Ишағыяһ 12 - Изге ЯҙмаҠотолғандарҙың рәхмәт йыры 1 Эй Исраил, ул көндө әйтерһең: «Шөкөрана ҡылам Һиңә, Раббы! Һин миңә асыулы инең, Инде асыуың баҫылды, Миңә Һин йыуаныс бирәһең. 2 Алла – Ҡотҡарыусым минең, Уға өмөт бағлайым һәм ҡурҡмайым; Сөнки Раббы Аллабыҙ – ҡеүәтем, йырым, Ул минең ҡотҡарыусым!» 3 Ҡыуанышып, ҡотолоу шишмәләренән һыу алырһығыҙ. 4 Ул көндө һеҙ әйтерһегеҙ: «Раббыға шөкөр итегеҙ, Уны исеме менән саҡырығыҙ. Халыҡтарға Уның ғәмәлдәрен белдерегеҙ, Исеменең бөйөклөгөн һөйләгеҙ! 5 Раббыға мәҙхиә йырлағыҙ, Сөнки күркәм эштәр ҡылды. Был бөтә ер йөҙөндә билдәле булһын. 6 Эй Сион халҡы, күңел ас, шатлыҡ ауазы яңғырап торһон – Исраилдың Изгеһе һеҙҙең арала, Ул бөйөк!» |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia