Иҫәп алыу 31 - Изге ЯҙмаМидйәндәрҙән үс алыу 1 Раббы Мусаға былай тине: 2 – Исраилдар өсөн Мидйән халҡынан үс ал. Һуңынан ата-бабаларың менән ҡауышасаҡһың. 3 Муса халыҡҡа былай тине: – Арағыҙҙан яугирҙәр ҡоралландырығыҙ, улар мидйәндәргә ҡаршы һуғышҡа барыр, Раббының ул халыҡҡа булған үсен ҡайтарыр. 4 Исраилдарҙың һәр ырыуынан берәр мең кешене һуғышҡа әҙерләгеҙ. 5 Исраилдың һәр ырыуынан берәр мең кеше һайлап алынды, ҡораллы ун ике мең кеше яуға әҙерләнде. 6 Һәр ырыуҙан берәр мең кешене Муса Әлғазар ҡаһиндың улы Пинхас менән һуғышҡа оҙатты. Пинхас Изге сатыр һауыттары менән хәүеф тураһында ҡысҡырта торған борғоларҙы алды. 7 Исраилдар, Раббы Мусаға бойорғанса, мидйәндәргә ҡаршы һуғышҡа китте һәм уларҙың бөтә ирҙәрен ҡырҙы. 8 Барса ирҙәре менән бергә мидйәндәрҙең биш батшаһын – Әүиҙе, Рәҡәмде, Сурҙы, Хурҙы һәм Рәғавты ла үлтерҙеләр, Беғор улы Билғамды ла ҡылыстан үткәрҙеләр. 9 Мидйәндәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарын һәм балаларын әсирлеккә алдылар, бөтә мал-тыуарын, көтөүҙәрен, бөтә йорт-ҡаралтыларын яумал иттеләр, 10 йәшәгән урындарындағы барлыҡ ҡала-ауылдарын үртәнеләр, 11 кешенән алып малғаса бөтә табышты – 12 әсирҙәрҙе, яумалды – Моав тигеҙлегенә, Иордан буйында Йерихо ҡаршыһына ҡоролған тупламдарына, Муса менән Әлғазар ҡаһинға, Исраил йәмғиәтенә алып ҡайттылар. 13 Уларҙы ҡаршыларға тупламдан Муса менән Әлғазар ҡаһин һәм йәмғиәттең бөтә башлыҡтары сыҡты. 14 Муса һуғыштан ҡайтҡан хәрби етәкселәргә, мең һәм йөҙ баштарына бик ныҡ асыуланып: 15 – Ниңә ҡатын-ҡыҙҙарҙы тере ҡалдырҙығыҙ? – тине. – 16 Тап шул ҡатындар, Билғам ҡотортоуы буйынса, исраилдарҙы Пеғорҙағы ваҡиға арҡаһында Раббыға хыянат иттерҙе бит! Раббы йәмғиәте шулар арҡаһында үләт ҡазаһына тарыны! 17 Шуның өсөн бөтә ир балаларҙы, ир ҡуйынын күргән барлыҡ ҡатындарҙы үлтерегеҙ. 18 Ир ҡуйынын күреп өлгөрмәгән ҡыҙ балаларҙы үлтермәгеҙ, үҙегеҙгә ҡалдырығыҙ. 19 Тағы шул: ете көн тупламдан ситтә булығыҙ. Кеше үлтергән йәки мәйеткә ҡағылған һәр кем – үҙегеҙ ҙә, әсирҙәрегеҙ ҙә – өсөнсө көндө һәм дә етенсе көндө таҙарынһын. 20 Барлыҡ кейем-һалымығыҙҙы, күндән, кәзә дебетенән булған, ағастан яһалған барлыҡ әйберҙәрегеҙҙе таҙартығыҙ. 21 Әлғазар ҡаһин һуғыштан ҡайтҡан яугирҙәргә былай тине: – Раббы Мусаға биргән ҡанундың ҡағиҙәһе шундай: 22 алтынды, көмөштө, баҡырҙы, тимерҙе, аҡ һәм ҡара ҡурғашты – 23 утҡа түҙгән бөтөнөһөн – таҙарындырыу өсөн ут аша үткәрегеҙ, шунан таҙарыныу һыуы менән йыуығыҙ. Утҡа сыҙамағанды һыуҙа йыуығыҙ. 24 Етенсе көндө кейем-һалымығыҙҙы йыуығыҙ, таҙа булырһығыҙ, шунан һуң тупламға ҡайтығыҙ. Яумалды бүлеү 25 Раббы Мусаға былай тине: 26 – Әлғазар ҡаһин һәм халыҡтың нәҫел башлыҡтары менән бергәләп әсиргә алынған кешеләрҙе, табышҡа төшкән малды һана. 27 Яумалды яуҙа ҡатнашҡандар менән бөтә йәмғиәткә таратыр өсөн, тигеҙ итеп икегә бүл. 28 Һуғышта ҡатнашҡан яугирҙәрҙең өлөшөнән һәр биш йөҙөнсө әсирҙе, эре малды, ишәкте һәм ваҡ малды ал да Раббыға һалым итеп, 29 Уға саҙаҡа рәүешендә Әлғазар ҡаһинға тапшыр. 30 Исраил халҡы өлөшөнән һәр илленсе әсирҙе, эре малды, ишәкте һәм ваҡ малды Раббы сатырында яуаплы булған левиҙәргә бир. 31 Муса менән Әлғазар ҡаһин Раббы Мусаға ҡушҡанса эшләне. 32 Һуғышта булғандар алып ҡайтҡан табыш-яумал түбәндәгесә ине: ваҡ мал – алты йөҙ етмеш биш мең, 33 эре мал – етмеш ике мең, 34 ишәктәр – алтмыш бер мең, 35 кешеләр: ир ҡуйыны күрмәгән ҡыҙҙар – утыҙ ике мең. 36 Уларҙың яртыһы һуғышта ҡатнашҡандарҙың өлөшөнә төштө: ваҡ мал – өс йөҙ утыҙ ете мең биш йөҙ, 37 уларҙан Раббыға ваҡ малдан һалым – алты йөҙ етмеш биш; 38 эре мал – утыҙ алты мең, ошонан Раббыға – етмеш ике баш; 39 ишәктәр – утыҙ мең биш йөҙ, ошонан Раббыға – алтмыш бер баш; 40 кешеләр – ун алты мең, ошонан Раббыға – утыҙ ике йән. 41 Муса, үҙенә Раббы бойорғанса, был саҙаҡаны – Раббыға тигән һалымды – Әлғазар ҡаһинға тапшырҙы. 42 Һуғыштан алып ҡайтҡандан Муса исраилдарға тип айырып алған 43 йәмғиәткә төшкән өлөш түбәндәгесә ине: ваҡ мал – өс йөҙ утыҙ ете мең биш йөҙ, 44 эре мал – утыҙ алты мең, 45 ишәктәр – утыҙ мең биш йөҙ, 46 кешеләр – ун алты мең. 47 Муса, Раббы бойорғанса, исраилдар өлөшөнән кеше һәм мал-тыуарҙың илленән берен алып, Раббы сатырында яуаплы булған левиҙәргә бирҙе. 48 Мусаға ғәскәр башлыҡтары – мең һәм йөҙ баштары килде лә 49 былай тине: – Беҙ хеҙмәтселәрең ҡул аҫтыбыҙға һин биргән яугирҙәрҙе иҫәпләп сыҡты, береһе лә юғалмаған. 50 Бына, үҙебеҙҙе Раббы алдында пакландырыу өсөн, үҙебеҙ тапҡан алтын әйберҙәрҙе – ҡулбаш беләҙеге, беләҙектәр, балдаҡтар, алҡалар һәм мунсаҡтарҙы – бүләк итеп килтерҙек. 51 Муса менән Әлғазар ҡаһин уларҙан был алтын әйберҙәрҙе алды. 52 Мең һәм йөҙ баштарынан Раббыға иғәнә булараҡ килтерелгән алтын бөтәһе ун алты мең ете йөҙ илле шекел тартты. 53 Һуғышта ҡулға төшөргән алтынды иһә яугирҙәр үҙҙәренә алғайны. 54 Муса менән Әлғазар ҡаһин алтынды мең һәм йөҙ баштарынан ҡабул итеп алдылар ҙа исраилдар иҫтәлеге итеп Раббы хозурына, Осрашыу сатырына килтерҙеләр. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia