Иҫәп алыу 34 - Изге ЯҙмаҠәнғән ере сиктәре 1 Раббы Мусаға былай тине: 2 – Исраилдарға шуны бойор: Ҡәнғән еренә ингәс, унда Мин һеҙгә бирәсәк биләмәләрҙең сиктәре түбәндәгесә булыр. 3 Көньяҡтағы сиктәрегеҙ Цин сүленән һәм Эдом сиктәре буйынса һуҙылыр. Ул сигегеҙ Тоҙло диңгеҙҙең көньяҡ осонан көнсығышта башланыр. 4 Унан көньяҡҡа Ғаҡраббим тарлауығына тартылыр һәм Цин аша үтер, унан көньяҡтан Ҡадеш-Барнеағҡа табан сығыр, шунан Хасар-Аддарға тартылыр һәм Ғасмон аша үтер. 5 Ғасмондан Мысыр сигендәге йылғаға табан боролор ҙа, Бөйөк диңгеҙ буйында тамамланыр. 6 Көнбайыш сиктәрегеҙ Бөйөк диңгеҙ буйлап үтер. Был – көнбайыш сиктәрегеҙ. 7 Бына һеҙҙең төньяҡ сигегеҙ. Уны Бөйөк диңгеҙҙән – Һор тауына, 8 Һорҙан Лево-Хамаҫҡа тиклем үткәрегеҙ. Артабан сик Седадҡа тартылыр; 9 унан Зифронға тиклем дауам итер ҙә, Хасар-Ғенанға етеп туҡтар. Был – һеҙҙең төньяҡ сиктәрегеҙ. 10 Көнсығыш сикте Хасар-Ғенандан Шефамға ҡарай үткәрегеҙ, 11 Шефамдан сик Ғайндың көнсығышынан Ривлаға тартылыр, шунан көнсығыштан Киннереҫ күле ярҙарына терәлер. 12 Сик артабан Иордан йылғаһы буйлап төшөр ҙә Тоҙло диңгеҙгә етеп туҡтар. Был һеҙҙең илегеҙ булыр. Уның сиктәре шулай. 13 Муса Исраил халҡына шуны бойорҙо: – Раббы туғыҙ ырыуға һәм Менашшеның ярты ырыуына бирергә ҡушҡан ерҙәр ошо, һеҙ уны йәрәбә буйынса бүлеп алырһығыҙ. 14 Ә Рәүвән һәм Ғад ырыуҙары ғаиләләре менән, Менашше ырыуының икенсе яртыһы һымаҡ уҡ, 15 биләмә ерҙәрен Йерихо ҡаршыһынан, Иордандың көнсығыш тарафында алды. 16 Раббы Мусаға былай тине: 17 – Бына ерҙе һеҙгә бүлеп бирәсәк кешеләрҙең исемдәре: Әлғазар ҡаһин һәм Нун улы Йушағ. 18 Ер бүлергә һәр ырыуҙан берәр башлыҡты алығыҙ. 19 Уларҙың исемдәре: Йәһүҙә ырыуынан Йефунне улы Калев; 20 Шимғон ырыуынан – Ғаммиһуд улы Шемуил; 21 Бинйәмин ырыуынан – Кислон улы Әлидад; 22 Дан ырыуынан – ырыу башлығы Буккий Йогли улы; 23 Йософтоң улы Менашше ырыуынан – ырыу башлығы Ханниил Эфод улы; 24 Әфраим ырыуынан – ырыу башлығы Ҡемуил Шифтан улы; 25 Зевулун ырыуынан – ырыу башлығы Әлисафан Парнах улы; 26 Исасхар ырыуынан – ырыу башлығы Палтиил Ғаззан улы; 27 Ашер ырыуынан – ырыу башлығы Ахиһуд Шеломи улы; 28 Нафтали ырыуынан – ырыу башлығы Педаһил Ғаммиһуд улы. 29 Ҡәнғән ерендә исраилдарға биләмәләр бүлергә Раббы ошо кешеләргә бойорҙо. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia