Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Иҫәп алыу 9 - Изге Яҙма


Ҡотҡарылыу байрамы тураһында өҫтәлмә ҡағиҙәләр

1 Исраилдар Мысыр еренән сыҡҡандан һуң, икенсе йылдың беренсе айында Синай сүлендә Раббы Мусаға былай тине:

2 – Билдәләнгән ваҡытта исраилдар Ҡотҡарылыу байрамын үткәрһен.

3 Ошо айҙың ун дүртенсе көнөндә эңер төшкәс уҙғарығыҙ уны, бөтә ҡағиҙәләр, йолалар буйынса байрам итегеҙ.

4 Муса исраилдарға Ҡотҡарылыу байрамы үткәрергә ҡушты.

5 Беренсе айҙың ун дүртенсе көнөндә, эңер төшкәс, Синай сүлендә Ҡотҡарылыу байрамын билдәләнеләр. Исраилдар бөтәһен дә Раббы Мусаға ҡушҡанса башҡарҙы.

6 Мәйеткә ҡағылыуҙан нәжесләнеп, Ҡотҡарылыу байрамын ул көндө үткәрә алмаған кешеләр ҙә бар ине, улар, шул көндө үк Муса менән Һарунға килеп,

7 былай тине: – Мәйеткә ҡағылып нәжесләндек, тик ниңә беҙҙе бар исраилдар менән бергә үҙ ваҡытында Раббыға саҙаҡа биреүҙән мәхрүм итергә инде?

8 Муса уларға: – Ошонда тороп тороғоҙ, һеҙҙең турала Раббы ни бойорор икән, тыңлайым әле, – тине.

9 Раббы Мусаға былай тине:

10 – Исраилдарға әйт: әгәр берәйегеҙ йә нәҫелегеҙҙән берәйһе мәйеткә ҡағылыуҙан нәжесләнһә йәки алыҫ юлда булһа, ул да Раббының Ҡотҡарылыу байрамын үткәрә ала.

11 Ундайҙар Ҡотҡарылыу байрамын икенсе айҙың ун дүртенсе көнөндә эңер төшкәс билдәләһен. Ҡотҡарылыу байрамы ҡорбаны булған тәкә бәрәсте сөсө икмәк һәм әскелтем үләндәр менән ашаһын.

12 Таңға тиклем ҡорбан итенән бер нәмә лә ҡалмаһын, ҡорбан бәрәсенең һөйәктәре һындырылмаһын. Байрамды Ҡотҡарылыу байрамы тураһындағы бөтә ҡағиҙәләр буйынса үткәрһендәр.

13 Ә инде пак булған, алыҫ юлда булмаған кеше Ҡотҡарылыу байрамын үткәрмәһә, халҡы араһынан ҡыуылһын, сөнки ул тейешле ваҡытта Раббыға саҙаҡа бирмәне, ул кеше гонаһының язаһын аласаҡ.

14 Әгәр арағыҙҙа йәшәгән килмешәк Раббының Ҡотҡарылыу байрамын билдәләргә теләһә, Ҡотҡарылыу байрамының ҡағиҙәләре һәм йолаларына ярашлы үткәрһен. Килмешәктәргә лә, ерле халыҡҡа ла ҡағиҙә бер үк булһын.


Изге сатыр өҫтөндәге болот

15 Изге сатыр ҡоролған көндө уны – Килешеү сатырын – болот ҡапланы, өҫтөндә кистән таңғаса гүйә ут янып торғандай булды.

16 Һәр саҡ шулай булды: көндөҙ болот сорнаны, ә төндә гүйә ут янды.

17 Болот сатыр өҫтөнән күтәрелһә, исраилдар юлға сыҡты; болот туҡтаған урында туплам ҡорҙолар.

18 Исраилдар Раббы әмере менән юлға сығыр, Раббы әмере буйынса туҡталыр булды. Сатыр өҫтөндә болот торған саҡта улар урынынан ҡуҙғалманы.

19 Болот сатыр өҫтөндә бик оҙаҡ торһа, исраилдар, Раббының күрһәтмәһен үтәп, юлға сығырға ашыҡманы.

20 Ҡайһы саҡта болот сатыр өҫтөндә бик аҙ ғына тора торғайны: улар Раббы әмере буйынса туҡтай һәм Раббы күрһәтмәһе менән ҡуҙғала ине.

21 Ҡайһы саҡта болот кистән иртәнгә тиклем генә тороп, иртәнсәк күтәрелә, шул саҡта улар ҙа урынынан ҡуҙғала. Ҡайһы берҙә болот көн һәм төн тора ла ҡалҡа, шунан улар ҙа юлға сыға.

22 Болот сатыр өҫтөндә ике көн, бер ай йәки бер йыл торһа, исраилдар ҙа шунса ваҡыт урындарында ҡала, ҡуҙғалмай. Болот күтәрелһә генә ҡуҙғалалар ине.

23 Раббы әмере буйынса туҡтайҙар, Раббы әмере менән юлға сығалар: улар Раббының Муса аша еткергән бойороғон теүәл үтәне.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan