Иҫәп алыу 28 - Изге ЯҙмаКөндәлек ҡорбандар 1 Раббы Мусаға былай тине: 2 – Исраилдарға бойороғомдо еткер: Минең ут ҡорбандарым өсөн ризыҡты, Миңә күркәм булған хуш еҫте ваҡытында килтерегеҙ. 3 Уларға әйт: «Һеҙ Раббыға бирергә тейешле ут ҡорбаны ошо: Раббыға даими тотош яндырыу ҡорбаны булараҡ, һәр көн берәр йәшлек кәмселекһеҙ ике тәкә бәрәс килтерһендәр. 4 Бәрәстәрҙең береһе иртәнсәк, икенсеһе кис ҡорбан ителһен. 5 Бәрәс менән бергә эфаның ундан бер өлөшө күләмендә иң яҡшы бойҙай онона һиндың дүрттән бер өлөшө күләмендә ҡул менән һығылған зәйтүн майы ҡушып, икмәк саҙаҡаһы килтерегеҙ. 6 Был, Синай тауында ғәмәлгә индерелгән даими тотош яндырыу ҡорбаны, Раббыға күркәм хуш еҫ – ут ҡорбаны. 7 Һәр бәрәс менән бергә, түкмә ҡорбан булараҡ, һиндың дүрттән бер өлөшө күләмендә шарап килтерегеҙ, Раббыға бағышлап Изге урында шарап түгегеҙ. 8 Иртәнге кеүек, шундай уҡ икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбан менән икенсе бәрәсте кискеһен ҡорбан итеп килтерегеҙ – хуш еҫе Раббыға күркәм ут ҡорбаны ул. Шәмбе көн ҡорбандары 9 Шәмбе көн берәр йәшлек кәмселекһеҙ ике тәкә бәрәс менән түкмә ҡорбан һәм эфаның ундан ике өлөшө күләмендә иң яҡшы бойҙай онона зәйтүн майы ҡушылған икмәк саҙаҡаһы килтерегеҙ. 10 Был даими тотош яндырыу ҡорбандарынан һәм уның түкмә ҡорбанынан тыш, шәмбе һайын башҡарыла торған тотош яндырыу ҡорбаны булыр. Яңы ай ҡорбандары 11 Яңы ай башында ике үгеҙ башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе, берәр йәшлек ете бәрәсте Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны итеп килтерегеҙ, малдар кәмселекһеҙ булһын. 12 Һәр үгеҙ башмаҡ менән бергә зәйтүн майына бутап, эфаның ундан өс өлөшө күләмендә иң яҡшы бойҙай оно, һәр һарыҡ тәкәһе менән бергә зәйтүн майына бутап, эфаның ундан ике өлөшө күләмендә иң яҡшы бойҙай оно, 13 һәр бәрәс менән бергә зәйтүн майына бутап, эфаның ундан бер өлөшө күләмендә иң яҡшы бойҙай оно икмәк саҙаҡаһы итеп килтерелһен. Был – тотош яндырыу ҡорбаны, Раббыға күркәм хуш еҫ – ут ҡорбаны. 14 Һәр үгеҙ башмаҡ менән бергә – ярты һин, һәр һарыҡ тәкәһе менән бергә һиндың өстән бер өлөшө, һәр бәрәс менән бергә һиндың дүрттән бер өлөшө күләмендә түкмә ҡорбан килтерегеҙ. Был – йыл әйләнәһенә һәр айҙың башында килтерелә торған ут ҡорбаны. 15 Көн дә китерелә торған тотош яндырыу ҡорбаны һәм түкмә ҡорбандан тыш гонаһ ҡорбаны итеп, Раббыға бер кәзә тәкәһе килтерегеҙ. Ҡотҡарылыу байрамы ҡорбандары 16 Беренсе айҙың ун дүртенсе көнөндә – Раббы хөрмәтенә Ҡотҡарылыу байрамы. 17 Ул айҙың ун бишенсе көнө байрам булһын, ете көн буйы сөсө икмәк ашағыҙ. 18 Тәүге көндө изге йыйын үткәрегеҙ, көндәлек эштәрегеҙҙе эшләмәгеҙ. 19 Раббыға ут ҡорбаны – тотош яндырыу ҡорбаны итеп ике башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе, берәр йәшлек ете бәрәс килтерегеҙ; улар кәмселекһеҙ булһын. 20-21 Былар менән бергә зәйтүн майына бутап, һәр башмаҡ менән бергә эфаның ундан өс өлөшө, һәр һарыҡ тәкәһе менән – эфаның ундан ике өлөшө, ете бәрәстең һәр береһе менән бергә эфаның ундан бер өлөшө күләмендә иң яҡшы бойҙай онон икмәк саҙаҡаһы итеп килтерегеҙ. 22 Һеҙҙе пакландырыу өсөн гонаһ ҡорбаны итеп бер кәзә тәкәһен килтерегеҙ. 23 Быларҙы көн дә иртән килтерелә торған тотош яндырыу ҡорбанынан тыш тәҡдим итегеҙ. 24 Ете көн буйы көн дә шулай эшләгеҙ. Был – ут ҡорбаны өсөн ризыҡ, уның хуш еҫе Раббыға күркәм булыр. Даими тотош яндырыу ҡорбаны менән түкмә ҡорбандан тыш килтерелергә тейеш был. 25 Етенсе көндө изге йыйын үткәрегеҙ, көндәлек эштәрегеҙҙе эшләмәгеҙ. Уңыш байрамы ҡорбандары 26 Аҙналар байрамының беренсе көнөндә, тәүге уңыштар көнөндә, Раббыға яңы икмәк саҙаҡаһы килтергәндә, изге йыйын үткәрегеҙ, көндәлек эштәрегеҙҙе башҡармағыҙ. 27 Раббыға күркәм хуш еҫ өсөн тотош яндырыу ҡорбаны итеп түбәндәгеләрҙе килтерегеҙ: ике үгеҙ башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе, берәр йәшлек ете бәрәс. Кәмселекһеҙ булһындар. 28-29 Былар янына, зәйтүн майына бутап, һәр башмаҡ менән бергә эфаның ундан өс өлөшө, һарыҡ тәкәһе менән бергә эфаның ундан ике өлөшө, ете бәрәстең һәр береһе менән бергә эфаның ундан бер өлөшө күләмендә иң яҡшы бойҙай онон икмәк саҙаҡаһы итеп килтерегеҙ. 30 Һеҙҙе пакландырыу өсөн бер кәзә тәкәһе килтерегеҙ. 31 Көндәлек тотош яндырыу ҡорбаны менән икмәк саҙаҡаһынан тыш, түкмә ҡорбан менән килтерегеҙ быны. Ҡорбанға килтерелгән малдар кәмселекһеҙ булһын. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia