Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ишағыяһ 22 - Изге Яҙма


Йәрүсәлим тураһында пәйғәмбәрлек

1 Күренмештәр үҙәнлеге тураһында әүлиәлек. Эй ҡала халҡы, ни булды, Бөтәгеҙ ҙә өй түбәләренә менгәнһегеҙ?

2 Эй шау-шыулы, гөжләп торған ҡала! Үлтерелгәндәрегеҙ ҡылыстан да ҡырылманы, Һуғышта ла ҡоламаны.

3 Башлыҡтарығыҙ барыһы бергә ҡасты, Йәйәләренән уҡ атмай ғына тотҡонлоҡҡа барып ҡапты. Ни тиклем алыҫҡа ҡасһалар ҙа, Бөтөнөһө лә әсирлеккә алынды.

4 Шуға күрә былай тинем: «Яңғыҙымды ғына ҡалдырығыҙ, Әрнеп-әсенеп илайым. Ғәзиз халҡым һәләк булған саҡта, Мине йыуатырға маташмағыҙ».

5 Бөйөк Хакимдың, Күк ғәскәрҙәре Раббыһының Күренмештәр үҙәнендә Хафа, иҙеү, сыуалыш көнө; Диуарҙар емереләсәк, Аһ-зарҙар тауҙарға олғашасаҡ көн килә.

6 Ғеламдар, уҡ-һаҙаҡ алып, Һуғыш арбаларында ла, һыбайлап та килә. Ҡыйр халҡы ҡалҡандарын күтәргән!

7 Бына, һинең күркәм үҙәндәрең Һуғыш арбалары менән тулған, Һыбайлылар ҡала ҡапҡалары алдына килеп теҙелгән.

8 Раббы Йәһүҙәне яҡлаусыһыҙ ҡалдырҙы. Ул көндө һеҙ «Ливан урманы йорто» һарайындағы ҡоралға ышандығыҙ.

9 Дауыт ҡалаһы диуарҙарында Ярыҡтарҙың ни тиклем күплеген күрҙегеҙ, Аҫҡы быуаға һыу йыйҙығыҙ.

10 Йәрүсәлимдәге йорттарҙы хисапланығыҙ, Ҡала диуарын йүнәтер өсөн ҡайһы бер өйҙәрҙе емерҙегеҙ.

11 Иҫке быуанан алған һыу өсөн Ике диуар араһында бер һаҡлағыс ҡаҙынығыҙ. Ә быны, электән үк ниәтләп, Бойомға ашырған Алланы иҫәпкә алманығыҙ.

12 Ул көндө бөйөк Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, һеҙҙе һыҡтарға, Сәсегеҙҙе ҡырып ташлап иларға, Ҡыл туҡымаға уранырға өндәне.

13 Ә һеҙ кәйеф-сафа ҡорҙоғоҙ. «Иртәгә барыбер үләбеҙ, Ашап-эсеп ҡалайыҡ», – тип, Башмаҡ һуйҙығыҙ, һарыҡ салдығыҙ, Ит ашап, шарап эстегеҙ.

14 Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ҡолағыма төшөрҙө: «Был ғәйебегеҙ үлгәнегеҙгә тиклем ғәфү ителмәҫ!» Бөйөк Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, әйтте быны.

15 Бөйөк Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, былай тине: «Бар, һарай башлығы Шевнаға бар ҙа әйт:

16 Кем һин, һинең бында ни эшең бар? Ни хаҡың бар – бында, Юғарыла, үҙеңә ҡәбер, Ҡаяла төрбә уяһың?

17 Эй һин, бәндә! Ҡара, Раббы һине бынан алып быраҡтырыр. Ул һине ныҡлап эләктереп алыр ҙа

18 Туп кеүек әүәләр, шунан Ике ҡуллап иркен бер илгә сойорғотор. Һин – хужаң йортон мәсхәрә иткән бәндә, Шунда үлерһең. Күркәм яу арбаларың унда ҡалыр!

19 Һине дәрәжәле вазифаңдан бушатырмын, Ултырған урыныңдан төшөрөрмөн.

20 Ул көндө Мин ҡолом Хилҡияһ улы Әлъяҡимды саҡырып алырмын.

21 Уға һинең кейемеңде кейҙерермен, биленә һинең билбауыңды быуырмын, хакимлығыңды уның ҡулына тапшырырмын. Ул Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә һәм Йәһүҙә халҡына атай булыр.

22 Дауыт йортоноң асҡысын уның яурынына һалырмын. Ул асһа – бер кем дә бикләй, бикләһә, һис берәү аса алмаҫ.

23 Уны ҡаты ергә ҡағылған ҡаҙаҡтай нығытырмын, ул нәҫеле өсөн дан тәхете булыр.

24 Бөтөн нәҫеленең шөһрәте уның өҫтөндә булыр. Балаларының һәм ейәндәренең даны – сеүәтәләрҙән алып табаҡтарға тиклем барлыҡ һауыт-һаба, ҡаҙаҡҡа эленгән һымаҡ, уға эленеп торасаҡ».

25 – Ә ул көндө, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – ҡаты урынға ҡағылған ҡаҙаҡ урынынан ҡутарылып сығасаҡ, йығыласаҡ, уға аҫылған йөк тә юҡ буласаҡ. Был – Раббы һүҙе.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan