Ишағыяһ 3 - Изге ЯҙмаЙәрүсәлимдәге болалар 1 Инде Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Йәрүсәлим менән Йәһүҙәгә һәр төрлө ярҙамды туҡтатасаҡ: Икмәк менән һыуҙы, 2 Баһадирҙар менән яугирҙәрен, Хөкөмдарҙар менән пәйғәмбәрҙәрен, Күрәҙәселәр менән аҡһаҡалдарын, 3 Илле башлыҡтарын, арҙаҡлыларын, кәңәшселәрен, Оҫта сихырсыларын, күрәҙәселәрен тартып аласаҡ. 4 «Был халыҡ өҫтөнән малай-шалайҙы хаким итеп ҡуям, Әйҙә уларға бала-саға хакимлыҡ итһен», – ти Раббы. 5 Халыҡ бер-беренә золом ҡылыр, Һәр кем яҡынына дошман булыр, Егет аҡһаҡал алдында оятһыҙ ҡыланыр, Йүнһеҙ әҙәм абруйлыны рәнйетер. 6 Атаһы йортонда туған туғанына сат йәбешеп: «Һинең, исмаһам, өҫтөңдә кейемең бар. Башлығыбыҙ бул! Был харабаларға етәкселек ит», – тип әйтәсәк. 7 Шул саҡ ул кеше былай тип ҡысҡырыр: «Мин һеҙгә шифа бирә алмайым! Өйөмдә ашарға ла, кейергә лә юҡ. Мине халыҡҡа башлыҡ итеп ҡуймағыҙ!» 8 Йәрүсәлим сайҡалды, Йәһүҙә ҡоланы, Сөнки һүҙҙәре лә, эштәре лә Раббыға ҡаршы. Уның шөһрәте араларында булғанды һанламанылар. 9 Ҡиәфәттәре үҙҙәренә ҡаршы шаһитлыҡ итә; Гонаһтарын һис тә йәшермәйҙәр, Содом халҡы кеүек асыҡтан-асыҡ һөйләйҙәр. Үҙ баштарына бәлә алалар – ҡайғы уларға! 10 Тәҡүә кешегә яҡшылыҡ күрәсәген һөйләгеҙ, Сөнки ул ҡылған ғәмәлдәренең емешен татыр. 11 Яуыз әҙәмдәрҙең башына ҡайғы! Улар бәхетһеҙ. Ҡылғандарының ҡоһорон күрерҙәр. 12 Халҡымды бала-саға иҙә, Өҫтөнән ҡатын-ҡыҙ хакимлыҡ итә. Эй халҡым! Юлбашсыларың аҙаштыра, Һеҙҙе юлығыҙҙан яҙлыҡтыра. 13 Раббы дәғүәһен белдерер өсөн, Халыҡтарҙы хөкөм итер өсөн әҙер тора. 14 Раббы Үҙ халҡының аҡһаҡалдарын, Түрәләрен яуапҡа тарттыра: «Йөҙөм баҡсаһын һеҙ бөлдөрҙөгөҙ, Өйөгөҙ тулы ярлыларҙан талап алған мал. 15 Ни хаҡығыҙ менән халҡымды иҙәһегеҙ, Фәҡирҙәрҙе ҡыйырһытаһығыҙ?» Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы белдерә быны. Йәрүсәлим ҡатындарын иҫкәртеү 16 Раббы былай ти: «Сион ҡыҙҙары һауалы, Баштарын текә тотоп, күҙҙәрен уйнатып, Аяҡ сылбырҙарын сылтыратып, Ваҡ-ваҡ баҫып эре йөрөйҙәр. 17 Шуға күрә лә бөйөк Хаким уларҙың Баштарын ҡутырлатыр, оят ерҙәрен асыр». 18 Ул көн Раббы Хаким тартып алыр уларҙың Бөтә биҙәнеү әйберҙәрен – аяҡ божраларын, Маңлай бәйләүестәрен, Айлы мунсаҡтарын тартып өҙөр. 19 Алҡаларын, беләҙектәрен, бөркәнсектәрен, Башлыҡтарын, бәкәлдәрендәге сылбырҙарҙы, 20 Таҫмаларын, хушбуй ҡаптарын, Бетеүҙәрен, йөҙөктәрен, танау алҡаларын, 21 Затлы кейемдәрен, ябынсаларын, шәлдәрен, янсыҡтарын, 22 Үтә күренмәле нәфис кейемдәрен, етен күлдәктәрен, Сәлләләрен, япмаларын тартып алыр. 23 Шул саҡ хушбуй урынына һаҫыҡ еҫ, билбау урынына сүс, бөҙрә сәстәр урынына таҡыр баш, киң күлдәк урынына тар септә – матурлыҡ урынына хурлыҡ тамғаһы ҡалыр. 24 Ирҙәрең, Сион, ҡылыстан үткәрелер, Батыр яугирҙәрең яуҙа һәләк булыр. 25 Йәрүсәлим ҡапҡалары хәсрәтләнеп һыҡтар. Ҡала, буп-буш булып, ерҙә ултырған Япа-яңғыҙ ҡатынға оҡшап ҡалыр. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia