Иҫәп алыу 8 - Изге ЯҙмаШәмдәлдәр тураһында ҡағиҙәләр 1 Раббы Мусаға былай тине: 2 – Һарунға әйт, ул ете майшәмде шәмдәлгә урынлаштырғанда, уларҙың яҡтыһы шәмдәл алдына төшөрлөк итеп ҡуйһын. 3 Һарун нәҡ шулай эшләне: Раббы Мусаға әйткәнсә, ете майшәмде яҡтылары шәмдәлдең алғы яғына төшөрлөк итеп ҡуйҙы. 4 Раббы Мусаға күрһәткәнсә эшләнгән шәмдәл нигеҙенән алып сәскәләренең тажына тиклем алтындан сүкеп яһалғайны. Левиҙәрҙе бағышлау 5 Раббы Мусаға былай тине: 6 – Исраилдар араһынан левиҙәрҙе ал да уларҙы таҙарындыр. 7 Таҙарындырыу тәртибе былай булыр: өҫтәренә таҙарыныу һыуы һирп, тәндәренең бөтә ерен бәке менән ҡырһындар, кейемдәрен йыуһындар – таҙа булырҙар. 8 Үгеҙ башмаҡ менән тейешле икмәк саҙаҡаһы – зәйтүн майы ҡушылған бойҙай оно килтерһендәр. Икенсе башмаҡты гонаһ ҡорбаны итеп килтер. 9 Левиҙәрҙе Осрашыу сатыры алдына йыйып, бөтә Исраил йәмғиәтен саҡырып ал. 10 Левиҙәрҙе Раббы ҡаршыһына килтер ҙә исраилдар уларҙың башына ҡулдарын һалһын. 11 Һарун левиҙәрҙе исраилдарҙан Раббыға килтерелгән һелкетмә ҡорбан һымаҡ бағышлаһын. Шунан һуң левиҙәр Раббыға хеҙмәт итергә әҙер булыр. 12 Левиҙәр ҡулдарын башмаҡтарҙың башына һалһын. Артабан левиҙәрҙе пакландырыу өсөн бер башмаҡты – гонаһ ҡорбаны, икенсеһен тотош яндырыу ҡорбаны итеп Раббыға килтер. 13 Левиҙәрҙе Һарун менән улдары алдына баҫтыр һәм уларҙы һелкетмә ҡорбан һымаҡ Раббыға бағышла. 14 Левиҙәр Минеке булһын өсөн, уларҙы Исраил халҡы араһынан шулай итеп айырып ал. 15 Левиҙәрҙе таҙарындырғандан һәм Раббы хозурында һелкетмә ҡорбан булараҡ бағышлағандан һуң, хеҙмәт итер өсөн, улар Осрашыу сатыры янына килә ала. 16 Улар исраилдар араһынан тулыһынса Миңә бирелгән. Исраил ҡатындарының барлыҡ беренсе булып тыуған улдары урынына Мин уларҙы Үҙемә алам. 17 Исраилдарҙың беренсе булып тыуған иркәк йән эйәһе – кешенекенән башлап мал-тыуарҙыҡына тиклем һәммәһе – Минеке. Сөнки мысырҙарҙың беренсе булып тыуған барлыҡ ир балаларын һәләк иткән саҡта, исраилдарҙыҡын Мин Үҙемә айырып алдым. 18 Хәҙер иһә исраилдарҙың беренсе булып тыуған ир балалары урынына левиҙәрҙе алдым. 19 Левиҙәрҙе исраилдар араһынан алып, Һарун менән уның улдарына тапшырҙым. Левиҙәр исраилдар исеменән Осрашыу сатырында хеҙмәт итергә, исраилдарҙы Изге урынға яҡынлашып бәлә-ҡазаға тарыуҙан һаҡлар өсөн, улар хаҡына пакландырыу йолаһын башҡарырға тейеш. 20 Муса менән Һарун һәм бөтә Исраил йәмғиәте, Раббы Мусаға левиҙәр хаҡында нимә бойорһа, шуларҙың барыһын да теүәл үтәне. 21 Левиҙәр таҙарынды, кейем-һалымын йыуҙы. Һарун уларҙы алып килеп, Раббы хозурында һелкетмә ҡорбан булараҡ бағышланы, уларҙы таҙарындырыу өсөн пакландырыу йолаһын башҡарҙы. 22 Шунан һуң левиҙәр Һарун менән уның улдары күҙәтеүе аҫтында Осрашыу сатырына үҙ хеҙмәттәрен үтәргә китте. Раббы Мусаға левиҙәр хаҡында нимә бойорһа, шуларҙың барыһын да эшләнеләр. 23 Раббы Мусаға былай тине: 24 – Бына левиҙәр хаҡындағы ҡағиҙә: леви Осрашыу сатырында егерме биш йәштән алып хеҙмәт итергә тейеш. 25 Илле йәше тулғас, леви хеҙмәтте туҡтата. 26 Унан һуң туғандарына Осрашыу сатыры хеҙмәтендә ярҙам итһәләр була, әммә үҙҙәре эшләмәһендәр. Левиҙәрҙең хеҙмәт итеүенә ҡағылышлы ҡағиҙәләр ошо булыр. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia