Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ишағыяһ 23 - Изге Яҙма


Раббының Тир ҡалаһын язалаясағы

1 Тир ҡалаһы тураһында әүлиәлек. Эй Таршиш караптары, ҡысҡырып илағыҙ! Һеҙ Киттимдән ҡайтышлай ишеткән хәбәр дөрөҫ, Баш ҡалағыҙ емерелде, бер генә йорт та ҡалманы.

2 Шымығыҙ, яр буйҙарында йәшәүселәр! Диңгеҙҙә йөрөгән Сидон сауҙагәрҙәре һеҙҙе байытты.

3 Ҙур һыу буйлап Шихорҙан орлоҡ, Нилдан иген килтерерҙәр ине. Бөтөн ҡала ҡәүемдәргә баҙар булды.

4 Оял, Сидон, диңгеҙ ярындағы ҡәлғә! Сөнки диңгеҙ һиңә әйтә: «Мин тулғаҡ ғазабы кисермәнем, бала тапманым, Уландар тәрбиәләмәнем, Ҡыҙҙар үҫтермәнем».

5 Тир тураһындағы хәбәр Мысырға барып ишетелһә, Кешеләрҙең йөрәктәре һыҙланасаҡ.

6 Таршишҡа күсеп китегеҙ, Эй диңгеҙ яры буйында йәшәүселәр, ҡысҡырып илағыҙ!

7 Борон замандарҙан уҡ нигеҙ һалынған, Кешеләрен алыҫ илдәрҙә төйәкләнергә оҙатҡан, Шатлыҡ-һөйөнөсө ташып торған Ҡалағыҙға һеҙҙең нимә булған?

8 Батшаларға таж кейҙергән Тирға Бындай яҙмышты кем билдәләне? Был ҡаланың сауҙагәрҙәре – шаһзада, Эшҡыуарҙары донъяның иң хөрмәтлеләре ине.

9 Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ҡабул ҡылды был ҡарарҙы: Тирҙың күркәмлеге менән тәкәбберлеге хур булһын, Бөтә донъяла хөрмәт ҡаҙанғандар түбәнһетелһен!

10 Эй Таршиш-ҡыҙ, үҙ ереңдән ағын Нил һымаҡ үт, Бүтән ҡаршылыҡ юҡ.

11 Раббы диңгеҙ өҫтөнә ҡул һуҙҙы, Батшалыҡтарҙы тетрәтте, Ҡәнғән ҡәлғәләрен йығырға бойорҙо, әйтте:

12 «Эй мәсхәрә ителгән ғиффәтле Сидон-ҡыҙ, Бүтән кәйеф-сафа ҡора алмаҫһың! Тор, Киттимгә юллан, Тик унда ла тынғылыҡ тапмаҫһың».

13 Ана, халдейҙар иленә ҡара: Ул халыҡ башҡа юҡ инде! Ашшур, ҡамау манаралары ҡороп, Уларҙың нығытмаларын емерҙе, Илде харабаға әйләндерҙе, Ерҙе ҡырағай хайуандарға бирҙе.

14 Үкереп илағыҙ, эй Таршиш караптары! Сөнки һеҙ һыйынған ҡәлғә емерелде.

15 Бынан һуң Тир ҡалаһы етмеш йылға, бер батшаның ғүмере оҙонлоғона, онотолор. Етмеш йыл үткәс, Тир фәхишә ҡатынға сығарылған таҡмаҡтағы һымаҡ булыр:

16 «Арфаңды ал, ҡала буйлап йөрө, Эй һәммәһе онотҡан фәхишә! Тырыш, матурыраҡ уйна, Йыр артынан йыр көйлә, Бәлки, һине иҫкә төшөрөрҙәр».

17 Етмеш йыл үткәс, Раббы Тир хаҡында хәстәрлек күрер: ҡала тағы сауҙаға тотонор, донъялағы бөтә батшалыҡтар менән фәхешлек итә башлар.

18 Әммә уның сауҙанан килгән табышы тупланмаҫ һәм йыйылмаҫ, ә Раббыға бағышланыр һәм, туйғансы ашаһындар, затлы кейенһендәр өсөн, Раббы хозурында йәшәгәндәргә тотонолор.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan