Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Ишағыяһ 1 - Изге Яҙма

1 Йәһүҙә батшалары Ғуззияһ, Йоҫам, Ахаз һәм Хизкияһ замандарында Амус улы Ишағыяһҡа Йәһүҙә менән Йәрүсәлим тураһында иңдерелгән күренмеш.


Раббының Үҙ халҡын иҫкәртеүе

2 Тыңла, эй күк, ер йөҙө, ҡолаҡ һал! Сөнки Раббы былай ти: «Балалар үҫтерҙем, ҙурайттым, Ә улар Миңә ҡаршы баш күтәрҙе.

3 Үгеҙ – үҙенең хужаһын, Ишәк эйәһенең утлыҡсаһын белә. Бары тик Исраил белмәй, Минең халҡым аңламай».

4 Гонаһ ҡылған ҡәүемгә, Енәйәттәре ауыр халыҡҡа, Яуыздар тоҡомона, Боҙоҡ балаларға ҡайғы! Улар Раббыны ташланы, Исраилдың Изгеһен һанға һуҡманы, Уға арҡалары менән боролдо.

5 Һеҙ ни өсөн тағы туҡмалаһығыҙ һуң? Ниңә фетнәгеҙҙе һаман дауам итәһегеҙ? Башығыҙ тулы яра, Йөрәгегеҙ хәлһеҙләнгән.

6 Түбәгеҙҙән табанығыҙғаса Һау урын юҡ: яра, эрен, ҡутыр – Таҙартылмаған, май һөртөлмәгән, бәйләнмәгән.

7 Ерегеҙ ташландыҡҡа әйләнгән, Ҡалаларығыҙ үртәлеп көлгә ҡалған. Яттар тупрағығыҙҙың уңышын Үҙегеҙҙең алдығыҙҙа ашай, Сит ҡәүемдәр бөтәһен дә аҫтын өҫкә әйләндерҙе!

8 Сион-ҡыҙ – йөҙөм баҡсаһындағы әүеҫлек, Йәшелсә баҫыуындағы ҡыуыш, Ҡамауҙағы ҡала һымаҡ ҡалды.

9 Әгәр Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Ҡайһыларыбыҙҙы иҫән ҡалдырмаған булһа, Беҙ Содом һымаҡ булыр, Ғамораға оҡшап ҡалыр инек.

10 Эй һеҙ, Содом хакимдары, Ишетегеҙ Раббы һүҙен! Аллабыҙ ҡанунын тыңла, Эй Ғамора халҡы!

11 «Нимәгә Миңә мул ҡорбандарығыҙ? – ти Раббы. – Яндырылған һарыҡ тәкәләренән, Һимертелгән малдарығыҙҙың майынан Ғарыҡ булдым. Башмаҡ, һарыҡ, кәзәләрҙең ҡаны – Улар түгел Минең теләгәнем.

12 Хозурыма килгән сағығыҙҙа Быларҙы һеҙҙән кем һорай? Ҡорамымдың ихатаһын ниңә тапайһығыҙ?

13 Ҡорбандарығыҙҙың хәжәте юҡ. Ерәнгес Миңә төтәҫләгән хуш еҫтәрегеҙ! Яңы ай байрамдары, шәмбе көндәрегеҙгә, Изге йыйындарығыҙға – Енәйәтсел йыйындарығыҙға түҙә алмайым!

14 Күңелем нәфрәтле яңы ай һәм башҡа байрамдарығыҙға. Улар Минең өсөн бер йөк булды. Уларҙы ташып арыным.

15 Ҡулығыҙҙы һоноп, Миңә ялбарғанда, Инде һеҙҙән күҙемде йәшерәм. Күпме доға ҡылһағыҙ ҙа тыңламайым – Сөнки усығыҙ тулы ҡан.

16 Йыуынығыҙ, пакланығыҙ. Яман ғәмәлдәрегеҙҙе күҙ алымдан юҡ итегеҙ, Яуызлыҡ ҡылыуҙан ваз кисегеҙ.

17 Яҡшылыҡ эшләргә өйрәнегеҙ, Ғәҙеллеккә ынтылығыҙ, Залимдарҙы фашлағыҙ, Етемдең хаҡлығын яҡлағыҙ, Тол ҡатындың хаҡы өсөн көрәшегеҙ!»


Раббының Йәрүсәлимде хөкөм итеүе

18 «Әйҙә килегеҙ, инде бергәләп уйлашайыҡ, – ти Раббы, – Гонаһтарығыҙ ҡан-ҡыҙыл төҫтә булһа, Ҡар һымаҡ салт аҡ ҡалырҙар. Әгәр улар ҡарағусҡыл ҡыҙыл икән, Ап-аҡ йөн кеүек булырҙар.

19 Әгәр Мине тыңларға теләһәгеҙ, Ерҙең яҡшы ризыҡтары менән туйынырһығыҙ.

20 Әммә, киреләнеп, баш тартһағыҙ, Һеҙҙе ҡылыс ашап бөтөрәсәк». Был – Раббының ауыҙынан сыҡҡан һүҙҙәр.


Гонаһ тулы ҡала

21 Бығаса тоғро булған баш ҡала – Йәрүсәлим – Нисек һуң фәхишәгә әйләнгән? Ул ғәҙеллек менән тулы ине; Ул хаҡлыҡ төйәге булды, Инде бында тик кеше үлтереүселәр ҡалды!

22 Көмөшөң төпрәгә әүерелгән; Шарабыңа һыу ҡушылған.

23 Башлыҡтарың – фетнәселәр, Бурҙар менән әшнә улар; Барыһы ла ришүәт яраталар, Бүләк артынан сабалар. Етемдең хоҡуғын яҡламайҙар, Тол ҡатындың дәғүәләрен ҡарамайҙар.

24 Шуға күрә Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраилдың Ҡөҙрәтлеһе былай тип белдерә: «Дошмандарыма асыуымды түгермен; Уларҙан үсемде алып йыуанырмын.

25 Ҡулымды һиңә ҡаршы күтәреп, Юшҡыныңды һелте менән таҙартҡандай, Бөтә бысрағыңды юҡ итермен.

26 Элекке дәүерҙә булғандағы һымаҡ Ғәҙел хөкөмдарҙарыңды, кәңәшселәреңде ҡайтарырмын. Шунан һуң „Хаҡлыҡ ҡалаһы“, „Тоғро ҡала“ тип һин аталырһың».

27 Сион – ғәҙеллек аша йолоп алыныр, Тәүбәгә килгән халҡы хаҡлыҡ менән ҡотолор.

28 Фетнәсе менән гонаһлылар бергә ҡырылыр, Раббынан ваз кискәндәр юҡҡа сығыр.

29 Хуш күргән имәндәрегеҙ арҡаһында Һеҙ оятҡа ҡалырһығыҙ; Ботҡа табыныр өсөн һайлаған баҡсалар хурлыҡ килтерер.

30 Япраҡтары һулыған имәнгә, Һыуһыҙ баҡсаға әйләнерһегеҙ.

31 Ҡеүәтле кешеләрегеҙ – сүбәк кеүек, Ҡылған ғәмәлдәре осҡон һымаҡ булыр ҙа Икеһе бергә яныр, һүндереүсе булмаҫ.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan