡҡа батасаҡтар. 12 Тимерсе, ҡыҫҡысын алып, Тимерҙе ҡуҙҙың өҫтөндә тота, Сүкеш менән туҡмап эшкәртә, Көслө ҡулы менән уны яһай, Асыға, хәлдән тая, һыу эсмәй сарсай. 13 Балта оҫтаһы ағасты еп менән үлсәй, Осло ҡорал менән һыҙып сыға, Ырып һырлай һәм күркәм кеше ҡиәфәтендә Изге урынға ҡуйыр өсөн бер бот яһай. 14 Кеше үҙенә кедр ағасы ҡырҡып ала; Урмандағы башҡа ағастар араһынан Кипарис йәки имәнде һайлап ҡалдыра. Ҡарағай ултырта, ә ямғыр уны үҫтерә. 15 Шунан ағасты утын итеп тотона. Кеше уның бер өлөшөн яғып йылына, икмәк бешерә. Икенсеһенән берәй илаһ яһап табына, Үҙе яһаған бот ҡаршыһында Йөҙтүбән ергә ҡаплана. 16 Утындың бер өлөшөн яндыра, Ит бешереп тамағын туйҙыра. Йылыһына рәхәтләнеп: «Йылындым, ялҡындың ҡыҙыуын тойҙом», – ти. 17 Ҡалған ағастан үҙенә илаһ, Уйып бот яһап ала ла, Ергә ҡапланып, уға табына: «Мине ҡотҡар, һин бит минең илаһым», – тип доға уҡый. 18 Был кешеләр белмәй, аңламайҙар, Сөнки күҙҙәре лә, зиһендәре лә томаланған – Күрмәйҙәр, фекер йөрөтә белмәйҙәр. 19 Арала береһенең дә: «Утындың яртыһын яндырҙым, Ҡуҙында икмәк бешерҙем, ит ҡурып ашаным. Ҡалғанынан ерәнгес бер нәмә яһап, Бер утын ағасына сәждә ҡылайыммы?» – тип уйларға башы етмәй. 20 Был көл ашау һымаҡ буш эш. Алданған йөрәге уны аҙаштыра, Ул үҙен ҡотҡара алмаҫ. «Уң ҡулымдағы был нәмә Алдатҡыс түгелме?» – тимәҫтәр. 21 «Эй Яҡуп, быларҙы иҫеңдә тот. Иҫеңдә тот, Исраил, сөнки һин – Минең ҡолом! Мин бар ҡылдым һине, һин – Минең ҡолом; Мин һине онотмам, Исраил! 22 Енәйәттәреңде – томан, Гонаһтарыңды болот һымаҡ тараттым. Миңә ҡайт, сөнки Мин һине йолоп алдым», – ти Раббы. Раббы – Бар ҡылыусы һәм Ҡотҡарыусы 23 Эй күктәр, шатланып гөрләшегеҙ, Сөнки быны Раббы эшләне. Ҡыуанығыҙ, ер тәрәнлектәре, Тауҙар, урмандар, ундағы һәр бер ағас, Шатланып шаулағыҙ, Сөнки Раббы Яҡуп нәҫелен йолоп алды, Исраилда шөһрәтен күрһәтте. 24 Һине йолоп алған, Әсә ҡарынында рәүеш биргән Раббы былай ти: «Мин – Раббы, бөтә нәмәне Яратыусы, Бер яңғыҙым күкте кирҙем, Бер ярҙамсыһыҙ ерҙе түшәнем, 25 Ялған пәйғәмбәрҙәр әйткән билдәләрҙе бушҡа сығарам, Күрәҙәселәрҙең алйотлоғон фашлайым, Аҡыл эйәләрен еңеп сығам, Белемдәрен иҫәрлеккә әйләндерәм; 26 Үҙ ҡоломдоң һүҙҙәрен раҫлайым, Илселәрем әйткәнде бойомға ашырам, Йәрүсәлимгә: „Тиҙҙән бында халыҡ йәшәйәсәк“, Йәһүҙә ҡалаларына: „Һеҙ яңынан төҙөләсәкһегеҙ, Емеректәрегеҙ аяҡҡа баҫтырыласаҡ“, – тип әйтәм; 27 Тәрән һыуҙарға: „Кибегеҙ! Мин йылғаларығыҙҙы ҡоротам!“ – тип бойорам. 28 Кир хаҡында: „Ул – минең көтөүсем, Ихтыярымды бойомға ашырыр“, Йәрүсәлимгә: „Яңынан төҙөләсәкһең!“ Ҡорамға: „Ҡабат ҡороласаҡһың!“ – тип әйтәм». |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia