Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ишағыяһ 24 - Изге Яҙма


Раббының донъяны хөкөм итеүе

1 Бына Раббы, ерҙе харап итеп, бушлыҡҡа әйләндерәсәк, Донъяның аҫтын өҫкә түңкәреп, Унда йәшәүселәрҙе таратып ебәрәсәк.

2 Халыҡ менән ҡаһин араһында, Ҡол менән хужаһы араһында, Ялсы ҡатын менән хужабикә, Һатыусы менән алыусы, Бурыс биргән менән бурысҡа алғандың араһында Бер ниндәй айырма ҡалмаясаҡ.

3 Ер, тотош таланып, буп-буш ҡаласаҡ, Сөнки Раббы шулай тине.

4 Донъя һарғайып көйөр, Ер йөҙө ҡороп һулыр; Уның ҡеүәтле заттары хәлһеҙләнер.

5 Ерҙе унда йәшәүселәр нәжесләне, Сөнки улар ҡанундарҙы һанға һуҡманы, Ҡағиҙәләрҙе аяҡ аҫтына һалды, Мәңгелек килешеүҙе боҙҙо.

6 Шул сәбәптән ерҙе ҡарғыш ашай – Унда йәшәүселәр үҙ ғәйептәренең язаһын күрә. Юҡҡа сыға унда йәшәүселәр, Бик аҙҙары ғына ҡотолоп ҡалыр.

7 Яңы шарап бөттө. Йөҙөм ботаҡтары шиңде. Элек шат йәшәгәндәр бойоҡто.

8 Дөңгөр ҡағып, күңел асыу тамам, Уйын-көлкө килде ахырына, Арфаның моңдары баҫылды.

9 Инде шарап эсеп йырлашмайҙар, Хәмер әсе булып тойола.

10 Емерелгән ҡала ташландыҡ ҡалған, Йорттар бикле, унда инеп булмай.

11 Шарап юҡлыҡтан урамдарҙа ҡысҡырыш, Ҡыуаныстың әҫәре лә ҡалманы, Донъяла шатлыҡ юҡ булды.

12 Ҡала тотош бушап ҡалған, Ҡапҡалары емерелгән.

13 Зәйтүн ағасынан емештәрен Ҡойоу өсөн ағас нисек һелкетелһә, Уңышын йыйғас, ҡыуаҡта Нисә бөртөк йөҙөм ҡалһа, Донъя халыҡтары шулай ҡалыр.

14 Һау ҡалғандар, ҡысҡырышып, Һөйөнөс йырҙары йырлар. Көнбайышта йәшәгәндәр Раббы бөйөклөгөн данлар.

15 Шуға күрә, көнсығышта йәшәүселәр, Раббыны данлағыҙ, Диңгеҙ буйы, утрауҙарҙағы халыҡтар, Исраил Аллаһы Раббының исемен ҙурлағыҙ.

16 Ерҙең иң ситенән беҙ йыр ишетербеҙ: «Хаҡлыҡ эйәһенә дан-шөһрәт!» Тик мин: «Бөттөм! Бөттөм! Ҡайғы миңә! – тинем. – Хыянатсылар хыянаттарын дауам итер, Эйе, залимдар залимдарса ҡыланыр!»

17 Эй донъяла йәшәүселәр! Алдығыҙҙа дәһшәт, тәрән соҡор һәм тоҙаҡ бар!

18 Дәһшәтле тауыштан ҡасҡан соҡорға ҡолар, Соҡорҙан сыҡҡан тоҙаҡҡа ҡабыр. Күк ҡабаҡтары асылыр, Ерҙең нигеҙҙәре һелкенер.

19 Ер тотош сатнап ярылыр, тетрәр, Донъя селпәрәмә килер.

20 Иҫерек кеше һымаҡ сайҡалыр, Аласыҡ һымаҡ һелкенер, Гонаһтарҙың ауырлығы арҡаһында сүгер, Ҡолар ҙа башҡаса тора алмаҫ.

21 Ул көн Раббы юғарыла – күк ғәскәрен, Аҫта – ер йөҙөндәге батшаларҙы язалар.

22 Улар барыһы ла тотҡон һымаҡ Тәрән соҡорға тупланыр, зинданға бикләнер, Күп дәүерҙәр үткәндән һуң, язаланыр.

23 Айҙың йөҙө ҡарайыр, ҡояш оялыр, Сөнки Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Сион тауында, Йәрүсәлимдә батшалыҡ итер, Халҡының аҡһаҡалдары Уның шөһрәтен күрер.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan