Ишағыяһ 41 - Изге ЯҙмаРаббының Исраилға вәғәҙәһе 1 Раббы былай ти: «Тын ҡалып Мине тыңлағыҙ, яр буйҙары! Халыҡтар яңы көс йыйһын; Яҡын килеп һөйләһендәр: „Хөкөм өсөн бергә тупланайыҡ“. 2 Көнсығыштан кем ҡотҡарыусыны алып килде? Кем уға хеҙмәт итергә әмер бирҙе? Халыҡтарҙы уның ихтыярына кем тапшыра? Кем батшаларҙы баш эйҙерә? Ҡылысы менән уларҙы саң-туҙанға әйләндерә, Уҡ-йәйәһе менән ел осорған һаламдай туҙҙыра. 3 Ҡыуалар уларҙы, Һис кем аяҡ баҫмаған юлдан имен-аман алып барыр. 4 Кем быларҙы ойошторҙо, бойомға ашырҙы? Башланмыштан алып быуын-быуынды донъяға саҡырыусы кем? Мин Раббы – беренсемен, Һуңғылар менән дә Мин буласаҡмын!» 5 Яр буйҙары, быны күреп, ҡурҡты. Ерҙең сиктәре тетрәнде. Килеүселәр яҡынлашты. 6 Һәр кем иптәшенә ярҙам итә, Туғанына: «Һин ныҡ тор!» – тип әйтә. 7 Һөнәрсе иретеүсене ҡеүәтләй, Сүкеүсе һандалда тимер йәйеүсене дәртләндерә: «Яҡшы булды!» – тип маҡтай, Ҡыймылдамаһын өсөн ботто ҡаҙау менән нығыта. 8 «Эй ҡолом Исраил, – ти Раббы. – Үҙем һайлап алған Яҡуп, Дуҫым Ибраһимдың тоҡомо! 9 Мин һеҙҙе ер сиктәренән йыйып алдым, Иң алыҫ урындарынан саҡырҙым: „Һин Минең ҡолом, һине һайланым, Мин һине ситкә типмәнем“, – тип әйттем. 10 Ҡурҡма, сөнки Мин һинең менәнмен; Ҡаушама, сөнки Мин һинең Аллаң. Һиңә ҡеүәт бирермен, ярҙам итермен. Еңеү ҡаҙанған уң ҡулым менән һиңә терәк булырмын. 11 Һиңә асыу һаҡлағандар һәммәһе оятҡа ҡалыр, хур булыр. Һиңә ҡаршы сыҡҡандар һәләк булыр, юҡҡа сығыр. 12 Эҙләрһең, дошмандарыңды таба алмаҫһың, Һинең менән көрәшкәндәр, Һиңә дошмандар тотош юҡ булыр. 13 Сөнки һинең уң ҡулыңдан тотоп: „Ҡурҡма, һиңә ярҙам итәм“, – тигән Аллаң Раббы Мин. 14 „Эй ер ҡорто булған Яҡуп нәҫеле; Эй Исраил халҡы, ҡурҡма! Мин һиңә ярҙам итермен, – тип белдерә Раббы, – Мин Исраилдың Изгеһе, Һинең Ҡотҡарыусыңмын. 15 Бына, һине яңы, осло тешле ашлыҡ һуҡҡыс иттем, Һин тауҙарҙы сүкеп онтарһың, Түбәләрҙе кәбәккә әйләндерерһең. 16 Һин уларҙы елгәрерһең, ел уларҙы алып китер, Дауыл тирә-яҡҡа таратыр; Шул саҡ Раббы ҡыуанысың булыр, Һин Исраилдың Изгеһе менән маҡтанырһың“. 17 Ярлы-фәҡир менән мохтаждар, Һыу эҙләп тапмаған саҡта, Сарсауҙан телдәре ҡорор. Мин, Раббы, уларға яуап ҡайтарырмын, Мин, Исраил Аллаһы, уларҙы ташламам! 18 Яланғас ҡалҡыулыҡтарҙан йылға ағыҙырмын, Далаларҙа шишмә сығарырмын, Сүлде – күлгә, ҡоро тупраҡты инешкә әйләндерермен. 19 Сүлдә кедр, сәрүәр ағастары, Мирт һәм зәйтүн ултыртырмын; Далала кипарис, ҡарағай, Платан ағастарын бергә үҫтерермен. 20 Кешеләр күрһен дә белһен, Бергә уйлап аңлаһындар – Быларҙы Раббы ҡулы эшләгән, Исраилдың Изгеһе булдырған». Боттарҙың бер нәмәгә лә яраҡһыҙлығы 21 «Дәғүәгеҙҙе әйтегеҙ, – ти Раббы. – Дәлилдәрегеҙҙе килтерегеҙ, – ти Яҡуптың Батшаһы. – 22 Ҡайҙа, боттарығыҙҙы алып килегеҙ, Беҙгә ниҙәр буласағын әйтеп бирһен; Булып үткәндәрҙе һөйләһендәр, Төшөнәйек, аҙағын беләйек, Беҙгә киләсәк тураһында хәбәр итһендәр. 23 Эй боттар, бынан һуңға буласаҡты һөйләгеҙ, Беҙ һеҙҙең алла булғанығыҙҙы беләйек. Әйҙә берәй яҡшылыҡ йәки яуызлыҡ эшләгеҙ ҙә, Һәммәбеҙ ҙә ҡурҡыуға ҡалайыҡ! 24 Әммә һеҙ бер ни ҙә түгел, Бер нәмә лә эшләй алмайһығыҙ; Һеҙҙе һайлап алған кеше ерәнгес. 25 Мин төньяҡтан берәүҙе ҡуҙғаттым һәм ул килә; Көнсығыштан исемем менән саҡыра. Көршәксе балсыҡ баҫҡандай, Хакимдарҙы аяҡ аҫтына һалып тапай. 26 Беҙ белһен өсөн был хаҡта Кемегеҙ алдан уҡ хәбәр итте? Беҙ: „Ул хаҡлы булған“, – тип әйтә алһын өсөн Был турала алдан уҡ белдерҙе? Әйтеүсе лә, иғлан итеүсе лә, Һүҙҙәрегеҙҙе ишетеүсе лә булманы. 27 Сионға: „Бына нимәләр буласаҡ!“ – тип Беренсе булып Мин әйттем; Йәрүсәлимгә һөйөнсө белдереүсе ебәрҙем. 28 Боттарға ҡарайым, Араларында кәңәш бирерлек береһе юҡ, Һораным, һис яуап ала алманым. 29 Ҡара, һәммәһе лә бер ни түгел, Улар бер нәмә лә эшләй алмай. Кешеләрҙең яһаған боттары Ел һымаҡ, төптө буш ҡыуыҡ». |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia