Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ишағыяһ 31 - Изге Яҙма


Мысырға өмөтләнеүселәргә ҡайғы

1 Ярҙам һорап, Мысырға барғандарҙың башына ҡайғы! Аттарға өмөтләнәләр, Яу арбаларының күплегенә, Һыбайлыларҙың көсөнә ышаналар. Ә ҡараштарын Исраилдың Изгеһенә йүнәлтмәйҙәр, Раббыны эҙләмәйҙәр!

2 Әммә бит Раббы камил аҡылға эйә! Ул бәлә күндерер, Үҙ һүҙенән кире ҡайтмаҫ. Яуызлыҡ ҡылған нәҫелгә, Яман бәндәләргә ярҙам иткәндәргә ҡаршы күтәрелер.

3 Мысырҙар бит Алла түгел, бары кеше, Аттары ла рухтан түгел, тик тән генә. Раббы ҡулын күтәргән сағында Ярҙамға килгән абыныр, Ярҙам алғаны йығылыр, Һәммәһе бер юлы һәләк булыр.


Раббының Йәрүсәлимде яҡлаясағы

4 Раббы миңә былай тине: «Табышы өҫтөндә ырылдаған арыҫлан, йәш арыҫлан, Күпме генә көтөүсе йыйылһа ла, Уларҙың тауышынан ҡурҡырмы? Аҡырыуға иғтибар итерме? Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ла шулай булыр, Сион тауына, ошо ҡалҡыулыҡҡа Ҡотҡарыр өсөн һуғышырға төшөр.

5 Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙ балаларын ҡайғыртып, Улар өҫтөндә кәйелгән ҡош һымаҡ, Йәрүсәлимде ҡурсалар, һаҡлар, Яҡлар һәм ҡотҡарып ҡалыр».

6 Эй Исраил халҡы, Үҙегеҙ ныҡышып ҡарышҡан Раббыға кире ҡайтығыҙ!

7 Ул көндө һәммәгеҙ ҙә, енәйәтсел ҡулығыҙ менән яһаған Алтын-көмөш боттарығыҙҙан баш тартып, бырғаясаҡһығыҙ.

8 «Ашшурҙар ҡылыстан һәләк булыр, Әммә кеше ҡулындағы ҡылыстан түгел. Улар ҡылыстан үткәреләсәк, Ләкин был кеше ҡулындағы ҡылыс булмаясаҡ. Ашшурҙар ҡылыстан ҡасыр; Йәш егеттәре ҡоллоҡҡа төшөр.

9 Ашшурҙың һөйәлгән ҡаяһы ҡурҡып ҡасыр, Түрәләре байраҡтарын ташлап, хәүефкә батыр», – тип, Уты – Сионда, Усағы Йәрүсәлимдә булған Раббы белдерә быны.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan