Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ишағыяһ 11 - Изге Яҙма


Ишай тамырының үҫентеһе

1 Ағас төпһәһенән яңы үрсем сыҡҡан һымаҡ, Ишай нәҫеленән бер үҫенте сығыр, Был тамырҙан сыҡҡан үҫенте емеш бирер.

2 Унда Раббының Рухы – Аҡыл һәм зирәклек рухы, Өгөт-нәсихәт һәм ҡөҙрәт рухы, Раббыны белеү һәм Унан ҡурҡыу рухы булыр.

3 Ул Раббынан ҡурҡыуынан зауыҡланыр, Күҙҙәре күргәнгә генә ҡарап хөкөм итмәҫ, Ишеткәндән сығып ҡына ҡарар ҡылмаҫ.

4 Ярлыларҙы ғәҙеллектә хөкөм итер, Ерҙәге мохтаждарҙың дәғүәһен хаҡлыҡ менән ҡарар. Донъяны һүҙе-таяғы менән язалар, Залимдарҙы ауыҙының һулышы менән үлтерер.

5 Дөрөҫлөк уның билендә билбау булыр, Тоғролоҡ булыр билендәге ҡайышы.

6 Ул саҡта бүре менән бәрәс бер ерҙә йәшәр, Ҡаплан менән кәзә бәрәсе бергә ятыр, Быҙау менән йәш арыҫлан бергә ашар, Уларҙы бәләкәй генә бала көтөр.

7 Һыйыр менән айыу бергә утлап йөрөр, Уларҙың балалары йәнәшә ятыр; Арыҫлан да үгеҙ һымаҡ һалам ашар.

8 Сабый бала йылан ояһы янында уйнар, Бәпес ҡара йыландың өңөнә ҡулын һуҙыр.

9 Изге тауымдың һәр тарафында Һис кем яуызлыҡ һәм зыян ҡылмаҫ. Эйе, һыуҙар диңгеҙҙе тултырған һымаҡ, Ер йөҙө Раббыны танып-белеү менән тулыр.


Һөргөндәге исраилдарҙың ҡайтыуы

10 Ул көн Ишай тамырынан үҫеп сыҡҡан һабаҡ Халыҡтар өсөн байраҡ буласаҡ. Ҡәүемдәр уны эҙләп киләсәк, Уның торлағы данлы буласаҡ.

11 Ул көн бөйөк Хаким ҡабат ҡулын һуҙыр, Үҙ халҡынан иҫән ҡалғандарҙы Ашшурҙан, Мысырҙан, Паҫростан, Куштан, Ғеламдан, Шинғарҙан, Хамаҫтан, Диңгеҙ буйындағы ерҙәрҙән кире ҡайтарыр.

12 Ҡәүемдәр өсөн байраҡ күтәрер, Исраилдан һөрөлгәндәрҙе бергә туплар, Ҡыуып таратылған Йәһүҙә кешеләрен Донъяның дүрт тарафынан йыйып алыр.

13 Әфраимдың көнсөллөгө юҡҡа сығыр, Йәһүҙәнең дошманлығы эҙһеҙ бөтөр. Әфраим башҡаса Йәһүҙәнән көнләшмәҫ; Йәһүҙә Әфраимды ҡыйырһытмаҫ.

14 Бергәләп осоп ҡунырҙар Пелештиҙәр яурынына көнбайышта, Көнсығыштағы халыҡтарҙы таларҙар, Эдом менән Моав ерҙәренә ҡул һалырҙар, Ғаммонды буйһондорорҙар.

15 Раббы Мысыр диңгеҙенең ҡултығын ҡоротор, Евфрат йылғаһы өҫтөндә ҡулын һелтәр ҙә Көслө еле менән уны ете шишмәгә бүлер; Кеше уны ҡата менән кисеп йөрөр.

16 Исраилдар Мысырҙан сыҡҡан саҡтағы һымаҡ, Раббының Ашшурҙа иҫән ҡалған халҡы өсөн Сығырға оло бер юл асылыр.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan