Иҫәп алыу 25 - Изге ЯҙмаИсраилдарҙың Пеғор Бәғеленә табыныуы 1 Шиттимдә йәшәгәндә исраилдар Моав ҡыҙҙары менән бутала башланы. 2 Ҡыҙҙар уларҙы үҙ илаһтарына килтерелгән ҡорбан табындарына саҡырҙы, халыҡ шул ҡорбан ризыҡтарын ашаны, уларҙың илаһтарына баш эйҙе. 3 Исраилдар Пеғор Бәғеленә табына башланы. Раббының шул арҡала исраилдарға асыуы ҡабарҙы. 4 Раббы Мусаға былай тине: – Халыҡтың бөтә башлыҡтарын йый ҙа, уларҙы көн яҡтыһында Раббы алдында үлтереп аҫып ҡуй, шунан Раббының исраилдарға булған ярһыуы баҫылыр. 5 Муса Исраил башлыҡтарына: – Һәр берегеҙ үҙ кешеләрегеҙ араһында Пеғор Бәғеленә табынғандарҙың бөтәһен дә үлтерегеҙ, – тине. 6 Бына Муса менән бөтә Исраил йәмғиәте Осрашыу сатыры алдында ҡайғыға батып илашҡан ваҡытта, исраилдарҙан берәү үҙенең туғандары эргәһенә мидйән ҡатынын алып ҡайтты. 7 Һарун ҡаһиндың улы Әлғазарҙан тыуған Пинхас, быны күреп, йәмғиәт араһынан ҡуҙғалды һәм ҡулына һөңгө алды ла 8 баяғы исраил ире артынан сатыр эсенә инде һәм икеһен дә, исраилды ла, ҡатынды ла ҡорһаҡтарына сәнсеп үлтерҙе. Ошонан һуң исраилдарҙың үләттән ҡырылыуы туҡталды. 9 Үләттән һәләк булғандарҙың һаны егерме дүрт мең кеше ине. 10 Раббы Мусаға былай тине: 11 – Һарун ҡаһиндың улы Әлғазарҙан тыуған Пинхас Минең исраилдарға төшкән асыуымды баҫты. Ул исраилдар араһында башҡа илаһтарға табыныуға түҙеп торманы, юғиһә Мин ярһыуымдан уларҙы юҡ итеп бөтөргән булыр инем. 12 Шуға күрә уға әйт: Мин уның менән именлек килешеүе төҙөйөм. 13 Был килешеү буйынса Үҙ Аллаһы хаҡына башҡа илаһтарға түҙеп тормағаны, исраилдарҙы пакландырғаны өсөн Мин уға һәм уның бөтә тоҡомона мәңгелеккә ҡаһинлыҡ вазифаһы бирәм. 14 Мидйән ҡатыны менән бергә үлтерелгән исраил кешеһе Салу улы Зимри исемле булып, Шимғон ырыуы нәҫелдәренең береһенең башлығы ине. 15 Мидйән ҡатынының исеме иһә Козби, ул мидйән ҡәбиләһе башлығы Сурҙың ҡыҙы ине. 16 Раббы Мусаға былай тине: 17 – Мидйәндәр менән дошманлашығыҙ, ҡырығыҙ! 18 Сөнки улар һеҙгә дошманлыҡ ҡылып, Пеғорҙағы ваҡиға аша һеҙҙе юлдан яҙҙырҙы. Бынан тыш, Пеғорҙа үләт хакимлыҡ иткән көндө үлгән ҡыҙ ҡәрҙәштәре – мидйәндәрҙең ҡәбилә башлығының ҡыҙы Козби – менән әүрәтеп, һеҙҙең менән мәкерле эш итте. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia