Ишағыяһ 28 - Изге ЯҙмаСамария тураһында пәйғәмбәрлек 1 Уңдырышлы үҙән уртаһында ҡалҡып торған Шараптан еңелгәндәрҙең ҡалаһына – Әфраим эскеселәренең тәкәббер тажына, Данлы гүзәллектең һулыған сәскәһенә ҡайғы! 2 Бына, бөйөк Хакимдың көслө бер баһадиры бар. Ул боҙло ҡойон, һәләкәтле ғәрәсәт кеүек, Бар нәмәне йыуып алып киткән ташҡын һымаҡ килер. Үҙ ҡулдары менән ул Әфраимды ергә ҡолатыр. 3 Аһ Әфраим эскеселәренең ғорур тажы, Ана инде аяҡ аҫтында тапала! 4 Уңдырышлы үҙән уртаһында ҡалҡып торған ҡала, Данлы гүзәллектең һулыған сәскәһе Ваҡытынан алда өлгөргән инжир һымаҡ буласаҡ. Уны күргән бере бик тиҙ өҙөп алып йотасаҡ. 5 Ул көндө Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙ халҡының иҫән ҡалғандары өсөн Гүзәллек тажы һәм шөһрәт таҡыяһы булыр. 6 Хөкөм сығарыусыға Ул ғәҙеллек рухы иңдерер, Ҡала ҡапҡалары алдында Дошманды кире борған яугиргә ҡеүәт бирер. Иҫерек пәйғәмбәрҙәр тураһында пәйғәмбәрлек 7 Ҡаһиндар менән пәйғәмбәрҙәр ҙә Иҫерешеп тәнтерәкләп йөрөп ята. Уларҙы шарап еңгән, хәмер аҡылдарын алған. Улар күргән күренмештәр ялған, Хөкөмдә сығарған ҡарарҙары яңылыш. 8 Өҫтәлдәрендә таҙа урын ҡалмаған, Әшәке ҡоҫҡолоҡ менән тулған. 9 Раббы пәйғәмбәре тураһында улар: «Был әҙәм кемде өйрәтмәксе? Кемгә өгөт бирмәксе? Яңы ғына күкрәк һөтө имгән, Имсәк ташлаған бәпестәргәме? 10 Нимә был? Бойороҡ өҫтөнә бойороҡ, бойороҡ өҫтөнә бойороҡ. Өгөт өҫтөнә өгөт, өгөт өҫтөнә өгөт, Бер аҙ бынан, бер аҙ тегенән», – тиҙәр. 11 Улай икән, Раббы был халыҡҡа Ят телдә, аңлайышһыҙ һүҙҙәр менән өндәшер. 12 Раббы уларға: «Бында рәхәт, Әйҙә арығандар хәл алһын, Бында тыныс урын», – ти торғайны. Әммә улар ишетергә теләмәне. 13 Шуға Раббының һүҙҙәре улар өсөн: «Бойороҡ өҫтөнә бойороҡ, бойороҡ өҫтөнә бойороҡ. Өгөт өҫтөнә өгөт, өгөт өҫтөнә өгөт, Бер аҙ бынан, бер аҙ тегенән» икән, Йөрөмәксе булырҙар ҙа салҡан йығылып яраланырҙар; Тоҙаҡҡа төшөп, әсирлеккә китерҙәр. Раббының Сионға нигеҙ ташы һалыуы 14 Шуға күрә, эй һеҙ, мыҫҡыл итеп көлөүселәр, Йәрүсәлимдә был халыҡҡа хакимлыҡ ҡылыусылар, Раббы һүҙенә ҡолаҡ һалығыҙ! 15 Һеҙ былай тинегеҙ: «Беҙ үлем менән килешеү төҙөгәнбеҙ, Үлеләр донъяһы менән һүҙ ҡуйышҡанбыҙ. Дәһшәтле афәт беҙгә теймәй үтәсәк, Сөнки ялғанды үҙебеҙгә һыйыныс итеп алдыҡ, Хәйләнең артына йәшендек». 16 Шуға күрә Раббы Хаким һеҙгә былай ти: «Бына, Мин Сионда һыналған, Баһалап булмаҫлыҡ мөйөш ташы, Ныҡлы нигеҙ ташы ҡуям. Уға ышанған һис кем ҡаушап төшмәҫ. 17 Ғәҙеллекте – үлсәм бауы, Дөрөҫлөктө ҡурғаш аҫма итәм. Ялғанды – һыйынысығыҙҙы – боҙ һуғыр, Йәшенгән урынығыҙҙы һыу йыуып алып китер. 18 Үлем менән килешеүегеҙ боҙолор, Үлектәр донъяһы менән ҡуйышҡан һүҙегеҙ емерелер. Һәләкәтле ташҡын аша үтер, һеҙҙе бәреп йығыр: 19 Һәр көн иртән, көндөҙ ҙә, төндә лә Был ташҡын һеҙҙе йыуып алып китер. Был хәбәрҙе аңлағас, ҡотоғоҙ осасаҡ!» 20 Түшәгегеҙ һуҙылып ятырға ҡыҫҡа, Ураныр өсөн юрғанығыҙ тар булыр. 21 Сөнки Раббы Перасим тауындағылай ҡалҡыр, Ғивғон үҙәнендәге шикелле ярһыр. Ул Үҙ эшен, сәйер эшен тормошҡа ашырыр, Уның ғәмәле хайран ҡалдырыр. 22 Шуға күрә хурлауҙан туҡтағыҙ, Юғиһә бығауҙарығыҙ ауырыраҡ булыр. Сөнки бөйөк Хакимдан – Күк ғәскәрҙәре Раббыһынан – Бөтөн илгә янаған һәләкәт тураһында белдем. Игенсе тураһында ҡисса 23 Тауышыма ҡолаҡ һалығыҙ, әйткәнемде ишетегеҙ. Һөйләгәнемде диҡҡәт менән тыңлағыҙ! 24 Сәсеү мәлендә игенсе Баҫыуҙы туҡтауһыҙ һөрә, Тырмата, йомшарта ғынамы? 25 Юҡ, ул, ерҙе тигеҙләгәс, ҡара үлән, аҡ әнис орлоҡтары һибә, Бойҙай, тары сәсә, арпаны бер урынға, Борайҙы эргәһенә ултырта. 26 Ул шулай эшләргә кәрәклеген белә, Сөнки уны Алла өйрәтә. 27 Ҡара үләнде ашлыҡ һуҡҡыс менән төймәйҙәр, Әнисте арба тәгәрмәсе менән һуҡмайҙар. Ҡара үләнде лә, әнисте лә таяҡ менән һуғалар. 28 Ашлыҡты һуғалар, әммә гел генә һуғып тормайҙар. Өҫтөнән һуҡҡыс тағылған атты йөрөтәләр, әммә иҙмәйҙәр. 29 Был ғәжәйеп белем Күк ғәскәрҙәре Раббыһынан килә, Уның кәңәштәре хайран, аҡылы бөйөк! |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia