Иҫәп алыу 26 - Изге ЯҙмаИсраилдарҙы икенсе тапҡыр иҫәпкә алыу 1 Үләттән һуң, Раббы Муса менән Һарун улы Әлғазар ҡаһинға былай тине: 2 – Исраил йәмғиәтенең бөтә улдары, егерме йәше тулғандар һәм унан өлкәндәр араһынан, бөтә нәҫел-нәсәбе буйынса, исраилдарҙың һуғышҡа яраҡлыларын иҫәпләгеҙ. 3 Моав тигеҙлегендә, Иордан буйында, Йерихо ҡаршыһында Муса менән Әлғазар ҡаһин халыҡҡа былай тине: 4 – Раббының Мусаға биргән бойороғон үтәп, егерме йәше тулып уҙған бөтә ир затын иҫәпләгеҙ. Бына Мысыр еренән сыҡҡан Исраил улдары: 5 Исраилдың баш балаһы – Рәүвән. Рәүвән улдары: Ханохтан – Ханох нәҫеле, Паллуҙан – Паллу нәҫеле, 6 Хесрондан – Хесрон нәҫеле, Кармиҙан – Карми нәҫеле. 7 Рәүвәндәрҙең нәҫелдәре бына шулар. Иҫәпкә алынғандарҙың һаны ҡырҡ өс мең ете йөҙ утыҙ кеше булды. 8 Паллуҙың улы – Әлиав. 9 Әлиавтың улдары – Немуил, Даҫан һәм Авирам. Даҫан менән Авирам, халыҡ башлыҡтарынан булып, Ҡорах яҡлылар менән бергә Мусаға һәм Һарунға ҡаршы сыҡҡайны һәм Раббыға ҡаршы баш күтәргәйне. 10 Шул ваҡытта ер, ярылып китеп, уларҙы йотҡайны – Ҡорах һәм уның яҡлылар һәләк булғайны. Ике йөҙ илле кешене ялҡын көйҙөрөп үлтергәйне һәм улар иҫкәртеүсе билдә булғайны. 11 Ләкин Ҡорахтың улдары үлмәгәйне. 12 Нәҫелдәренә күрә шимғондар: Немуилдан – Немуил нәҫеле, Яминдан – Ямин нәҫеле, Яхиндан – Яхин нәҫеле, 13 Зерахтан – Зерах нәҫеле, Шаулдан – Шаул нәҫеле. 14 Шимғон нәҫелдәренән иҫәпкә алынғандар барлығы егерме ике мең ике йөҙ кеше булды. 15 Нәҫелдәренә күрә Ғад улдары: Сефондан – Сефон нәҫеле, Хаггиҙан – Хагги нәҫеле, Шуниҙан – Шуни нәҫеле, 16 Озниҙан – Озни нәҫеле, Ғериҙан – Ғери нәҫеле, 17 Ародтан – Арод нәҫеле, Арелиҙан – Арели нәҫеле. 18 Ғад улдарының нәҫелдәренән иҫәпкә алынғандар барлығы ҡырҡ мең биш йөҙ кеше булды. 19 Йәһүҙәнең улдары Ғер һәм Онан. Улар Ҡәнғән ерендә үлеп ҡалғайны. 20 Нәҫелдәренә күрә йәһүҙиҙәр: Шеланан – Шела нәҫеле, Пәрәстән – Пәрәс нәҫеле, Зерахтан – Зерах нәҫеле. 21 Пәрәс улдары: Хесрондан – Хесрон нәҫеле, Хамулдан – Хамул нәҫеле. 22 Йәһүҙә нәҫелендә иҫәпкә алынғандар барлығы етмеш алты мең биш йөҙ кеше булды. 23 Нәҫелдәренә күрә Исасхар улдары: Толағтан – Толағ нәҫеле, Пуанан – Пуа нәҫеле, 24 Яшувтан – Яшув нәҫеле, Шимрондан – Шимрон нәҫеле. 25 Исасхар нәҫелендә иҫәпкә алынғандар барлығы алтмыш дүрт мең өс йөҙ кеше булды. 26 Нәҫелдәренә күрә зевулундар: Сәрәдтән – Сәрәд нәҫеле, Элондан – Элон нәҫеле, Яхлеилдан – Яхлеил нәҫеле. 27 Зевулун нәҫелендә иҫәпкә алынғандар барлығы алтмыш мең биш йөҙ кеше булды. 28 Нәҫелдәренә күрә Йософ улдары: Менашше менән Әфраим. 29 Менашше улдары: Махирҙан Махир нәҫеле таралды, Ғилғәд Махирҙан тыуҙы. Ғилғәдтән – Ғилғәд нәҫеле. 30 Былар Ғилғәд улдары: Иғәзәрҙән – Иғәзәр нәҫеле, Хелеҡтан – Хелеҡ нәҫеле, 31 Асриилдан – Асриил нәҫеле, Шәхәмдән – Шәхәм нәҫеле, 32 Шемидағтан – Шемидағ нәҫеле, Хефәрҙән – Хефәр нәҫеле. 33 Хефәр улы Селофхадтың улдары булманы, ҡыҙҙары ғына бар ине. Селофхад ҡыҙҙарының исемдәре Махла, Ноға, Хогла, Милка һәм Тирса булды. 34 Менашше нәҫелендә иҫәпкә алынғандар барлығы илле ике мең ете йөҙ кеше ине. 35 Нәҫелдәренә күрә Әфраим улдары: Шуҫелахтан – Шуҫелах нәҫеле, Бәхәрҙән – Бәхәр нәҫеле, Тахандан – Тахан нәҫеле. 36 Шуҫелах улдары: Ғерандан – Ғеран нәҫеле. 37 Нәҫелдәренә күрә Әфраим улдарының иҫәпкә алынғандары барлығы утыҙ ике мең биш йөҙ кеше булды. Нәҫелдәренә күрә Йософ улдары шулар. 38 Нәҫелдәренә күрә Бинйәминдәр: Белағтан – Белағ нәҫеле, Ашбелдан – Ашбел нәҫеле, Ахирамдан – Ахирам нәҫеле, 39 Шефуфамдан – Шефуфам нәҫеле, Хуфамдан – Хуфам нәҫеле. 40 Белағтың улдары Ард һәм Нағаман исемле ине. Ардтан – Ард нәҫеле, Нағамандан – Нағаман нәҫеле. 41 Нәҫелдәренә күрә Бинйәмин улдары шуларҙан ғибәрәт. Иҫәпкә алынғандар барлығы ҡырҡ биш мең алты йөҙ кеше ине. 42 Нәҫелдәренә күрә Дан улдары: Шухамдан – Шухам нәҫеле. Былар – Дандан таралған нәҫелдәр. 43 Шухам нәҫелендә иҫәпкә алынғандар барлығы алтмыш дүрт мең дүрт йөҙ кеше ине. 44 Нәҫелдәренә күрә Ашер улдары: Имнанан – Имна нәҫеле, Ишуиҙан – Ишуи нәҫеле, Бериғанан – Бериға нәҫеле. 45 Бериға улдары: Хәвәрҙән – Хәвәр нәҫеле, Малкиилдан – Малкиил нәҫеле. 46 Ашерҙың Сәрах исемле ҡыҙы бар ине. 47 Нәҫелдәренә күрә ашерҙарҙың иҫәпкә алынғандары барлығы илле өс мең дүрт йөҙ кеше булды. 48 Нәҫелдәренә күрә Нафтали улдары: Яхсеилдан – Яхсеил нәҫеле, Гуниҙан – Гуни нәҫеле, 49 Йесәрҙән – Йесәр нәҫеле, Шиллемдан – Шиллем нәҫеле. 50 Нәҫелдәренә күрә нафталиҙар шуларҙан ғибәрәт, иҫәпкә алынғандары барлығы ҡырҡ биш мең дүрт йөҙ кеше булды. 51 Шулай итеп, Исраил йәмғиәтендә иҫәпкә алынған ир-ат һаны алты йөҙ бер мең ете йөҙ утыҙ кеше булды. 52 Раббы Мусаға былай тине: 53 – Ер ырыуҙарҙағы кешеләр һанына ҡарап бүленергә тейеш. 54 Күберәк һанлыларға ҙурыраҡ өлөш бирелһен, әҙерәктәргә – бәләкәйерәк өлөш. Һәр ырыуға иҫәп алынғандар һанына ярашлы өлөш бүленһен. 55 Ерҙе йәрәбә һалып бүлеү фарыз, биләмә ере ырыуҙағы кешеләр һанына ҡарап бүленһен. 56 Күп һанлыларға ла, аҙ һанлыларға ла йәрәбәгә сыҡҡан ер бирелһен. 57 Нәҫелдәренә күрә иҫәпкә алынған левиҙәр: Гершондан – Гершон нәҫеле, Ҡыһаҫтан – Ҡыһаҫ нәҫеле, Мерариҙан – Мерари нәҫеле. 58 Ливни, Хеврон, Махли, Муши, Ҡорах нәҫелдәре лә Леви ырыуыныҡылар. Ҡыһаҫ – Ғамрамдың атаһы. 59 Ғамрамдың ҡатыны Йохәвәд Левиҙең Мысырҙа тыуған ҡыҙы ине. Йохәвәд Ғамрамға Һарунды, Мусаны һәм уларҙың һеңлеһе Мирйәмде табып бирҙе. 60 Һарундан Надав, Авиһу, Әлғазар һәм Иҫамар донъяға килде. 61 Әммә Надав менән Авиһу Синай сүлендә Раббы хозурына Ул рөхсәт итмәгән утты килтергән өсөн харап булғайны. 62 Леви ырыуында бер айлыҡтан башлап ир затынан йәмғеһе егерме өс мең кеше иҫәпкә алынғайны. Ләкин улар исраилдар менән бергә һаналманы, сөнки исраилдар араһында уларға биләмәгә ер бирелергә тейеш түгел ине. 63 Муса менән Әлғазар ҡаһин исраилдарҙы Моав тигеҙлегендә Иордан буйындағы Йерихо ҡаршыһында һанаған саҡта иҫәпкә ингәндәр бына шулар булды. 64 Әммә улар араһында Муса менән Һарун ҡаһин Синай сүлендә һанаған исраилдарҙың береһе лә юҡ ине, 65 сөнки Раббы, улар сүлдә үлеп ҡалыр, тип әйткәйне. Шулай итеп, Йефунне улы Калев менән Нун улы Йушағтан башҡа, уларҙың береһе лә иҫән ҡалманы. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia