Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ишағыяһ 32 - Изге Яҙма


Хаҡлыҡ һәм ғәҙеллек батшалығы

1 Шулай булыр: батша хаҡлыҡта хакимлыҡ ҡылыр, Түрәләр ғәҙеллек менән етәкселек итер.

2 Һәр береһе елдән ышыҡ, Көслө ямғырҙа ҡыуыш, сүлдәге шишмә, Ҡороп-кипкән ерҙә күләгә булған Бейек ҡая һымаҡ торор.

3 Шул саҡ күргәндәрҙең күҙе томаланмаҫ, Ишеткәндәрҙең ҡолағы тыңлар.

4 Томаланған зиһен асылып китер, Тотлоҡҡандар еңел һәм асыҡ һөйләшер.

5 Инде ахмаҡты – арҙаҡлы, Ҡәбәхәтте хөрмәтле тимәҫтәр.

6 Сөнки ахмаҡ алйотлоҡ һөйләй, Күңеле яуызлыҡты үҙ итә, Иманһыҙ эштәр ҡыла, Раббы хаҡында ялған тарата, Астарҙың ризығын тартып ала, Сарсағанды һыуһыҙ ҡалдыра.

7 Ҡәбәхәттең ҡылған ғәмәлдәре яман: Ярлының дәғүәһе хаҡ булһа ла, Уны ялғанлап юҡ итер өсөн тоҙаҡ ҡорор.

8 Выжданлының ниәте лә ғәҙел, Арҙаҡлы эштәре менән ул ныҡ торор.


Хөкөм һәм ҡотҡарыу

9 Эй вайымһыҙ йәшәгән ҡатындар, Тороғоҙ, тауышыма ҡолаҡ һалығыҙ! Эй ғәмһеҙ ҡыҙҙар, әйткән һүҙемде тыңлағыҙ!

10 Бер йылдан саҡ ҡына күберәк үткәс, Ҡотоғоҙ осасаҡ, ҡайғыһыҙҙар! Сөнки йөҙөм йыйыу мәле етмәҫ, Емеш-еләктең уңышы булмаҫ.

11 Эй ғәмһеҙҙәр, тетрәнегеҙ! Вайымһыҙҙар, дер ҡалтырап тороғоҙ! Кейемдәрегеҙҙе сисеп ташлап, Тупаҫ туҡымаға уранығыҙ.

12-13 Гүзәл баҫыуҙарҙы, Мул емешле йөҙөм баҡсаларын, Халҡымдың ерен ҡыҙғанып әрнегеҙ, Ул ерҙә сәнскәк менән билсән генә үҫәсәк, Шат ҡаланың бәхетле өйҙәре өсөн илағыҙ!

14 Сөнки зиннәтле һарай – ташландыҡ, Шаулы ҡала буп-буш булып ҡалыр. Күҙәтеү манаралары торған ҡалҡыулыҡтар Ҡырағай ишәктәр гиҙгән, Көтөүҙәр утлаған ергә әйләнәсәк.

15 Былар юғарынан өҫтөбөҙгә Рух түгелгәнгәсә дауам итер. Артабан сүл – емеш баҡсаһына, Баҡса булған ерҙәр урманға әйләнер.

16 Ул саҡта был сүлдә ғәҙеллек урынлашыр, Хаҡлыҡ уңдырышлы тупраҡта төйәкләнер.

17 Хаҡлыҡтың емеше – именлек, Нәтижәһе мәңгелек тыныслыҡ һәм хәүефһеҙлек булыр.

18 Халҡым именлек тулы өйҙәрҙә, Хәүефһеҙ, рәхәт ерҙәрҙә йәшәр.

19 Урмандарға боҙ-борсаҡ яуһа ла, Ҡала ер менән тигеҙләнһә лә,

20 Бәхет һеҙҙе ташлап китмәҫ: Һуғарыулы ерҙә иген игерһегеҙ, Үгеҙ һәм ишәктәрегеҙҙе утлауға ебәрерһегеҙ.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan