Ишағыяһ 38 - Изге ЯҙмаХизкияһтың ауырыуы һәм һауығыуы 1 Шул көндәрҙә Хизкияһ үлемесле ауырыуға тарыны. Амус улы Ишағыяһ пәйғәмбәр уға килеп: – Раббы былай ти: «Йортоңа васыятыңды еткер, сөнки ауырыуыңдан һауыға алмаҫһың, үлерһең», – тине. 2 Хизкияһ йөҙө менән диуарға боролоп ятты ла Раббыға ялбарҙы. 3 – Йә Раббы! Һин хуш күргән ғәмәлдәр ҡылып, тоғролоҡ менән, ысын күңелдән Һинең юлыңдан йөрөгәнемде иҫеңә төшөрһәң ине, – тип әсенеп-әсенеп иланы. 4 Бынан һуң Ишағыяһҡа Раббы һүҙе булды: 5 – Бар, Хизкияһҡа әйт: «Атайың Дауыттың Аллаһы Раббы былай ти: „Доғаңды ишеттем, күҙ йәштәреңде күрҙем. Ҡара, Мин ғүмереңде ун биш йылға оҙайтам. 6 Һине лә, ҡаланы ла Ашшур батшаһы ҡулынан ҡотҡарырмын – был ҡаланы һаҡлап ҡалырмын. 7 Әйткән һүҙемде бойомға ашырасағымдың билдәһе шул: 8 байып барған ҡояштың Ахаз төҙөгән баҫҡыстан түбәнгә төшөп барған күләгәһен ун баҫҡысҡа кире сигендерәм“». Шунда ҡояш байып барған еренән кире боролоп, уның күләгәһе ун баҫҡысҡа кире сигенде. 9 Йәһүҙә батшаһы Хизкияһ, сиренән арынып, сәләмәтләнгәндән һуң, былай тип яҙҙы: 10 Үҙ-үҙемә әйттем: «Ғүмеремдең уртаһында Үлеләр донъяһының ҡапҡаһынан үтеп, Ҡалған йылдарымдан мәхрүм булырмынмы икән ни?» 11 Мин уйланым: «Раббыны инде күрмәм, Эйе, Раббыны тереләр ерендә күрмәм. Был донъяла йәшәгәндәр менән бергә Кеше йөҙөн бүтән күрмәм. 12 Көтөүсе сатырын һүтеп алған һымаҡ, Торлағым минән алынды; Туҡыусы һуҡҡан туҡымаһын төрөп ҡуйғандай, Мин дә ғүмеремде төрөп ҡуйҙым. Раббы ғүмеремде, туҡыу станындағы еп һымаҡ, ҡырҡты. Көнөн-төнөн Ул мине ахырыма алып бара. 13 Сабырлыҡ һаҡланым таңға саҡлы; Раббы, арыҫландай, һөйәктәремде онтаны; Йә Раббы, Һин мине көнөн дә, төнөн дә Әжәлемә алып бараһың. 14 Ҡарлуғастай сырылданым, Торна кеүек торҡолданым, Күгәрсендәй ыңғыраштым, Күккә текләп, күҙемде талдырҙым: Эй бөйөк Хакимым, ыҙа сигәм, ярҙам ит миңә! 15 Нимә тип әйтәйем? Ул нисек әйтһә, шулай эшләне. Ҡалған ғүмеремде хәсрәт эсендә үткәрермен. 16 Эй бөйөк Хакимым! Бына кеше нимә менән йәшәй! Бына нимәлә минең тормошом! Һин мине һауыҡтырырһың һәм һаҡларһың! 17 Хәйерлегә булған ғазап-әрнеүҙәрем, Һөйөүең менән йәнемде һәләкәт соҡоронан алып ҡалдың; Гонаһтарымды артҡа бырғаның. 18 Сөнки үлеләр донъяһы Һиңә шөкөр итмәҫ, Үлем мәҙхиә йырламаҫ, Ҡәбергә төшкәндәр тоғролоғоңа өмөт бағламаҫ. 19 Тереләр, бары тереләр генә, Бөгөн мин шөкөр иткән кеүек, һиңә рәхмәтле булыр. Аталар Һинең ярҙамың тураһында балаларына аңлатыр. 20 Раббы ҡотҡарҙы мине; Ғүмеребеҙ буйы Раббы ҡорамында Моңло ҡылдар сиртеп, Уға дан йырларбыҙ». 21 – Инжир ҡағы килтерегеҙ, – тине Ишағыяһ. – Хизкияһтың сиҡаны өҫтөнә ябығыҙ – һауығыр. 22 Хизкияһ иһә: – Раббының ҡорамына йөрөй алырыма ишара иткән ниндәй билдә булыр? – тип һораны. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia