Ишағыяһ 29 - Изге ЯҙмаДауыт ҡалаһына ҡайғы! 1 «Эй Ариил, Ариил, Дауыт туплам ҡорған ҡала, башыңа – ҡайғы! Йылға йыл өҫтәлһен, Байрамдарың ҡабатланып торһон. 2 Әммә Ариилды ҡыҫынҡылыҡҡа төшөрәм, Ул зар илар, үкһер-һыҡтар. Ул Минең өсөн ҡорбан усағы булыр. 3 Һине һәр яҡтан ҡамап алырмын, Әйләнәңә күҙәтеү манаралары ҡорормон, Убалар торғоҙормон. 4 Түбәнһетелеп ергә ауырһың, шунан һөйләшерһең, Саң-туҙан араһынан тауышың ишетелер, Тауышың өрәк тауышы һымаҡ ер аҫтынан, Һүҙҙәрең бышылдау булып тупраҡ эсенән сығыр». 5 Әммә һанһыҙ дошмандарың саң-туҙан, Яуыз сиреүҙәре елгә осҡан кәбәк кеүек булыр. Көтмәгәндә, күҙ асып йомған арала 6 Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Күк күкрәтеп, ер тетрәтеп, гөрһөлдәтеп, Дауыл һәм ҡойон уйнатып, Ялмап йотор ялҡын менән һинең яныңа килер. 7 Шул саҡ Ариилға ҡаршы һуғышҡан күп һанлы ҡәүем, Уны һәм ҡәлғәһен ҡамағандарҙың һәммәһе, Уға золом килтергәндәр бары бер төш, Төнгө һаташыу һымаҡ юҡ булыр. 8 Сион тауына ҡаршы һуғышҡан күмәк халыҡтар өйөрө Төшөндә ашағанын күреп, ас уянған, Йоҡола һыуһын ҡандырғанын күреп, Сарсап килеп торған кеше кеүек булыр. 9 Шаҡ ҡатығыҙ, аптырағыҙ, Күҙегеҙҙе һуҡырайтығыҙ, күрмәһен. Шарап эсмәйенсә иҫерегеҙ, Хәмер эсмәгән килеш тәнтерәкләгеҙ. 10 Сөнки Раббы һеҙгә тәрән йоҡо күндерҙе, Күҙегеҙҙе йомдорҙо, эй пәйғәмбәрҙәр; Аңығыҙҙы томаланы, эй әүлиәләр. 11 Бөтә күренмештәр һеҙҙең өсөн Мөһөрләнгән бер китап һүҙҙәре һымаҡ булды. Уҡый белгән кешегә биреп: «Уҡы», – тиһәң, «Уҡый алмайым, сөнки ул мөһөрләнгән», – тип яуаплар. 12 Әгәр китапты наҙанға биреп: «Уҡы», – тиһәң, «Мин уҡый белмәйем», – тип яуап ҡайтарыр. 13 Бөйөк Хаким былай ти: «Был халыҡ Мине тик теле менән хөрмәт итә, Яныма килеүе һүҙҙә генә. Әммә күңелдәре Минән алыҫ. Уларҙың Минән ҡурҡыуы Кешеләрҙән өйрәнгән ҡағиҙәләр арҡаһында ғына. 14 Шуға күрә Мин дә был халыҡҡа Яңы мөғжизә, шаҡ ҡатырлыҡ хикмәт ҡылырмын. Аҡыл эйәләренең аҡылы юҡҡа сығыр, Зиһенлеләрҙең зиһене бөтөр». 15 Ниәттәрен Раббыға күрһәтмәҫ өсөн Тәрәнгә йәшеренгәндәрҙең башына ҡайғы! Ҡараңғылыҡта эш иткән был бәндәләр: «Беҙҙе кем күрер ҙә кем белер?» – тип әйтер. 16 Был ни тиклем аҡылһыҙлыҡ! Көршәксе балсыҡ менән бер булырмы? Әйбер үҙен яһаусы хаҡында: «Мине ул эшләмәне!» – тип әйтерме? Сүлмәк үҙен яһаған һөнәрсе тураһында: «Ул бер нәмә лә аңламай», – тиерме? Исраилдың өмөтлө киләсәге 17 Ливан тиҙ арала уңдырышлы баҫыуға, Уңдырышлы баҫыу иһә урманға әүерелмәҫме? 18 Ул көн һаңғырауҙар китап һүҙен ишетер, Һуҡырҙар ҡуйы ҡараңғылыҡтан күрә башлар. 19 Фәҡирҙәр Раббыла ҡыуаныс табыр, Исраилдың Изгеһе хаҡында уйлап, Ярлы-мохтаждар шатланыр. 20 Сөнки рәхимһеҙҙәрҙең ахыры килер, Хурлаусылар юҡҡа сығыр, Яуызлыҡ ҡылырға әҙер торғандар ҡырылыр. 21 Ундайҙар кешеләргә яла яғалар, Ҡала ҡапҡаһы төбөндә хөкөмдарҙарға тоҙаҡ ҡоралар, Ғәйепһеҙҙе ғәҙел хөкөмдән мәхрүм итәләр. 22 Шуға күрә Ибраһимды йолоп алған Раббы Яҡуп нәҫеленә былай тиер: «Яҡуп башҡаса оятҡа ҡалмаҫ, Уға инде ағарынырға тура килмәҫ. 23 Үҙ янында балаларын – Минең ижад емешемде күргәс, Исемемде изге тип хөрмәтләр, Эйе, Яҡуп Изгеһенең изгелеген таныр, Исраилдың Аллаһы алдында ҡалтырап торор. 24 Рухтары аҙашҡандарға шул саҡ аҡыл керер, Зарланғандар өгөт-нәсихәт алыр». |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia