Ишағыяһ 2 - Изге ЯҙмаРаббының тауы ( Мих 4:1-3 ) 1 Амус улы Ишағыяһтың Йәһүҙә менән Йәрүсәлим тураһында күргәне. 2 Ахырҙа шундай көндәр килер: Раббының йорто торған тау Бөтә тауҙарға баш булыр, Түбәләрҙән юғарыраҡ ҡалҡып торор, Бөтә ҡәүемдәр уға ағылыр. 3 Бихисап халыҡтар килеп бер-береһенә: «Әйҙәгеҙ, Раббы тауына, Яҡуп Аллаһының йортона сығайыҡ, – тиер. – Ул беҙгә Үҙ юлдарын өйрәтһен, Беҙ Уның һуҡмағынан йөрөрбөҙ». Сөнки ҡанун – Сиондан, Раббы һүҙе Йәрүсәлимдән килер. 4 Ҡәүемдәр араһында Раббы хөкөм ҡылыр, Күп халыҡтарҙың дәғүәһен хәл итер. Улар ҡылыстарынан төрән, Һөңгө башаҡтарынан ураҡ ҡойор. Халыҡ халыҡҡа ҡылыс күтәрмәҫ, Яу һөнәренә башҡа өйрәнмәҫ. 5 Эй Яҡуп нәҫеле, кил! Раббы яҡтылығының нуры аҫтында йөрөйөк. Раббының көнө 6 Йә Раббы, халҡыңды – Яҡуп нәҫелен ташланың. Улар көнсығыштың күп йолаларына эйәрҙеләр. Пелештиҙәр һымаҡ күрәҙә итәләр, Сит-яттар менән ҡул ҡыҫышалар. 7 Илдәре алтын да көмөш менән тулы, Хазиналарының юҡ иҫәбе-һаны, Ерҙәрендә аттар тулы, Һуғыш арбалары хисапһыҙ. 8 Илдәрен боттар менән тултырҙылар; Бармаҡтары әүәләгән, үҙ ҡулдары яһаған Һындар алдында сәждә ҡылалар. 9 Шуға күрә кәмһетелер әҙәм, Түбәнһетелеп теҙ сүгер кеше. Раббы, Һин уларҙы ғәфү итмә! 10 Раббының дәһшәтенән, Уның бөйөк шөһрәтенән ҡурҡып, Ҡас ҡаяларға, тупраҡ аҫтына йәшен! 11 Әҙәмдең тәкәббер ҡарашы шиңер, Ғорурлығы селпәрәмә килер. Ул көндө тик Раббы ғына юғары күтәрелер. 12 Сөнки Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ул көн Бөтә һауалы, юғары, ғорурҙарҙы түбәнһетер. 13 Ливандың бейек, ғорур кедр ағастарына, Башандың бөтә имәндәренә, 14 Барса ҙур тауҙарға, бейек түбәләргә, 15 Ҡалҡыу манараларға, нығытылған диуарҙарға, 16 Таршиш караптарына, бөтә матур кәмәләргә – Барыһына ла киләсәк ул көн! 17 Әҙәмдәрҙең – ғорурлығы, Бәндәнең тәкәбберлеге түбәнһетеләсәк. Ул көндө бары тик Раббы юғары күтәреләсәк. 18 Боттар тулыһынса юҡҡа сығасаҡ. 19 Раббы ерҙе дер һелкетер өсөн ҡалҡҡас, Һәр кеше Уның дәһшәте, бөйөк шөһрәтенән ҡурҡып, Ҡаялағы мәмерйәләргә, ер ярыҡтарына инеп боҫор. 20-21 Ул көндө кешеләр, ер йөҙөн тетрәтер өсөн ҡалҡҡан Раббының дәһшәте һәм бөйөк шөһрәтенән ҡурҡып, Табыныр өсөн яһаған алтын һәм көмөш боттарын Һуҡыр сысҡан һәм ярғанаттарға ташлап, Ҡаялағы ярыҡтарға, тарлауыҡтарға боҫасаҡ. 22 Ғүмере танау тишегендәге һулыш ҡына булған Әҙәм балаһына өмөт бағлауҙан төңөл. Уның ниндәй ҡиммәте бар? |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia