Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ишағыяһ 36 - Изге Яҙма


Ашшурҙарҙың Йәрүсәлимгә янауы

1 Хизкияһ батша хакимлығының ун дүртенсе йылында Ашшур батшаһы Санхерив Йәһүҙәнең бөтә нығытмалы ҡалаларына һөжүм итте һәм уларҙы ҡулға төшөрҙө.

2 Шунан Ашшур батшаһы баш вәзирен бик ҙур ғәскәр менән Лахиштан Йәрүсәлимгә, Хизкияһ батшаға ебәрҙе. Баш вәзир Өҫкө быуаның арығы янында Кейеҙсе баҫыуына илткән юлда туҡтаны.

3 Уның алдына батша һарайы башлығы Әлъяҡим Хилҡияһ улы, кәтип Шевна һәм батшалыҡтың йылъяҙмасыһы Йоах Асаф улы сыҡты.

4 Баш вәзир уларға: – Хизкияһҡа еткерегеҙ, – тине. – Бөйөк батша, Ашшур батшаһы, былай ти: «Һин нимәгә өмөтләнәһең?

5 Минеңсә, былар барыһы ла ҡоро һүҙ генә, ә һуғыш өсөн хәрби оҫталыҡ менән көс кәрәк. Һин кемгә өмөтләнеп миңә ҡаршы баш күтәрҙең?

6 Бына һин сатнаған ҡамыш таяҡҡа – Мысырға таянмаҡсыһың. Белеп тор, был таяҡ үҙенә таянған кешенең ҡулына ҡаҙаласаҡ. Мысыр батшаһы фирғәүен дә үҙенә ышанғандар өсөн шулай булыр.

7 Бәлки һин миңә: „Аллабыҙ Раббыға ышанабыҙ“, – тип әйтерһең? Әммә Аллағыҙға табыныу ҡалҡыулыҡтарын, ҡорбан усаҡтарын боҙоп ташлап, Йәһүҙә халҡына һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә: „Фәҡәт ошо ҡорбан усағы алдында ғына сәждә ҡылығыҙ“, – тип Хизкияһ әйтте түгелме?»

8 Әйҙә минең хакимым Ашшур батшаһы менән ҡул һуғып килешегеҙ әле. Ул: «Мин һиңә ике мең баш ат бирәм – уларға һыбайлылар таба алырһыңмы икән?» – тип әйтә.

9 Хакимымдың, исмаһам, иң бәләкәй хеҙмәтселәренең береһе булған сиреү башлығына нисек ҡаршы тора алырһың икән? Мысырҙың яу арбаларына һәм аттарына өмөтләнәһеңме?

10 Әллә мин был илде тар-мар итергә Раббы ихтыярынан тыш килгән тип уйлайһыңмы? Раббы Үҙе миңә: «Бар, ул илде ҡыйрат», – тине.

11 Әлъяҡим, Шевна һәм Йоах баш вәзиргә: – Беҙ ҡолдарың менән арами телендә һөйләшһәң ине, – тинеләр. – Беҙ ул телде аңлайбыҙ. Йәһүдсә һөйләшмә, сөнки диуарҙар өҫтөндәге халыҡ беҙҙе ишетеп тора.

12 Әммә баш вәзир: – Хакимым мине был һүҙҙәрҙе бары тик һеҙгә һәм хакимығыҙға ғына һөйләргә ебәргән тиһегеҙме? – тине. – Диуарҙар өҫтөндә торған һәм һеҙҙең кеүек үк үҙҙәренең нәжесен ашарға, һейҙеген эсергә мәжбүр буласаҡ һәр кемгә ебәрҙе.

13 Баш вәзир, урынынан тороп, йәһүдсә: – Бөйөк батша Ашшур батшаһының һүҙҙәрен тыңлағыҙ! – тип ҡысҡырҙы. –

14 Батша былай ти: «Хизкияһ һеҙҙе алдамаһын, ул барыбер һеҙҙе ҡотҡара алмаясаҡ.

15 Хизкияһ һеҙгә: „Раббы беҙҙе һис шикһеҙ ҡотҡарасаҡ, был ҡала Ашшур батшаһының ҡулына эләкмәйәсәк“, – тип әйтеп өмөтләндермәһен».

16 Хизкияһты тыңламағыҙ, сөнки Ашшур батшаһы былай ти: «Минең менән татыулашығыҙ, минең яҡҡа сығығыҙ – һәр берегеҙ үҙенең йөҙөм тәлгәшенән, үҙенең инжир ағасынан ашар, үҙенең ҡоҙоғонан һыу эсер.

17 Шунан һуң мин, килеп, һеҙҙе үҙегеҙҙеке кеүек үк илгә – ашлыҡ һәм яңы шарапҡа, икмәк һәм йөҙөм баҡсаларына бай илгә алып китермен.

18 Хизкияһ: „Раббы беҙҙе ҡотҡарасаҡ“, – тип һеҙҙе алдамаһын. Башҡа ҡәүемдәрҙең илаһтарының береһе үҙ илен Ашшур батшаһының ҡулынан ҡотҡара алдымы?

19 Хамаҫ менән Арпад илаһтары ҡайҙа? Сефарваимдың илаһтары ҡайҙа? Самарияны минән ҡотҡара алдылармы ни?

20 Бөтә был илдәрҙең илаһтарының ҡайһыһы минән илен ҡотҡарып алып ҡалды? Шулай булғас, Раббы нисек Йәрүсәлимде минең ҡулымдан ҡотҡарһын?»

21 Бер кем дә өндәшмәне, өнһөҙ ҡалды, сөнки Хизкияһ: «Яуап ҡайтармағыҙ!» – тип бойорғайны.

22 Шунан батша һарайы башлығы Хилҡияһ улы Әлъяҡим, кәтип Шевна һәм батшалыҡтың йылъяҙмасыһы Асаф улы Йоах, ҡайғынан кейемдәрен йыртып, Хизкияһҡа барҙылар һәм баш вәзирҙең һүҙҙәрен һөйләп бирҙеләр.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan