Иҫәп алыу 7 - Изге ЯҙмаЫрыу башлыҡтарының Раббыға биргән бүләктәре 1 Изге сатырҙы ҡороп бөткәс, Муса уны барлыҡ кәрәк-ярағы менән, шулай уҡ ҡорбан усағын бөтә кәрәк-ярағы менән мәсехләп изгеләндерҙе. 2 Шунан Исраил етәкселәре, йәғни халыҡ һанын алыу өсөн яуаплы булған ырыу һәм ғаилә башлыҡтары саҙаҡалар алып килде. 3 Улар, Раббыға бағышлап, алты ылау менән ун ике үгеҙ, йәғни һәр ике башлыҡтан бер ылау менән һәр бер башлыҡтан берәр үгеҙ килтереп, сатыр алдына ҡуйҙылар. 4 Раббы Мусаға былай тине: 5 – Һин быларҙы ал. Улар Осрашыу сатырында хеҙмәт башҡарыу өсөн булыр. Һәр береһенең вазифаһына ҡарап, уларҙы левиҙәргә таратып бир. 6 Муса ылауҙар менән үгеҙҙәрҙе левиҙәргә таратып бирҙе. 7 Ике ылау менән дүрт үгеҙҙе, башҡарған хеҙмәттәренә ярашлы, Гершон тоҡомона бирҙе. 8 Дүрт ылау менән һигеҙ үгеҙҙе, башҡарған хеҙмәттәренә ярашлы, Мерари тоҡомона тапшырҙы. Улар Һарун ҡаһиндың улы Иҫамар күҙәтеүе аҫтында эшләй ине. 9 Ҡыһаҫ тоҡомона иһә Муса ылау ҙа, үгеҙ ҙә бирмәне, сөнки уларҙың вазифаһы иңдәрендә күтәреп йөрөткән мөҡәддәс әйберҙәр менән бәйле ине. 10 Ҡорбан усағын мәсехләгән көндә башлыҡтар бағышлау бүләге алып килделәр һәм ҡорбан усағы алдына ҡуйҙылар. 11 Сөнки Раббы Мусаға: – Көн һайын берәр башлыҡ сиратлап, ҡорбан усағын бағышлау өсөн саҙаҡа килтерһен, – тигәйне. 12 Беренсе көндө үҙенең саҙаҡаларын Йәһүҙә ырыуынан Ғамминадав улы Нахшон алып килде. 13 Уның саҙаҡалары ошолар ине: йөҙ утыҙ шекел ауырлығындағы бер көмөш тәрилкә, изге шекелгә күрә етмеш шекел ауырлығындағы бер көмөш сеүәтә – был һауыттарҙың икеһенә лә икмәк саҙаҡаһы өсөн зәйтүн майы ҡушылған иң яҡшы бойҙай оно тултырылғайны; 14 хуш еҫле сайыр тултырылған ун шекел ауырлығындағы бер алтын һауыт; 15 тотош яндырыу ҡорбаны өсөн бер үгеҙ башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек тәкә бәрәс; 16 гонаһ ҡорбаны өсөн бер кәзә тәкәһе; 17 татыулыҡ ҡорбаны өсөн ике үгеҙ, биш һарыҡ тәкәһе, биш кәзә тәкәһе, бер йәшлек биш тәкә бәрәс. Ғамминадав улы Нахшон алып килгән саҙаҡалар бына шулар. 18 Икенсе көндө үҙенең саҙаҡаларын Исасхар ырыуының башлығы Суғар улы Неҫанил алып килде. 19 Уның саҙаҡалары ошолар ине: изге шекелгә күрә йөҙ утыҙ шекел ауырлығындағы бер көмөш тәрилкә, етмеш шекел ауырлығындағы бер көмөш сеүәтә – был һауыттарҙың икеһенә лә икмәк саҙаҡаһы өсөн зәйтүн майы ҡушылған яҡшы бойҙай оно тултырылғайны; 20 хуш еҫле сайыр тултырылған ун шекел ауырлығындағы бер алтын һауыт; 21 тотош яндырыу ҡорбаны өсөн бер үгеҙ башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек тәкә бәрәс; 22 гонаһ ҡорбаны өсөн бер кәзә тәкәһе; 23 татыулыҡ ҡорбаны өсөн ике үгеҙ, биш һарыҡ тәкәһе, биш кәзә тәкәһе, бер йәшлек биш тәкә бәрәс. Суғар улы Неҫанил алып килгән саҙаҡалар бына шулар. 24 Өсөнсө көндө үҙенең саҙаҡаларын Зевулун ырыуының башлығы Хелон улы Әлиав алып килде. 25 Уның саҙаҡалары ошолар ине: изге шекелгә күрә йөҙ утыҙ шекел ауырлығындағы бер көмөш тәрилкә, етмеш шекел ауырлығындағы бер көмөш сеүәтә – был һауыттарҙың икеһенә лә икмәк саҙаҡаһы өсөн зәйтүн майы ҡушылған яҡшы бойҙай оно тултырылғайны; 26 хуш еҫле сайыр тултырылған ун шекел ауырлығындағы бер алтын һауыт; 27 тотош яндырыу ҡорбаны өсөн бер үгеҙ башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек тәкә бәрәс; 28 гонаһ ҡорбаны өсөн бер кәзә тәкәһе; 29 татыулыҡ ҡорбаны өсөн ике үгеҙ, биш һарыҡ тәкәһе, биш кәзә тәкәһе һәм бер йәшлек биш тәкә бәрәс. Хелон улы Әлиав алып килгән саҙаҡалар бына шулар. 30 Дүртенсе көндө үҙенең саҙаҡаларын Рәүвән ырыуының башлығы Шедеур улы Әлисур алып килде. 31 Уның саҙаҡалары ошолар ине: изге шекелгә күрә йөҙ утыҙ шекел ауырлығындағы бер көмөш тәрилкә, етмеш шекел ауырлығындағы бер көмөш сеүәтә – был һауыттарҙың икеһенә лә икмәк саҙаҡаһы өсөн зәйтүн майы ҡушылған яҡшы бойҙай оно тултырылғайны; 32 хуш еҫле сайыр тултырылған ун шекел ауырлығындағы бер алтын һауыт; 33 тотош яндырыу ҡорбаны өсөн бер үгеҙ башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек тәкә бәрәс; 34 гонаһ ҡорбаны өсөн бер кәзә тәкәһе; 35 татыулыҡ ҡорбаны өсөн ике үгеҙ, биш һарыҡ тәкәһе, биш кәзә тәкәһе һәм бер йәшлек биш тәкә бәрәс. Шедеур улы Әлисур алып килгән саҙаҡалар бына шулар. 36 Бишенсе көндө үҙенең саҙаҡаларын Шимғон ырыуының башлығы Суришаддай улы Шелумиил алып килде. 37 Уның саҙаҡалары ошолар ине: изге шекелгә күрә йөҙ утыҙ шекел ауырлығындағы бер көмөш тәрилкә, етмеш шекел ауырлығындағы бер көмөш сеүәтә – был һауыттарҙың икеһенә лә икмәк саҙаҡаһы өсөн зәйтүн майы ҡушылған яҡшы бойҙай оно тултырылғайны; 38 хуш еҫле сайыр тултырылған ун шекел ауырлығындағы бер алтын һауыт; 39 тотош яндырыу ҡорбаны өсөн бер үгеҙ башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек тәкә бәрәс; 40 гонаһ ҡорбаны өсөн бер кәзә тәкәһе; 41 татыулыҡ ҡорбаны өсөн ике үгеҙ, биш һарыҡ тәкәһе, биш кәзә тәкәһе, бер йәшлек биш тәкә бәрәс. Суришаддай улы Шелумиил алып килгән саҙаҡалар бына шулар. 42 Алтынсы көндө үҙенең саҙаҡаларын Ғад ырыуының башлығы Деғуил улы Әлъясаф алып килде. 43 Уның саҙаҡалары ошолар ине: изге шекелгә күрә йөҙ утыҙ шекел ауырлығындағы бер көмөш тәрилкә, етмеш шекел ауырлығындағы бер көмөш сеүәтә – был һауыттарҙың икеһенә лә икмәк саҙаҡаһы өсөн зәйтүн майы ҡушылған яҡшы бойҙай оно тултырылғайны; 44 хуш еҫле сайыр тултырылған ун шекел ауырлығындағы бер алтын һауыт; 45 тотош яндырыу ҡорбаны өсөн бер үгеҙ башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек тәкә бәрәс; 46 гонаһ ҡорбаны өсөн бер кәзә тәкәһе; 47 татыулыҡ ҡорбаны өсөн ике үгеҙ, биш һарыҡ тәкәһе, биш кәзә тәкәһе, бер йәшлек биш тәкә бәрәс. Деғуил улы Әлъясаф алып килгән бүләктәр бына шулар. 48 Етенсе көндө үҙенең саҙаҡаларын Әфраим ырыуының башлығы Ғаммиһуд улы Әлишамағ алып килде. 49 Уның саҙаҡалары ошолар ине: изге шекелгә күрә йөҙ утыҙ шекел ауырлығындағы бер көмөш тәрилкә, етмеш шекел ауырлығындағы бер көмөш сеүәтә – был һауыттарҙың икеһенә лә икмәк саҙаҡаһы өсөн зәйтүн майы ҡушылған яҡшы бойҙай оно тултырылғайны; 50 хуш еҫле сайыр тултырылған ун шекел ауырлығындағы бер алтын һауыт; 51 тотош яндырыу ҡорбаны өсөн бер үгеҙ башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек тәкә бәрәс; 52 гонаһ ҡорбаны өсөн бер кәзә тәкәһе; 53 татыулыҡ ҡорбаны өсөн ике үгеҙ, биш һарыҡ тәкәһе, биш кәзә тәкәһе, бер йәшлек биш тәкә бәрәс. Ғаммиһуд улы Әлишамағ алып килгән бүләктәр бына шулар. 54 Һигеҙенсе көндө үҙенең саҙаҡаларын Менашше ырыуының башлығы Педаһсур улы Гамлиил алып килде. 55 Уның саҙаҡалары ошолар ине: изге шекелгә күрә йөҙ утыҙ шекел ауырлығындағы бер көмөш тәрилкә, етмеш шекел ауырлығындағы бер көмөш сеүәтә – был һауыттарҙың икеһенә лә икмәк саҙаҡаһы өсөн зәйтүн майы ҡушылған яҡшы бойҙай оно тултырылғайны; 56 хуш еҫле сайыр тултырылған ун шекел ауырлығындағы бер алтын һауыт; 57 тотош яндырыу ҡорбаны өсөн бер үгеҙ башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек тәкә бәрәс; 58 гонаһ ҡорбаны өсөн бер кәзә тәкәһе; 59 татыулыҡ ҡорбаны өсөн ике үгеҙ, биш һарыҡ тәкәһе, биш кәзә тәкәһе, бер йәшлек биш тәкә бәрәс. Педаһсур улы Гамлиил алып килгән бүләктәр бына шулар. 60 Туғыҙынсы көндө үҙенең саҙаҡаларын Бинйәмин ырыуының башлығы Ғидғони улы Авидан алып килде. 61 Уның саҙаҡалары ошолар ине: изге шекелгә күрә йөҙ утыҙ шекел ауырлығындағы бер көмөш тәрилкә, етмеш шекел ауырлығындағы бер көмөш сеүәтә – был һауыттарҙың икеһенә лә икмәк саҙаҡаһы өсөн зәйтүн майы ҡушылған яҡшы бойҙай оно тултырылғайны; 62 хуш еҫле сайыр тултырылған ун шекел ауырлығындағы бер алтын һауыт; 63 тотош яндырыу ҡорбаны өсөн бер үгеҙ башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек тәкә бәрәс; 64 гонаһ ҡорбаны өсөн бер кәзә тәкәһе; 65 татыулыҡ ҡорбаны өсөн ике үгеҙ, биш һарыҡ тәкәһе, биш кәзә тәкәһе, бер йәшлек биш тәкә бәрәс. Ғидғони улы Авидан алып килгән бүләктәр бына шулар. 66 Унынсы көндө үҙенең саҙаҡаларын Дан ырыуының башлығы Ғаммишаддай улы Ахиғәзер алып килде. 67 Уның саҙаҡалары ошолар ине: изге шекелгә күрә йөҙ утыҙ шекел ауырлығындағы бер көмөш тәрилкә, етмеш шекел ауырлығындағы бер көмөш сеүәтә – был һауыттарҙың икеһенә лә икмәк саҙаҡаһы өсөн зәйтүн майы ҡушылған яҡшы бойҙай оно тултырылғайны; 68 хуш еҫле сайыр тултырылған ун шекел ауырлығындағы бер алтын һауыт; 69 тотош яндырыу ҡорбаны өсөн бер үгеҙ башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек тәкә бәрәс; 70 гонаһ ҡорбаны өсөн бер кәзә тәкәһе; 71 татыулыҡ ҡорбаны өсөн ике үгеҙ, биш һарыҡ тәкәһе, биш кәзә тәкәһе, бер йәшлек биш тәкә бәрәс. Ғаммишаддай улы Ахиғәзер алып килгән бүләктәр бына шулар. 72 Ун беренсе көндө үҙенең саҙаҡаларын Ашер ырыуының башлығы Ғохран улы Пағиил алып килде. 73 Уның саҙаҡалары ошолар ине: изге шекелгә күрә йөҙ утыҙ шекел ауырлығындағы бер көмөш тәрилкә, етмеш шекел ауырлығындағы бер көмөш сеүәтә – был һауыттарҙың икеһенә лә икмәк саҙаҡаһы өсөн зәйтүн майы ҡушылған яҡшы бойҙай оно тултырылғайны; 74 хуш еҫле сайыр тултырылған ун шекел ауырлығындағы бер алтын һауыт; 75 тотош яндырыу ҡорбаны өсөн бер үгеҙ башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек тәкә бәрәс; 76 гонаһ ҡорбаны өсөн бер кәзә тәкәһе; 77 татыулыҡ ҡорбаны өсөн ике үгеҙ, биш һарыҡ тәкәһе, биш кәзә тәкәһе, бер йәшлек биш тәкә бәрәс. Ғохран улы Пағиил алып килгән бүләктәр бына шулар. 78 Ун икенсе көндө үҙенең саҙаҡаларын Нафтали ырыуының башлығы Ғенан улы Ахирағ алып килде. 79 Уның саҙаҡалары ошолар ине: изге шекелгә күрә йөҙ утыҙ шекел ауырлығындағы бер көмөш тәрилкә, етмеш шекел ауырлығындағы бер көмөш сеүәтә – был һауыттарҙың икеһенә лә икмәк саҙаҡаһы өсөн зәйтүн майы ҡушылған яҡшы бойҙай оно тултырылғайны; 80 хуш еҫле сайыр тултырылған ун шекел ауырлығындағы бер алтын һауыт; 81 тотош яндырыу ҡорбаны өсөн бер үгеҙ башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек тәкә бәрәс; 82 гонаһ ҡорбаны өсөн бер кәзә тәкәһе; 83 татыулыҡ ҡорбаны өсөн ике үгеҙ, биш һарыҡ тәкәһе, биш кәзә тәкәһе, бер йәшлек биш тәкә бәрәс. Ғенан улы Ахирағ алып килгән бүләктәр бына шулар. 84 Ҡорбан усағын мәсехләп бағышлаған көндө Исраил башлыҡтары алып килгән бүләктәр ошолар ине: ун ике көмөш тәрилкә, ун ике көмөш сеүәтә, ун ике алтын һауыт; 85 һәр көмөш тәрилкәнең ауырлығы – изге шекелгә күрә йөҙ утыҙ, һәр көмөш сеүәтәнең ауырлығы изге шекелгә күрә етмеш шекел булып, көмөштөң дөйөм ауырлығы изге шекелгә күрә ике мең дүрт йөҙ шекел булды; 86 хуш еҫле сайыр тултырылған ун ике алтын һауыт: һәр һауыттың ауырлығы изге шекелгә күрә ун шекел булып, ун ике алтын һауыттың дөйөм ауырлығы йөҙ егерме шекел булды. 87 Тотош яндырыу ҡорбанына ун ике үгеҙ башмаҡ, ун ике һарыҡ тәкәһе, бер йәшлек ун ике тәкә бәрәс һәм улар менән бергә икмәк саҙаҡаһы, гонаһ ҡорбаны өсөн ун ике кәзә тәкәһе; 88 татыулыҡ ҡорбанына егерме дүрт үгеҙ, алтмыш һарыҡ тәкәһе, алтмыш кәзә тәкәһе һәм бер йәшлек алтмыш тәкә бәрәс. Мәсехләгәндән һуң ҡорбан усағын бағышлау өсөн килтерелгән саҙаҡалар бына шулар. 89 Муса, Раббы менән һөйләшер өсөн Осрашыу сатырына ингән саҡта, Килешеү һандығына ябылған ҡапҡастың өҫтөндәге ике кируб араһынан үҙенә өндәшкән тауыш ишетер булды. Раббы шулай Муса менән һөйләшә ине. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia