Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Иҫәп алыу 29 - Изге Яҙма


Борғолар байрамы ҡорбандары

1 Етенсе айҙың беренсе көнөндә изге йыйын үткәрегеҙ, көндәлек эштәрегеҙҙе эшләмәгеҙ. Был көн һеҙҙә борғо ҡысҡыртыу көнө булһын.

2 Раббыға күркәм хуш еҫ, тотош яндырыу ҡорбаны булараҡ кәмселекһеҙ бер башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе, берәр йәшлек ете бәрәс килтерегеҙ.

3-4 Былар янына, зәйтүн майына бутап, башмаҡ менән бергә эфаның ундан өс өлөшө, һарыҡ тәкәһе менән бергә эфаның ундан ике өлөшө, ете бәрәстең һәр береһе менән бергә эфаның ундан бер өлөшө күләмендә иң яҡшы бойҙай онон икмәк саҙаҡаһы итеп килтерегеҙ.

5 Үҙегеҙҙе пакландырыу өсөн гонаһ ҡорбаны итеп бер кәзә тәкәһе тәҡдим итегеҙ.

6 Быларҙы айлыҡ һәм көндәлек тотош яндырыу ҡорбандары менән бергә килтерелергә тейешле булған икмәк саҙаҡалары һәм түкмә ҡорбандарға өҫтәлмә булараҡ алып килегеҙ. Был – ут ҡорбаны, Раббыға күркәм хуш еҫ.


Гонаһтарҙан пакланыу көнө ҡорбандары

7 Етенсе айҙың унынсы көнөндә изге йыйын үткәрегеҙ. Нәфсегеҙҙе тыйығыҙ, көндәлек эштәрҙе башҡармағыҙ.

8 Раббыға күркәм хуш еҫ булараҡ тотош яндырыу ҡорбаны итеп бер башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе, берәр йәшлек ете бәрәс килтерегеҙ. Улар кәмселекһеҙ булһын.

9-10 Былар янына, зәйтүн майына бутап, үгеҙ башмаҡ менән бергә эфаның ундан өс өлөшө, һарыҡ тәкәһе менән бергә эфаның ундан ике өлөшө, ете бәрәстең һәр береһе менән бергә эфаның ундан бер өлөшө күләмендә иң яҡшы бойҙай онон икмәк саҙаҡаһы итеп килтерегеҙ.

11 Шулай уҡ гонаһ ҡорбаны өсөн бер кәзә тәкәһе алып килегеҙ. Пакланыу көнөндә килтерелә торған гонаһ ҡорбанына, көндәлек тотош яндырыу ҡорбаны менән бергә килтерелергә тейеш булған икмәк саҙаҡаһына һәм түкмә ҡорбанға өҫтәмә рәүештә килтерегеҙ быларҙы.


Ҡыуыш байрамы ҡорбандары

12 Етенсе айҙың ун бишенсе көнөндә изге йыйын үткәрегеҙ. Бер нәмә лә эшләмәгеҙ, ете көн буйы Раббы байрамын билдәләгеҙ.

13 Тотош яндырыу ҡорбаны, йәғни ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ булараҡ ун өс үгеҙ башмаҡ, ике һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек ун дүрт тәкә бәрәс килтерегеҙ. Малдар кәмселекһеҙ булһын.

14-15 Ун өс үгеҙ башмаҡтың һәр береһе менән бергә эфаның ундан өс өлөшө, ике һарыҡ тәкәһенең һәр береһе менән бергә эфаның ундан ике өлөшө, ун дүрт тәкә бәрәстең һәр береһе менән бергә эфаның ундан бер өлөшө күләмендә иң яҡшы бойҙай онона зәйтүн майы ҡушылған икмәк саҙаҡаһы килтерегеҙ.

16 Гонаһ ҡорбаны итеп бер кәзә тәкәһе лә килтерегеҙ; уны көн дә килтерелә торған тотош яндырыу ҡорбаны менән икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбанға өҫтәмә рәүештә килтерегеҙ.

17 Икенсе көндө ун ике үгеҙ башмаҡ, ике һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек ун дүрт тәкә бәрәс килтерегеҙ. Малдың кәмселекһеҙ булыуы шарт.

18 Ҡорбанға килтерелә торған үгеҙ башмаҡтар, һарыҡ тәкәләре һәм тәкә бәрәстәр менән бергә, һандарына күрә, тейешле икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбан килтерелһен.

19 Гонаһ ҡорбаны итеп бер кәзә тәкәһе лә килтерегеҙ; уны көн дә килтерелә торған тотош яндырыу ҡорбаны менән икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбанға өҫтәмә рәүештә килтерегеҙ.

20 Өсөнсө көндө ун бер үгеҙ башмаҡ, ике һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек ун дүрт тәкә бәрәс килтерегеҙ. Малдың кәмселекһеҙ булыуы шарт.

21 Ҡорбанға килтерелә торған үгеҙ башмаҡтар, һарыҡ тәкәләре һәм тәкә бәрәстәр менән бергә, һандарына күрә, тейешле икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбан килтерелһен.

22 Гонаһ ҡорбаны итеп бер кәзә тәкәһе лә килтерегеҙ; уны көн дә килтерелә торған тотош яндырыу ҡорбаны менән икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбанға өҫтәмә рәүештә килтерегеҙ.

23 Дүртенсе көндө ун үгеҙ башмаҡ, ике һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек ун дүрт тәкә бәрәс килтерегеҙ. Малдың кәмселекһеҙ булыуы шарт.

24 Ҡорбанға килтерелә торған үгеҙ башмаҡтар, һарыҡ тәкәләре һәм тәкә бәрәстәр менән бергә, һандарына күрә, тейешле икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбан килтерелһен.

25 Гонаһ ҡорбаны итеп бер кәзә тәкәһе лә килтерегеҙ; уны көн дә килтерелә торған тотош яндырыу ҡорбаны менән икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбанға өҫтәмә рәүештә килтерегеҙ.

26 Бишенсе көндө туғыҙ үгеҙ башмаҡ, ике һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек ун дүрт тәкә бәрәс килтерегеҙ. Малдың кәмселекһеҙ булыуы шарт.

27 Ҡорбанға килтерелә торған үгеҙ башмаҡтар, һарыҡ тәкәләре һәм тәкә бәрәстәр менән бергә, һандарына күрә, тейешле икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбан килтерелһен.

28 Гонаһ ҡорбаны итеп бер кәзә тәкәһе килтерелһен; уны көн дә килтерелә торған тотош яндырыу ҡорбаны менән икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбанға өҫтәмә рәүештә килтерегеҙ.

29 Алтынсы көндө һигеҙ үгеҙ башмаҡ, ике һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек ун дүрт тәкә бәрәс килтерегеҙ. Малдың кәмселекһеҙ булыуы шарт.

30 Ҡорбанға килтерелә торған үгеҙ башмаҡтар, һарыҡ тәкәләре һәм тәкә бәрәстәр менән бергә, һандарына күрә, тейешле икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбан килтерелһен.

31 Гонаһ ҡорбаны итеп бер кәзә тәкәһе лә килтерегеҙ; уны көн дә килтерелә торған тотош яндырыу ҡорбаны менән икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбанға өҫтәмә рәүештә килтерегеҙ.

32 Етенсе көндө ете үгеҙ башмаҡ, ике һарыҡ тәкәһе һәм бер йәшлек ун дүрт тәкә бәрәс килтерегеҙ. Малдың кәмселекһеҙ булыуы шарт.

33 Ҡорбанға килтерелә торған үгеҙ башмаҡтар, һарыҡ тәкәләре һәм тәкә бәрәстәр менән бергә, һандарына күрә, тейешле икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбан килтерелһен.

34 Гонаһ ҡорбаны итеп бер кәзә тәкәһе лә килтерегеҙ; уны көн дә килтерелә торған тотош яндырыу ҡорбаны менән икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбанға өҫтәмә рәүештә килтерегеҙ.

35 Һигеҙенсе көндө һеҙҙә изге йыйын булһын, бер эш тә эшләмәгеҙ.

36 Тотош яндырыу ҡорбаны, Раббыға күркәм хуш еҫ булараҡ ут ҡорбаны килтерегеҙ: бер башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе, берәр йәшлек ете бәрәс, улар кәмселекһеҙ булһын.

37 Был ҡорбандар менән бергә, башмаҡ, һарыҡ тәкәһе, бәрәстәр һанына ярашлы, тейешле икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбан

38 һәм гонаһ ҡорбаны итеп бер кәзә тәкәһе килтерелһен; уны көн дә килтерелә торған тотош яндырыу ҡорбаны менән икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбанға өҫтәмә рәүештә килтерегеҙ.

39 Билдәләнгән байрамдарығыҙҙа Раббыға килтерелә торған тотош яндырыу ҡорбандары, икмәк саҙаҡаһы, түкмә ҡорбан, татыулыҡ ҡорбандары ана шулар. Уларҙы әйткән нәҙерегеҙ буйынса, йәки үҙ ихтыярығыҙ менән килтерә торған саҙаҡаларға өҫтәмә рәүештә тәҡдим итегеҙ».

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan