Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Иҫәп алыу 22 - Изге Яҙма


Моав батшаһы Балаҡтың Билғамды саҡырыуы

1 Исраилдар юлдарын дауам итте һәм Иордан аръяғында, Йерихо ҡалаһы ҡаршыһында, Моав тигеҙлегенә етеп туҡтаны.

2 Сиппор улы Балаҡ исраилдарҙың әмөриҙәргә ни ҡылғанын күргәйне.

3 Исраилдар бик күп булғанлыҡтан, моавтар ҡурҡыуға ҡалды. Исраилдарҙан ҡоттары алынған

4 моавтар Мидйән аҡһаҡалдарына былай тине: – Был өйөр, баҫыуҙы һыпырып ашап торған үгеҙгә оҡшап, тирә-яғыбыҙҙа һәммәһен ҡыра лабаһа. Сиппор улы Балаҡ ул ваҡытта Моав батшаһы ине.

5 Ул илселәрен тыуған яғына, Евфрат йылғаһын һыулаған Пеҫор ҡалаһына, Беғор улы Билғамды ярҙамға саҡырырға ебәрҙе: – Бына, Мысырҙан бер халыҡ сыҡты ла бөтә ер йөҙөн ҡапланы, – тип әйтергә ҡушты уға. – Был халыҡ минең йәнәштә генә төпләнде.

6 Бында килеп, минең өсөн ошо халыҡты ҡарға әле, сөнки ул минән көслөрәк. Һин ҡарғыш яуҙырһаң, бәлки, мин уны еңә һәм еремдән ҡыуып сығара алырмын. Шуны беләм: һин кемде фатихалаһаң – шул фатихалы, кемде ҡарғаһаң, шул ҡарғышлы була.

7 Моав менән Мидйән аҡһаҡалдары, ырым-сихыр өсөн түләү хаҡы алып, Билғамға килделәр һәм Балаҡтың һүҙҙәрен еткерҙеләр.

8 Билғам уларға былай тине: – Был төндө ошонда ҡунығыҙ, Раббы миңә ни тиһә, шуны яуап итеп һеҙгә әйтермен. Моав вәзирҙәре Билғам янында ҡалды.

9 Алла Билғам эргәһенә килде лә һораны: – Яныңдағы кешеләр кемдәр ул?

10 Билғам Аллаға былай тип яуап бирҙе: – Миңә уларҙы Моавтың батшаһы Балаҡ Сиппор улы ебәргән.

11 «Бына, Мысырҙан бер халыҡ сыҡты, ер йөҙөн ҡаплап алды. Бында кил дә уны минең өсөн ҡарға, бәлки, шул сағында мин уның менән алыша һәм еремдән ҡыуып сығара алырмын», – тип әйтергә ҡушҡан.

12 Алла Билғамға былай тине: – Быларға эйәреп йөрөмә, теге халыҡты ҡарғама, сөнки ул фатихалы халыҡ.

13 Билғам иртә менән торҙо ла Балаҡтың вәзирҙәренә: – Үҙ ерегеҙгә ҡайтығыҙ, Раббы миңә һеҙҙең менән барырға рөхсәт итмәй, – тине.

14 Моав башлыҡтары, Балаҡ янына ҡайтып, уға: – Билғам беҙҙең менән килергә риза булманы, – тинеләр.

15 Балаҡ беренсе барғандарға ҡарағанда ла дәрәжәлерәк вәзирҙәрен, тағы ла күмәгерәк итеп, Билғамға йәнә ебәрҙе.

16 Улар Билғамға килде лә: – Сиппор улы Балаҡ һиңә былай тип еткерергә ҡушты: «Миңә килеүҙән баш тартмасы.

17 Мин һиңә бик тә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтермен, нимә әйтһәң, шуны эшләрмен. Кил, зинһар, был халыҡты минең өсөн ҡарға», – тине.

18 Ләкин Билғам Балаҡтың илселәренә былай тип яуап бирҙе: – Балаҡ хатта алтын-көмөш тулы йортон бирһә лә, Аллам Раббының бойороғона ҡаршы төшә алмайым, бәләкәй генә эш тә, ҙур ғәмәл дә ҡыла алмайым шул.

19 Хәйер, һеҙ ҙә бында ҡунып китегеҙ. Раббы ни әйтер икән – тағы белешермен.

20 Алла төндә Билғам эргәһенә килде лә былай тине: – Был кешеләр һине саҡырырға килгән икән, тор ҙа улар менән бар, тик Мин һиңә нимә ҡушһам, шуны ғына эшлә.


Билғам һәм уның ишәге

21 Иртән Билғам торҙо, ишәген эйәрләп менде лә Моав башлыҡтары менән китте.

22 Әммә ул барғанға Алланың асыуы ҡабынды һәм Раббы фәрештәһе Билғамдың ҡаршыһына сығып баҫты. Билғам, ишәккә атланып, ике хеҙмәтсеһен эйәртеп, юл буйлап килә ине.

23 Ишәк юлда ҡылыс тотоп торған Раббы фәрештәһен күргәс, боролоп баҫыуға инеп китте. Билғам, уны юлға сығармаҡ булып, һуҡҡыслай башланы.

24 Унан һуң Раббы фәрештәһе ике йөҙөм баҡсаһы араһынан үткән юлдың иң тар еренә сығып баҫты, ике яғынан да – йөҙөмлөктө кәртәләгән ҡойма.

25 Ишәк, Раббы фәрештәһен күреп, ҡоймаға һыйынды һәм Билғамдың аяғын ҡуша ҡыҫты. Хужаһы ишәкте тағы ла һуҡҡыслай башланы.

26 Раббы фәрештәһе бынан да тарыраҡ урынға барып баҫты, унан уңға ла, һулға ла тайшанырлыҡ түгел ине.

27 Ишәк, Раббы фәрештәһен күреп, Билғам менән ҡуша ергә ятты. Асыуы ҡабарған Билғам ишәкте таяҡ менән туҡмарға тотондо.

28 Шунда Раббы ишәккә тел бирҙе, һәм ишәк Билғамдан: – Минең һиңә ни зыяным тейҙе? Инде өсөнсө тапҡыр мине туҡмайһың, – тип һораны.

29 – Мине мыҫҡыл иткәнең өсөн туҡмайым, әгәр ҡулымда ҡылыс булһа, шунда уҡ һине үлтерер инем, – тип яуапланы Билғам.

30 Ишәк иһә Билғамға: – Ғүмер баҡый менеп йөрөгән ишәгең түгелме ни мин? Ошондай ғәҙәтем бар инеме һуң? – тине. Билғам: – Юҡ, – тип яуап бирҙе.

31 Раббы Билғамдың күҙен асты, ул юлда ҡылыс тотҡан Раббы фәрештәһенең баҫып торғанын күрҙе. Билғам тубыҡланып йөҙтүбән ергә ҡапланды.

32 Уға Раббы фәрештәһе былай тине: – Ниңә һин ишәгеңде инде өс тапҡыр туҡманың? Мин һине туҡтатырға тип сыҡтым, сөнки миңә был Раббы ихтыярынан тыш тотҡан юлың оҡшамай.

33 Ишәгең, мине күреп, өс тапҡыр тайшанды, әгәр ул минән тайшанмаһа, һине үлтерер, ә уны тере ҡалдырыр инем.

34 Билғам Раббы фәрештәһенә былай тине: – Гонаһлымын, юлымда мине туҡтатырға теләп һин торғанды белмәнем. Әгәр һин хуп күрмәйһең икән, кире ҡайтам.

35 Раббы фәрештәһе Билғамға былай тине: – Был кешеләр менән бар, тик мин һиңә нимә әйтәм, уларға шуны ғына һөйлә. Шулай итеп, Билғам Балаҡ башлыҡтары менән юлын дауам итте.

36 Билғам килгәнен ишетеп, Балаҡ Моавтың сигендә Арнон буйындағы бер ҡалаға уны ҡаршы алырға килде.

37 Балаҡ Билғамға: – Һине саҡырып, кешеләр ебәрмәнемме ни мин? Ниңә килмәнең? Һиңә лайыҡлы ҡәҙер-хөрмәт күрһәтә алмаҫ тинеңме әллә? – тине.

38 Билғам Балаҡка: – Бына бит, килдем, тик үҙемдән ни ҙә булһа әйтә аламмы ни инде? Алла телемә ни һалһа, шуны ғына һөйләрмен.

39 Билғам Балаҡ менән юлға сыҡты һәм Ҡыръяҫ-Хусоҫҡа килеп етте.

40 Балаҡ ҡорбан итеп үгеҙҙәр һәм һарыҡтар салдырҙы, Билғамға һәм уның менән булған вәзирҙәргә ит ебәртте.

41 Икенсе көндө иртән Балаҡ Билғамды эйәртте лә уны Бамоҫ-Бәғел ҡалҡыулығына алып менде. Бынан Исраил халҡының бер өлөшө күренә ине.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan