Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ишағыяһ 27 - Изге Яҙма


Исраилдың ҡотҡарылыуы

1 Ул көн Раббы Ливъяҫанды, ҡасып барған йыланды, Ливъяҫанды, борғолана-борғолана шыуышҡан йыланды, Үҙенең аяуһыҙ, бөйөк һәм ҡеүәтле ҡылысы менән язалаясаҡ; Диңгеҙҙәге аждаһаны үлтерәсәк.

2 Ул көндө гүзәл йөҙөм баҡсаһы өсөн йырлағыҙ.

3 «Мин Раббы – уның ҡарауылсыһы, Уны гел һуғарып торам. Бер кем дә зарар итмәһен тиеп, Уны көнө-төнө һаҡлайым.

4 Миндә асыу юҡ! Ләкин ул сәнскәк менән билсән үҫтерһә, Уға ҡаршы яу асырмын, Тотош утта яндырырмын.

5 Иң яҡшыһы – Миндә һыйыныу эҙләһен, Минең менән килешеп йәшәһен. Эйе, Минең менән килешеп йәшәһен».

6 Килер ваҡыт – Яҡуп нәҫеле тамыр йәйер, Исраил үрсем бирер һәм сәскә атыр, Ер йөҙөн емештәре менән тултырыр.

7 Раббы Үҙ халҡын уларҙың дошмандарын язалаған кеүек язаланымы ни? Халҡын үлтергән ҡатилдар һымаҡ уны үлтерҙеме?

8 Ул Үҙ халҡын былай язаланы: Ҡыуып һөргөнгә ебәрҙе. Көнсығыштан иҫкән көслө ел һымаҡ Ҡеүәтле һулышы менән ситкә ҡыуҙы.

9 Боттарға ҡорбан килтергән усаҡтарын Аҡташ һымаҡ онтап бөтһә, Ашераға ҡуйылған ҡолғаларҙы, Хуш еҫ төтәтеү усаҡтарын емерһә, Гонаһынан арыныуының билдәһе шул булыр, Яҡуп нәҫеленең ғәйебе шуның менән пакланыр.

10 Нығытмалы ҡала бушап ҡалды, Ташландыҡ йорттар сүлдәй кешеһеҙ. Унда тик башмаҡтар ғына утлап йөрөй, Шунда ята, ботаҡтарҙы мөнтәп ҡорота.

11 Ботаҡтар ҡороғас, һынып төшә, Ҡатындар ботап алып яндыра. Был халыҡ бер нәмә лә аңламай, Шуға Бар ҡылыусы уларҙы ҡыҙғанмай, Яратыусы уларға мәрхәмәт күрһәтмәй.

12 Әммә шундай көндәр килә: Раббы Евфрат йылғаһынан алып Мысыр сигендәге йылғаға тиклем ашлыҡ һуғыр һәм һеҙҙе, эй Исраил балалары, бер-бер артлы бер урынға туплар.

13 Ул көндө бөйөк борғо ҡысҡыртылыр; Ашшур ерендә аҙашып йөрөгәндәр, Мысырға һөрөлгәндәр, ҡайтып, Йәрүсәлимдәге изге тауҙа Раббыға сәждә ҡылыр.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan