Ишағыяһ 34 - Изге ЯҙмаРаббының ҡәүемдәрҙе язалаясағы 1 Эй ҡәүемдәр, яҡын килегеҙ, тыңлағыҙ! Эй халыҡтар, ҡолаҡ һалығыҙ! Тыңлаһын ер һәм ундағы бөтә нәмә, Донъя һәм унда тыуғандар! 2 Раббы бөтә ҡәүемдәргә асыуланды. Уларҙың ғәскәрҙәренә ҡаршы ажарланды. Уларҙы тотошлай һәләк ҡылыр, Ҡырылышҡа дусар итер. 3 Үлтерелгәндәр күмелмәй ятып ҡалыр, Мәйеттәрҙән һаҫыҡ еҫ таралыр, Тауҙар уларҙың ҡанынан ебеп ағыр. 4 Барлыҡ күк есемдәре сереп бөтөр, Күк йөҙө төргәк кеүек төрөлөр; Йондоҙҙар йөҙөм япрағы, Шиңгән инжир япрағы һымаҡ ҡойолор. 5 «Ҡылысым күктә ҡан эсеп туйҙы, Инде Эдомдың өҫтөнә, Мин тотош юҡ итергә ҡарар ҡылған Халыҡтың өҫтөнә төшә», – ти Раббы. 6 Раббының ҡылысы – ҡанға, Ҡуй һәм кәзә тәкәләре ҡанына туйынды. Эс майына, һарыҡ тәкәләренең бөйөр майына буялды. Сөнки Раббы Босрала ҡорбан килтерә, Эдомда оло ҡырылыш бара. 7 Улар менән бергә ҡырағай үгеҙҙәр, Башмаҡтар, көслө буғалар йығыласаҡ, Тупраҡ ҡанға туйынасаҡ, Ер май менән ашланасаҡ. 8 Сөнки Раббының үс алыу көнө, Сиондың ҡонон ҡайтарыу йылы буласаҡ. 9 Эдом йылғалары ыҫмалаға, Тупрағы көкөрткә әйләнәсәк, Илдең һәр тарафы янып торған ыҫмала буласаҡ. 10 Ул көнөн дә, төнөн дә һүнмәйәсәк, Һәр ваҡыт төтәп торасаҡ. Ил быуындан-быуынға буп-буш ҡалыр, Быуаттар буйы унан бер кем дә үтмәҫ. 11 Унда берғаҙан менән терпе хужа булыр; Өкө менән ҡоҙғон төйәкләнер; Раббы уның өҫтөнән бөлгөнлөк ебе һуҙыр, Ҡыйралыш ауыртмағы менән үлсәр. 12 Унда батша итеп иғлан итерлек Бер генә затлы кеше лә ҡалмаҫ, Бөтә етәкселәренең ахыры етер. 13 Һарайҙарын сәнскәк ҡыуаҡ баҫыр, Ҡәлғәләрендә дегәнәк менән кесерткән үҫер. Унда сүл бүреләренең төйәге, Дөйәғоштарҙың торлағы булыр. 14 Ҡырағай бесәйҙәр менән һыртландар унда осрашыр, Тәкәләр бер-береһенә тауыш бирер, Төн эйәләре унда ял итеп рәхәтлек табыр. 15 Ябалаҡтар оя ҡороп йомортҡа һалыр, Күләгә аҫтында бала сығарыр. Төйлөгәндәр парлашып йыйылыр. 16 Раббының китабынан табып уҡығыҙ: Ошоларҙың береһе лә килмәй ҡалмаҫ, Һәр йәнлек үҙенең ишен табыр. Сөнки был әмер Раббының ауыҙынан сыҡты, Уның рухы уларҙы бергә йыйыр. 17 Раббы Үҙе улар өсөн йәрәбә ташланы, Үлсәү бауы менән үлсәп өлөш бүлде. Улар был ергә мәңгегә хужа булыр, Быуындан-быуынға шунда йәшәр. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia