Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Иҫәп алыу 30 - Изге Яҙма

1 Муса Раббы бойорғандың барыһын да исраилдарға һөйләп бирҙе.


Нәҙер хаҡында ҡанун

2 Муса Исраил ырыуҙарының башлыҡтарына былай тине: – Раббы бына нимә тип бойорҙо:

3 кем дә кем Раббыға нәҙер әйтһә йәки үҙен вәғәҙә анты менән бәйләһә, ул һүҙендә торһон, әйткәненең һәммәһен үтәһен.

4 Әгәр ҡатын-ҡыҙ йәш сағында, атай йортонда торған саҡта, Раббыға нәҙер әйтһә йәки үҙен вәғәҙә менән бәйләһә,

5 был нәҙерҙе һәм был вәғәҙәне ишетеп, атаһы бер ни ҙә әйтмәһә, ул сағында ҡыҙҙың бөтә нәҙере, вәғәҙәләре үҙ көсөндә булыр.

6 Атаһы ишетеп тыйһа, бер нәҙеренең дә, үҙен бәйләгән бер вәғәҙәһенең дә көсө булмаҫ, ә Раббы уны ғәфү итер, сөнки ҡыҙҙың атаһы рөхсәт итмәне.

7 Әгәр ҡыҙ кейәүгә сыҡһа, ә уның үҙен бәйләгән нәҙере йәки уйламайынса әйткән вәғәҙәһе булһа,

8 был хаҡта ишеткән ире бер ни ҙә әйтмәһә, был ҡатындың нәҙерҙәре, вәғәҙәләре көсөндә булыр.

9 Әгәр ҙә ире, был хаҡта белеп, ҡатынына рөхсәт итмәһә, әлеге ҡатын әйткән нәҙеренән, йәки уйламайынса биргән вәғәҙәһенән азат буласаҡ. Раббы уны ғәфү итер.

10 Тол ҡалған йәки иренән айырылған ҡатындың үҙен бәйләгән нәҙере көсөндә булыр.

11 Әгәр ҡатын ире йортонда нәҙер әйтһә йә ант итеп үҙен вәғәҙә менән бәйләһә,

12 быны ире ишетеп тә, бер ни ҙә әйтмәһә, тыймаһа, уның бөтә нәҙере һәм үҙен бәйләгән вәғәҙәләре көсөндә булыр.

13 Әгәр ире ишетеп тыйһа, ҡатындың әйткән нәҙерҙәре, вәғәҙәләре көсөндә булмаҫ, сөнки ире кире ҡаҡты, ә Раббы ҡатынды ғәфү итер.

14 Ҡатын-ҡыҙҙың һәр нәҙерен, нәфсеһен тыйыр өсөн биргән һәр вәғәҙәһен ире раҫлай ҙа, кире ҡаға ла ала.

15 Әгәр ире быны ишеткән көндә лә, икенсе көндә лә өндәшмәһә, ҡатындың нәҙере һәм вәғәҙәһе раҫланған булыр, сөнки ире быларҙы ишетеп тә, өндәшмәне.

16 Әгәр ҙә ир, ишеткәс, күпмелер ваҡыт үткәндән һуң ғына кире ҡаҡһа, ул сағында ҡатынының нәҙерҙе үтәмәгәне өсөн ғәйебен ул үҙенә ала булыр.

17 Ҡатын менән ирҙең, йәш сағында атай йортонда йәшәгәндә ҡыҙ менән уның атаһының мөнәсәбәттәре тураһында Раббы Муса аша еткергән ҡағиҙәләр бына шулар.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan