Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ишағыяһ 21 - Изге Яҙма


Бабилдың еңелеүе тураһында пәйғәмбәрлек

1 Диңгеҙ буйындағы сүллек тураһында әүлиәлек. Негевта ҡоторонған ғәрәсәт кеүек Сүлдән, дәһшәт иленән баҫҡынсы килер.

2 Миңә ҡурҡыныс бер илаһи күренмеш булды: Хыянатсы хыянат итә; талаусы – талай! «Эй Ғелам, һөжүм ит! Мадай, Бабилды ҡамауға ал! Бабил сәбәп булған барса һыҡтауҙарға сик ҡуям!»

3 Күргәндәремдән билемә сәнсеү ҡаҙалды, Тулғаҡ тотҡан ҡатын һымаҡ ғазап алды. Ишеткәндәремдән ҡалтырап төштөм, Дәһшәткә төштөм күргәндәремдән.

4 Йөрәгем бәлтерәне, бөтә тәнем ҡалтырай; Элек эңерҙе көтөп ала торғайным, Хәҙер ул ҡот осҡос мәлгә әүерелде.

5 Табын ҡоролған, Келәмдәр түшәлгән, ашап-эсәләр… Тороғоҙ, эй ғәскәр башлыҡтары, Ҡалҡандарығыҙҙы майлағыҙ!

6 Сөнки бөйөк Хаким миңә былай тине: «Бар, бер күҙәтсе ҡуй. Нимә күрә, шуны һөйләп барһын.

7 Пар ат егелгән яу арбаларын, Аттарға, ишәк, дөйәләргә атланған кешеләрҙе күргәс, Ныҡ иғтибарлы, бик уяу булһын!»

8 Шунда күҙәтсе ҡысҡырҙы: «Эй бөйөк Хакимым! Мин һәр даим күҙәтсе манараһында торам; Көнөн-төнөн урынымдан китмәйем!

9 Бына күрәм: яу арбалары һәм һыбайлылар Ҡушарлап-ҡушарлап килә». Һуңынан ул: «Бабил ҡолатылды, бәреп төшөрөлдө! Илаһтарының һындары Ергә төшөп, селпәрәмә килде», – тип хәбәр бирҙе.

10 Эй халҡым! Ырҙындағы яҫмалай туҡмалған халҡым! Күк ғәскәрҙәре Раббыһынан, Исраилдың Аллаһынан Ишеткәндәремде һеҙгә белдерәм.


Дума һәм Ғәрәбстан тураһында пәйғәмбәрлек

11 Дума тураһында әүлиәлек. Берәү Сеғирҙан миңә ҡысҡыра: «Эй һаҡсы, төн үтергә күпме ҡалды? Ул ҡасанға тиклем һуҙыласаҡ?»

12 Һаҡсы яуаплай: «Таң атырға күп ҡалманы, Ләкин төн йәнә буласаҡ. Әгәр ҙә тағы һорарға теләһәгеҙ, кире килеп һорағыҙ».

13 Ғәрәбстан тураһында әүлиәлек. Ғәрәп шырлыҡтарында ҡунығыҙ, Эй Дедан каруандары!

14 Эй Тема ерендә йәшәүселәр, Һыуһағандарға һыу килтерегеҙ, Ҡасып ҡотолғандарға икмәк бирегеҙ.

15 Сөнки улар ҡылыстан ҡасалар, Ҡындан сыҡҡан яланғас ҡылыстан, Кирелгән йәйәнән, Һуғыш золомонан ҡаса улар.

16 Бөйөк Хаким миңә былай тине: – Теүәл бер йыл эсендә Ҡыдарҙың бөтә даны юҡҡа сығасаҡ.

17 Уҡсыларҙың, Ҡыдар яугирҙәренең бик аҙы ғына иҫән ҡаласаҡ. Шулай тине Исраил Аллаһы Раббы.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan