Ишағыяһ 13 - Изге ЯҙмаАлланың Бабилды язалаясағы 1 Амус улы Ишағыяһтың Бабилдың киләсәге хаҡында күргән әүлиәлеге. 2 «Яланғас тауҙың башында әләм күтәрегеҙ! Һөрәнләгеҙ яугирҙәргә, Ҡул болғағыҙ: әйҙә улар Затлылар йөрөй торған ҡапҡанан эскә инһен. 3 Үҙем һайлап алғандарға әмер бирҙем, Асыуымды ғәмәлгә ашырһындар өсөн Батыр яугирҙәрҙе, Бөйөклөгөмә ғорурланғандарҙы саҡырып алдым». 4 Тауҙарҙағы шау-шыуҙы тыңлағыҙ, Ул күмәк халыҡтың тауышына оҡшаш. Бер ергә йыйылған ҡәүемдәрҙең, Батшалыҡтарҙың геүләүен ишетегеҙ! Күк ғәскәрҙәре Раббыһы һуғышҡа сиреү әҙерләй. 5 Улар алыҫ илдән, күк көмбәҙенең ситенән килә: Раббы һәм Уның асыуының ҡоралы Бөтә ер йөҙөн тар-мар итәсәк. 6 Һыҡтағыҙ! Сөнки Раббының көнө яҡын! Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе ебәргән Һәләкәт булып килә ул көн! 7 Шуға күрә һәммәһенең ҡулдары һәленеп төшөр, Һәр кешенең ҡурҡыуҙан йөрәге ирер. 8 Барыһын да дәһшәт сорнап алыр, Тартышыуҙан, һыҙланыуҙан бөгөлөп, Тулғаҡ тотҡан ҡатындай ғазапланырҙар. Ҡурҡышып, бер-береһенә ҡарарҙар, Биттәре уттай янып ҡыҙарыр. 9 Бына Раббының көнө яҡынлай – аяуһыҙ көн! Ул көн дәһшәт, асыу-нәфрәт алып килә. Ерҙе бушлыҡҡа әйләндерергә, Уның гонаһлыларын һәләк ҡылырға килә. 10 Күктәге йондоҙҙар, йондоҙлоҡтар нурын һипмәҫ, Тыуыу менән ҡараңғыға сумыр ҡояш, Ай ҙа нурланып балҡымаҫ. 11 Әйтер Раббы: «Донъяны – яуызлығына күрә, Ямандарҙы ғәйептәре өсөн язалайым. Тәкәбберҙәрҙең ғорурлығына сик ҡуям, Аяуһыҙҙарҙың эрелеген түбәнһетәм. 12 Мин кешеләрҙе саф алтындан аҫылыраҡ, Офир алтынынан да аҙыраҡ итәм. 13 Шуға күрә күктәрҙе дер һелкетермен, Күк ғәскәрҙәре Раббыһының асыуы дөрләгән көндө, Уның ярһыуынан ер урынынан ҡуҙғалыр! 14 Шул сағында һәр кем аусы эҙәрләгән ғәзәл, Көтөүсеһеҙ ҡалған һарыҡ һымаҡ, Үҙ халҡы янына йүгерер, Үҙенең еренә ҡасыр. 15 Ҡасып китә алмағанына һөңгө ҡаҙалыр, Тотолғандар ҡылыстан йығылыр. 16 Күҙ алдында сабыйҙарын киҫәктәргә тураҡларҙар, Йорттарын таларҙар, Ҡатындарын мәсхәрә итерҙәр. 17 Бына Мин мадайҙарҙы уларға ҡаршы ҡуям, Уларҙың көмөшкә иҫе китмәй, Алтынды эшкә лә һанамайҙар. 18 Уҡтары егеттәрҙе тишә атыр, Улар сабыйҙарҙы аяп тормаҫ. Күҙҙәре балаларға ҡыҙғанып баҡмаҫ». 19 Батшалыҡтар араһында иң гүзәле, Халдейҙар даны һәм ғорурлығы Бабил Алла юҡ иткән Содом һәм Ғамора һымаҡ булыр. 20 Унда башҡаса һис кем йәшәмәҫ, Мәңгегә берәү ҙә төйәкләнмәҫ. Ғәрәптәр үҙҙәренең сатырын ҡормаҫ, Көтөүселәр малдарын ялға туҡтатмаҫ. 21 Унда бары ҡырағай хайуандар ятыр, Өйҙәргә өкөләр тулыр, Дөйәғоштар оя ҡорор, Тәкәләр уйнаҡлап йөрөр. 22 Уның ҡәлғәләрендә – һыртландар, Затлы һарайҙарында сүл бүреләре олор. Бабилдың ахыры яҡын инде, Көндәре һанаулы ғына ҡалды. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia