Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Иҫәп алыу 5 - Изге Яҙма


Тупламды таҙа тотоу тураһында

1 Раббы Мусаға былай тине:

2 – Исраилдарға әйт, йоғошло сир менән ауырығандарҙың, ағынтыһы булғандарҙың һәммәһен, мәйеткә ҡағылып нәжесләнгәндәрҙең барсаһын тупламдан сығарып ебәрһендәр.

3 Тупламды нәжесләмәһендәр өсөн ундайҙарҙы – ирҙәрҙе лә, ҡатындарҙы ла – тупламдан ситкә ҡыуығыҙ, сөнки унда, исраилдар араһында, Мин йәшәйем.

4 Исраилдар шулай итте, ундайҙарҙы тупламдарынан сығарып ебәрҙе. Раббы Мусаға нисек ҡушһа, исраилдар шулай эшләне.

5 Раббы Мусаға былай тине: – Исраилдарға еткер:

6 әгәр берәй ир йәки ҡатын башҡа берәй кешегә ҡарата гонаһ ҡылып, ошоноң менән Раббы ҡаршыһында енәйәт эшләһә, ғәйепле була.

7 Ул ҡылған гонаһын таныһын; килтергән зыяны өсөн шул кешегә йолом түләһен һәм шуға йолом хаҡының тағы ла биштән бер өлөшөн өҫтәһен.

8 Зыян күргән кеше мәрхүм булып, уға түләнә торған йоломдо алырлыҡ яҡын туғаны булмаһа, ул саҡта йолом аҡсаһы Раббыға бағышланһын. Был йолом, ғәйепле кешене пакландырыу өсөн килтерелгән һарыҡ тәкәһе менән бергә, ҡаһинға бирелһен.

9 Исраилдарҙың ҡаһинға килтергән бөтә изге саҙаҡалары – ҡаһиндыҡы,

10 кемдең дә булһа берәйһенең уға тип бағышлағаны ла – уныҡы. Ҡаһинға кем нимә бирһә, шул уныҡы һанала.

11 Раббы Мусаға былай тине:

12 – Исраилдарға шуны белдер: әгәр берәй ҡатын, иренә хыянат ҡылып, уға тоғролоғон боҙһа,

13 икенсе ир уның менән яҡынлыҡ ҡылып, был хаҡта ире белмәһә, ҡатын, йәшертен генә ошолай нәжесләнеп тә, шаһит булмағанлыҡтан тотолмаһа,

14 әммә нәжесләнгән ҡатындың ирендә көнсөллөк уянһа, йәки көнсөл ир тоғро ҡатынынан шикләнә башлаһа,

15 ул ҡатынын ҡаһин янына килтерһен. Ҡатыны өсөн ҡорбанға бер эфа арпа ононоң ундан бер өлөшөн алып килһен, тик онға зәйтүн майы ҡоймаһын, ладан һалмаһын, сөнки был – көнсөллөк өсөн икмәк саҙаҡаһы, ғәйепте хәтерләтеп тороусы иҫтәлек саҙаҡаһы.

16 Ҡаһин ҡатынды Раббы алдына килтерһен,

17 балсыҡ көршәккә изге һыу ҡойһон, Изге сатыр иҙәненән алынған тупраҡты һыуға һалһын.

18 Шунан ҡатынды Раббы ҡаршыһына баҫтырһын да яулығын систерһен, ҡулына гонаһты хәтерләтеп тороусы иҫтәлек саҙаҡаһын – көнсөллөк саҙаҡаһын тотторһон. Ә ҡаһин ҡулында ҡәһәр төшөрә торған әсе һыу булыр.

19 Ҡаһин, ҡатынды ант иттертеп, уға былай тип әйтер: «Әгәр һинең менән ситтәрҙән берәү ҙә яҡынлыҡ ҡылмаған булһа, һин нәжесләнмәгән, иреңә хыянат итмәгән булһаң, ҡәһәр төшөрөүсе ошо әсе һыу һиңә зыян килтермәҫ».

20 Әгәр ҡатын иренә хыянат итеп, нәжесләнһә, иренән башҡа берәү уның менән яҡынлыҡ ҡылған булһа,

21 ул саҡта ҡаһин ҡатынды ҡәһәр анты менән ҡарғап: «Раббы һинең миҫалыңда халҡыңа нисек ҡәһәрҙең ғәмәлгә ашҡанын күрһәтһен, – тиһен. – Раббы ҡарыныңды буш итһен, ҡорһағыңды күптерһен.

22 Ҡәһәр төшөрә торған ошо һыу, һинең ҡорһағыңды күптерер һәм ҡарыныңды буш итер өсөн, эсеңә үтеп инһен», – тиһен. Ҡатын иһә: «Амин, амин», – тип раҫлаһын.

23 Ҡаһин ошо ҡәһәрҙәрҙе яҙһын да яҙыуҙы әсе һыуға йыуып төшөрһөн.

24 Ҡәһәр төшөрә торған әсе һыуҙы ҡатынға эсергә бирһен; был һыу, ҡатындың эсенә төшөп, ауыр ғазаптарға килтерер сара булыр.

25 Шунан ҡаһин, ҡатын ҡулынан көнсөллөк саҙаҡаһы итеп килтерелгән икмәкте алып, уны Раббы ҡаршыһында күтәреп һелкһен дә ҡорбан усағына килтерһен.

26 Ҡаһин икмәк саҙаҡаһынан, иҫтәлек өлөшө булараҡ, бер ус тултырып алыр ҙа ҡорбан усағында яндырыр, шунан һыуҙы ҡатынға эсерер.

27 Әгәр ҡатын, иренә хыянат ҡылып нәжесләнгән булһа, ҡаһин уға эсергә биргән ҡәһәрле һыу эсенә инеп, уны ауыр ғазаптарға тарытыр: уның ҡорһағы күбер, эсе төшөр, һәм ул үҙ халҡы өсөн ҡәһәрҙең нисек тормошҡа ашҡанының миҫалы булып торор.

28 Әгәр ҡатын нәжесләнмәгән һәм пак булһа, зыян күрмәҫ, балаға уҙыр хәлдә ҡалыр.

29 Көнсөллөк хаҡындағы ҡанун ошо: ҡатын иренә хыянат итеп нәжесләнһә

30 йәки ирендә, шик тыуып, ҡатынына ҡарата көнсөллөк уянһа, ул ҡатынын Раббы алдына китереп баҫтырһын. Ҡаһин иһә был ҡатын менән алда әйтелгән ҡанун нигеҙендә эш итһен.

31 Шул осраҡта ир язаһыҙ ҡалһын, ә ҡатын ғәйебенең язаһын үҙ иңендә күтәрер.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan