Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ишағыяһ 10 - Изге Яҙма

1-2 Ярлыларҙы ғәҙел хөкөмдән мәхрүм ҡалдырыр, Халҡымдың көсһөҙҙәренең хоҡуҡтарын тартып алыр, Тол ҡатындарҙы үҙенә яумал итер, Етемдәрҙең малын талап алыр өсөн Яуыз ҡағиҙәләр яҙған, Хаҡһыҙ ҡанундар сығарған бәндәләргә ҡайғы!

3 Яза көнөндә Алыҫтан өҫтөгөҙгә ҡаза килгәндә ни эшләрһегеҙ? Ярҙам һорап кемгә барырһығыҙ? Байлығығыҙҙы ҡайҙа йәшерерһегеҙ?

4 Әсирҙәрҙең араһында теҙләнеүҙән, Үлтерелгәндәр араһына йығылыуҙан Башҡа бер сарағыҙ ҡалмаҫ. Бының менән генә лә ҡайтмаҫ Раббының асыуы, Ҡулы һаман күтәрелгән килеш ҡалыр.


Алланың Ашшурҙы хөкөм ҡылыуы

5 «Ҡайғы Ашшурға – асыуымдың күҫәгенә! Ярһыуымдың таяғы – уның ҡулында!

6 Ашшурҙы аллаһыҙ ҡәүемгә ҡаршы ебәрәм, Асыуымды ҡабартҡан халыҡҡа һөжүм итергә, Таларға һәм яумал итеп алырға, Урам балсығы һымаҡ тапарға әмер бирәм.

7 Тик Ашшурҙың уйында был түгел, Ул был хаҡта ниәт тотмай; Уның теләге – емереү, Күп халыҡтарҙы юҡ итеү.

8 „Минең ғәскәр башлыҡтарым, – ти ул, – Һәммәһе лә батша һымаҡ түгелме ни?

9 Калне Каркемиш кеүек түгелме? Хамаҫты Арпадтай тар-мар итмәнекме? Самарияның ахыры Дамасктыҡына оҡшамағанмы?

10 Боттары Йәрүсәлим менән Самарияныҡынан да күп булған Һындарға табынған батшалыҡтарҙы ҡулға төшөргән мин

11 Самария менән боттарына ни эшләһәм, Шуны Йәрүсәлимгә һәм уның һындарына ҡыла алмаммы?“»

12 Бөйөк Хаким Сион тауында һәм Йәрүсәлимдә эшен тамамлағандан һуң, былай тиер: «Ашшур батшаһын тәкәббер йөрәге, Текә ҡарашы өсөн язалаясаҡмын.

13 Сөнки ул: „Быны мин ҡулымдың көсө, Зирәк аҡылым менән эшләнем, Сөнки мин аҡыллымын: Халыҡтарҙы айырған сиктәрҙе юҡ иттем, Хазиналарын талап алдым, Батшаларҙы үгеҙ кеүек тәхеттән һөҙөп төшөрҙөм.

14 Халыҡтарҙың байлығын мин Ояны туҙҙырғандай туҙҙырҙым, Ташлап ҡалдырылған йомортҡа һымаҡ итеп, Бөтөн донъяны үҙемә йыйҙым. Ҡанатын ҡалҡытып, томшоғон асҡан, Пысҡылдаған һис кем табылманы!“»

15 Балта оҫтаһы алдында балта маһайырмы? Бысҡы уны тартыусы ҡаршыһында эреләнерме? Ҡулындағы таяғы кешенең үҙен күтәреп ырғытырмы? Күҫәк үҙен күтәргән кешене күтәрерме?

16 Шуға күрә бөйөк Хакимыбыҙ, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Ашшурҙың көслө ғәскәрҙәренә Аҙаплы сир ебәрәсәк. Уның шөһрәте аҫтына гөлтләп янған ут һаласаҡ.

17 Исраилдың Нуры – ут, Исраилдың Изгеһе ялҡын булыр. Ашшурҙың сәнскәк-билсәндәрен Бер көн эсендә яндырып юҡ итер.

18 Данлыҡлы урмандары, Уңдырышлы ҡырҙары, Үлемесле сиргә тарыған әҙәмдәй, Тотошлай харап булыр.

19 Урмандарында тороп ҡалған ағастар Хатта бала һанап сығырҙай аҙ булыр.


Исраилдың иҫән ҡалғандары

20 Ул көн Исраилдың иҫән ҡалғандары, Яҡуп нәҫеленең ҡасып тере ҡалғандары Үҙҙәренә һөжүм иткәндәргә түгел, Ысын күңелдән Раббыға, Исраилдың Изгеһенә, таянырҙар.

21 Һау ҡалғандар, Яҡуп нәҫеленең иҫән ҡалғандары Ҡөҙрәтле Аллаға кире ҡайтыр.

22 Эй Исраил, халҡың диңгеҙ ҡомо кеүек күп булһа ла, Уның бик аҙ өлөшө генә кире ҡайтыр. Һәләкәтең инде алдан билдәләнеп ҡуйылған, Һәм был ғәҙел хөкөм ташҡын булып килә.

23 Шулай бөйөк Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Был алдан билдәләнгән һәләкәтте Бөтә ер йөҙөндә ғәмәлгә ашырасаҡ.

24 Бына бөйөк Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Эй һин, Сионда йәшәгән халҡым! Ашшурҙар, мысырҙар һымаҡ, Һине таяҡ менән туҡмап, Өҫтөңдә күҫәк күтәргән саҡта ҡурҡма.

25 Оҙаҡламай, бик тиҙҙән һеҙгә булған асыуым үтер, Ярһыуым Ашшурҙы юҡ итеүгә йүнәлер.

26 Шунда Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Мидйәндәрҙе Ғорев ҡаяһы янында тар-мар иткәндәге һымаҡ, Ашшурға ҡаршы ҡамсы күтәрер. Ҡасандыр Мысырҙағылай, Таяғын диңгеҙ өҫтөнә һуҙыр.

27 Ул көн Ашшурҙың йөгө яурынығыҙҙан, Ҡалыбы муйынығыҙҙан төшөр. Һимергәнегеҙгә күрә ул ҡалып һынып сығыр».


Баҫҡынсыларҙың Йәрүсәлимгә һөжүме

28 Ғайаҫ ҡалаһына еттеләр, Мигронды уҙҙылар, Михмаста йөктәрен бушаттылар;

29 Тарлауыҡты үттеләр, «Гевағта ҡунайыҡ», – тинеләр. Рама ҡалаһы ҡурҡыуҙан ҡалтыраны, Шаул Гивғаһында йәшәгәндәр ҡасып китте.

30 Галлим ҡыҙы, үкереп ила! Лайша халҡы, уны тыңла! Яуап ҡайтар уға, Ғанаҫоҫ!

31 Мадменаның халҡы ҡасты, Гевимда йәшәүселәр йәшенә.

32 Баҫҡынсылар бөгөн үк Нов ҡалаһында торасаҡ, Сион тауына, Йәрүсәлим ҡалҡыулығына йоҙроғон янаясаҡ.

33 Бына бөйөк Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Дошманды дәһшәтле көсө менән Ағас ботағылай һындырасаҡ. Иң оҙон ағастар ҡырҡыласаҡ, Бейектәре йығып һалынасаҡ.

34 Ул балта менән урман шырлығын ҡыра, Ливан Ҡөҙрәт Эйәһе алдына ҡолаясаҡ.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan