Иҫәп алыу 6 - Изге ЯҙмаНәзир булыу тураһында 1 Раббы Мусаға былай тине: 2 – Исраилдарға шуны хәбәр ит: әгәр берәй ир йә ҡатын нәзирлек нәҙере биреп үҙен Раббыға бағышлаһа, 3 ул шарап һәм хәмер эсеүҙән тыйылырға, шараптан йәки иҫерткес эсемлектән әҙерләнгән һеркәне ҡулланмаҫҡа, йөҙөм һутын эсмәҫкә, йөҙөмдөң яңы өҙөлгәнен дә, киптерелгәнен дә ашамаҫҡа тейеш. 4 Нәзирлектең бар дауамында йөҙөмдән эшләнгән бер генә нәмәне лә, хатта орлоғон йәки ҡабығын да ашамаһын. 5 Нәзирлек нәҙеренең бар дауамында уның башына бәке теймәһен. Раббы нәзирлегенә бағышланыу көнө тулғансы ул изге булып тора, шуға башындағы сәсен үҫтерергә тейеш. 6 Уның сәсе Раббыға бағышланыуының билдәһе булып тора, шуға күрә ул Раббы нәзирлегенә бағышланған көндәрҙә мәйет эргәһенә килергә тейеш түгел. 7 Атаһымы, әсәһеме, ағаһы-ҡустыһымы, апаһы-һеңлеһеме вафат булһа ла, уларға ҡағылып нәжесләнергә тейеш түгел, сөнки уның сәсе – Аллаға бағышланыуының билдәһе. 8 Нәзирлегенең бөтә көндәрендә Раббы алдында изге ул. 9 Әгәр уның янында берәйһе көтмәгәндә вафат булып ҡуйһа, шунлыҡтан нәҙер әйтеүсенең сәсе аңғармаҫтан нәжесләнһә, таҙарыныу көнөндә, етенсе көндө, ул сәсен ҡырһын. 10 Һигеҙенсе көндө Осрашыу сатыры ауыҙына ике алатуба йә ике бала күгәрсен килтерһен. 11 Ҡоштарҙың береһен ҡаһин гонаһ ҡорбаны, икенсеһен тотош яндырыу ҡорбаны итер, теге кешене мәйеткә ҡағылыу арҡаһында ҡылған гонаһынан пакландырыр, һәм шул көндө ул үҙенең башын ҡабат изгеләндерер. 12 Был кеше Раббыға бағышланған нәзирлек көндәрен ҡабаттан башлар һәм, ғәйеп ҡорбаны итеп, бер йәшлек бәрәс килтерер; нәзирлеге нәжесләнгәнлектән, элекке көндәре иҫәпкә алынмаҫ. 13 Нәзирлек көндәре тулғандың аръяғына нәзирлек тураһындағы ҡанун бына ошолай булыр: нәҙер әйтеүсе Осрашыу сатыры ауыҙына килтерелер. 14 Ул Раббыға ҡорбан итеп яндырыу өсөн бер йәшлек кәмселекһеҙ тәкә бәрәс, гонаһ ҡорбаны итеп бер йәшлек кәмселекһеҙ орғасы бәрәс, татыулыҡ ҡорбаны итеп кәмселекһеҙ бер тәкә, 15 кәрзингә һалып иң яҡшы бойҙай ононан бешерелгән сөсө икмәк, зәйтүн майына баҫып бешерелгән икмәк, зәйтүн майы һөртөлгән йоҡа ғына сөсө көлсәләр, йәнә былар менән бергә икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбан алып килер. 16 Ошоларҙы ҡаһин Раббы алдына ҡуйыр ҙа теге кешенең гонаһ ҡорбанын һәм яндырыу ҡорбанын ғәмәл ҡылыр. 17 Тәкәне кәрзингә һалынған сөсө икмәк менән бергә Раббыға татыулыҡ ҡорбаны итеп килтерер, ҡаһин шулай уҡ икмәк саҙаҡаһы менән түкмә ҡорбанды ла ғәмәл итер. 18 Нәзир Осрашыу сатыры ауыҙында нәзирлек сәсен ҡырыр ҙа уны татыулыҡ ҡорбаны аҫтындағы утҡа һалып яндырыр. 19 Нәзир сәсен ҡырғас, ҡаһин, тәкәнең бешерелгән ҡалаҡ һөйәген һәм кәрзиндән бер сөсө икмәк менән бер сөсө көлсәне алып, уның ҡулына һалыр. 20 Ҡаһин уларҙы, һелкетмә ҡорбан булараҡ, Раббы хозурында күтәреп күрһәтер: улар изге һанала һәм күтәреп күрһәтелгән түш менән саҙаҡа итеп килтерелгән бот ҡаһиндың өлөшө була. Ошонан һуң нәзир шарап эсә ала. 21 Нәҙер әйтеп, үҙен Раббыға бағышлаған кеше хаҡында ҡанун ошо. Раббыға саҙаҡаны ул биргән нәҙеренә ҡарап килтерһен, бынан тыш, байлығы мөмкинлек биргән күләмдә лә ҡорбан килтерергә мөмкин. Ә әйткән нәҙерен нәзирлек ҡанунына ярашлы эшләргә тейеш. Исраилдарға фатиха 22 Раббы Мусаға былай тине: 23 – Һарун менән уның улдарына еткер: исраилдарға фатиха биргәндә шулай тип әйтегеҙ: 24 «Раббы һиңә фатихаһын бирһен һәм һаҡлаһын! 25 Раббы Үҙенең яҡты йөҙө менән балҡытһын, Һиңә мәрхәмәтле булһын! 26 Раббы һиңә йөҙө менән боролһон, Һиңә тыныслыҡ бирһен!» 27 Минең исемемде әйтеп, улар ошолай тип саҡырһындар. Шунда Мин исраилдарға фатихамды бирермен. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia