Ишағыяһ 16 - Изге Яҙма1 Селанан сүл юлы менән Сион тауына, Илдең хакимына бүләккә бәрәстәр ебәрегеҙ. 2 Арнон йылғаһы кисеүҙәрендә Моав ҡыҙҙары ояһынан алып ырғытылған, Асырғанып осҡан ҡошҡа оҡшаш. 3 «Беҙгә кәңәш бир, бер ҡарар ҡыл. Төшкөһөн дә төнгө кеүек күләгәң менән ҡапла. Ҡыуылғандарҙы йәшер, ҡасаҡтарҙы һата күрмә. 4 Иленән ҡыуылған Моав халҡы йәшәп торһон һиндә; Ҡырғын килтереүсенән уға ышыҡ бул». Иҙеүсе юҡ ителгәс, емереү-талауҙар туҡтағас, Йәберләүселәр был ерҙән ғәйеп булғас, 5 Мөхәббәткә нигеҙләнгән тәхет Дауыт сатырында урынлашыр. Унда ғәҙеллек эҙләгән, дөрөҫлөккә ынтылған, Арымай-талмай хаҡ хөкөм ҡылған хаким ултырыр. 6 «Моавтарҙың ғорурланып шашҡандарын, Мин-минлеген, тәкәбберләнгәндәрен ишеттек. Әммә улар бушҡа маҡтаналар. 7 Бына шуның өсөн Моав үҙен йәлләп, үкереп илай, Барыһы йәш түгә. Ҡир-Харәсәҫтең йөҙөм ҡағын һағынып Моңайыр һәм хәсрәтләнер. 8 Сөнки Хешбон баҫыуҙары, Сивманың йөҙөм баҡсалары һәләк булды. Башҡа ҡәүемдәрҙең башлыҡтары Иң һайланма ботаҡтарҙы ҡырҡты. Ул ботаҡтар Яғзергәсә йәйелә, Сүлгә тарала, тарбаҡланып диңгеҙ аша үтә ине». 9 Шуға Сивма йөҙөмдәре өсөн Мин Яғзер менән бергә илайым. Һеҙҙе күҙ йәштәремә сылатам, Эй Хешбон менән Әлғәле ҡалалары! Сөнки һеҙҙең емеш йыйғандағы, иген урғандағы Шатлыҡлы ауаздарығыҙ туҡтаны. 10 Уңдырышлы баҫыуҙарҙан уйын-көлкө юҡҡа сыҡты. Йөҙөм баҡсаларында һис кем йырламай, Шатлыҡ тауыштары яңғырамай; Йөҙөм һыҡҡыстарҙа һис кем емеш иҙмәй, Ҡыуаныслы ауаздар туҡталды. 11 Шуға ла йөрәгем Моав өсөн арфа һымаҡ иңрәй, Ҡир-Харәсәҫ өсөн йәнем әрней. 12 Моав халҡы табыныу ҡалҡыулыҡтарына килеп Арығансы ялбарһа ла, Доға ҡылыр өсөн изге урындарына барһа ла – Тик бушҡа ғына буласаҡ. 13 Раббының Моав хаҡында элек белдергәндәре ошо. 14 Әле иһә Раббы былай ти: – Теп-теүәл өс йылдан Моавтың дан-шөһрәте хурлыҡҡа әйләнәсәк. Ни тиклем күп һанлы булмаһындар, бик аҙҙары ғына ҡотолоп ҡалыр һәм улар көсһөҙ булыр. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia