Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ишағыяһ 4 - Изге Яҙма

1 Ул көн ете ҡатын, бер иргә йәбешеп: «Үҙ икмәгебеҙҙе ашарбыҙ, үҙ кейемебеҙҙе кейербеҙ, тик һинең исемеңде алайыҡ, беҙҙе хурлыҡтан ҡотҡар», – тип әйтәсәк.


Йәрүсәлимдең киләсәге

2 Ул көндө Раббының үҫентеһе күркәм һәм шөһрәтле буласаҡ, ерҙең емеше Исраил халҡының ҡотолоп иҫән ҡалғандарына ғорурлыҡ һәм гүзәллек килтерәсәк.

3 Сионда, Йәрүсәлимдә иҫән ҡалғандар, Йәрүсәлимдә йәшәй тип теркәлгәндәр «изге» тиеләсәк.

4 Бөйөк Хаким ғәҙеллек рухы һәм ялҡынлы рух менән Сион ҡыҙҙарының нәжесен йыуыр, Йәрүсәлимде ҡандан таҙартыр.

5 Шунан Раббы Сион тауының һәм унда йыйылғандарҙың өҫтөнә көндөҙ – болот, төндә төтөнләп янып торған ут ебәрер. Раббының шөһрәте бөтә нәмәне япма һымаҡ ҡаплап торор.

6 Был япма көндөҙгө эҫелә күләгә бирерлек һыйыныс һәм ел-ямғырҙан һаҡлар өсөн ышыҡ булыр.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan