Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ишағыяһ 43 - Изге Яҙма


Исраилдың берҙән-бер Ҡотҡарыусыһы – Раббы

1 Инде иһә, эй Яҡуп, һине яратҡан, Эй Исраил, һине бар ҡылған Раббы былай ти: «Ҡурҡма, сөнки һине йолоп алдым, Һине исемләп саҡырҙым, һин – Минеке!

2 Даръяларҙы аша сыҡҡаныңда – һинең менән булырмын; Йылғаларҙы кискәнеңдә, һыуҙар һине батырмаҫ; Ут эсенән йөрөгәндә янмаҫһың – Ялҡын һине һәләк итмәҫ.

3 Сөнки Мин – һинең Аллаң Раббымын, Исраилдың Изгеһемен, Һинең Ҡотҡарыусыңмын. Һинең өсөн йолом итеп Мысырҙы бирҙем; Куш менән Севаны түләнем.

4 Минең өсөн ғәзиз һәм ҡәҙерле булғанға, Һине яратҡанға күрә, Һинең урыныңа башҡа кешеләрҙе, Йәнең өсөн бүтән өммәттәрҙе бирәсәкмен.

5 Ҡурҡма, Мин һинең менән! Тоҡомоңдо көнсығыштан алып килермен, Һеҙҙе көнбайыштан йыйып алырмын.

6 Төньяҡҡа: „Бир уларҙы!“ Көньяҡҡа: „Тотма уларҙы, – тип әйтермен. – Улдарымды алыҫтан, Ҡыҙҙарымды ерҙең сигенән килтер, – тиермен. –

7 Исемем менән саҡырған һәр кешене, Үҙ даным өсөн Үҙем яратҡан, Үҙем бар ҡылған һәм рәүеш биргән Һәр кешене кире килтер!“ – тиермен.

8 Күҙҙәре булһа ла һуҡыр, Ҡолаҡтары булһа ла һаңғырау, халыҡты килтер!

9 Бөтә ҡәүемдәр бергә тупланһын, Өмәттәр бергә йыйылһын! Араларынан кем элек булғандарҙы әйтеп биргән? Әле булмағандарҙы алдан белдергән? Шаһиттарын саҡырһын, хаҡлығын иҫбатлаһын, Аҡланһындар, уларҙы тыңлап, Башҡалар ишетеп: „Был дөрөҫ!“ – тип әйтһен».

10 «Һеҙ Минең шаһиттарым, – тип белдерә Раббы, – Үҙем һайлап алған ҡолдарым, Һеҙ Мине танып белһен, Миңә ышанһын, тип, Берҙән-бер Алла Мин икәнлегемде белһен, тип Һеҙҙе һайлап алдым. Миңә тиклем бүтән аллалар булманы, Минән һуң да булмаясаҡ!

11 Мин, бары Мин генә – Раббы, Минән башҡа Ҡотҡарыусы юҡ.

12 Мин Үҙем әйттем, ҡотҡарҙым. Шул турала иғлан иткән – Мин ул, Арағыҙҙа башҡа аллалар юҡ ине. Һеҙ – Минең шаһиттарым, – тип белдерә Раббы. – Мин – Алла!

13 Мин – борондан бирле Алламын, Минең ҡулдан бер кем ҡотҡара алмаҫ! Мин эшләгәндә, кем Миңә ҡамасаулар?»


Раббының ҡотолоуға юл асыуы

14 Һеҙҙе йолоп алған Раббы, Исраилдың Изгеһе былай ти: «Һеҙҙең хаҡҡа Мин Бабилға сиреү ебәрәм, Барыһын да ҡасаҡ итәм, Кәмәләре менән маҡтанған халдейҙарҙы иңрәтәм.

15 Мин – Раббы, һеҙҙең изге Аллағыҙ, Исраилды Бар ҡылған һеҙҙең Батшағыҙ!»

16-17 Раббы диңгеҙҙә – юл, Ташҡын һыуҙар аша һуҡмаҡ һалды, Яу арбалары, аттары менән Ҡаһарман яугирҙәр ғәскәрен юлға сығарҙы – Улар йығылды ла тора алманы, Баҫылған шәм филтәһеләй һүндерелде. Ошоларҙың барыһын эшләгән Раббы былай ти:

18 «Һеҙ элек булғандарҙы иҫегеҙгә алмағыҙ, Әүәлгеләр тураһында уйламағыҙ.

19 Бына Мин яңы бер ғәмәл ҡылам! Ул хәҙер үк башланыр. Һеҙ шуны аңламаҫһығыҙмы? Мин сүлдә юл һалам, Ҡоро ерҙә йылғалар ағыҙам.

20 Ҡырағай йәнлектәр, сүл бүреләре һәм дөйәғоштар Мине данлар, Сөнки, һайлап алған халҡымды һуғарыр өсөн, Сүлгә һыу, ҡыу далаға йылғалар бирәм.

21 Был халыҡты Мин Үҙем өсөн бар ҡылдым, Улар Миңә маҡтау йырлар.


Раббының Исраилдың гонаһтарын ғәфү итеүе

22 Ә һин, Яҡуп, Мине саҡырманың, Һин Минән ауырһындың, Исраил!

23 Тотош яндырыу ҡорбаны итеп, Һин Миңә һарыҡтар килтермәнең, Ҡорбандарың менән Миңә хөрмәт күрһәтмәнең. Мин өҫтөңә ҡыйынлыҡ һалманым – Икмәк саҙаҡалары талап итмәнем, Хуш еҫ ҡорбандары таптырып йонсотманым.

24 Минең өсөн хуш еҫле ҡамыш һатып алманың, Ҡорбандарыңдың эс майы менән Мине һыйламаның. Киреһенсә, Миңә гонаһтарыңды йөкмәттең, Ғәйептәрең менән йонсоттоң.

25 Мин, Мин Үҙем, Үҙемдең хаҡыма Енәйәттәреңде юйып ташлайым, Гонаһтарыңды башҡаса иҫкә алмам.

26 Дәғүәңде иҫемә төшөр, хөкөмләшәйек; Үҙеңдең хаҡлығыңды иҫбат ит, һөйлә!

27 Һинең тәү бабаң гонаһ ҡылды, Аралашсыларың Миңә ҡаршы баш күтәрҙе.

28 Шуға ла Мин Изге йорттоң башлыҡтарын харам ҡылдым, Яҡупты – һәләкәткә, Исраилды хурлыҡҡа дусар иттем.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan