Иҫәп алыу 21 - Изге ЯҙмаҒарад батшаһын еңеү 1 Негевта йәшәгән ҡәнғәниҙәрҙең Ғарад төбәге батшаһы, исраилдарҙың Аҫарим юлынан килгәнен ишетеп, уларға һөжүм итте һәм бер нисәүһен әсиргә алды. 2 Исраилдар иһә Раббыға нәҙер әйтте: «Әгәр шул халыҡты беҙҙең ҡулыбыҙға бирһәң, уларҙың ҡалаларын харам ҡылып, тулыһынса юҡ итербеҙ», – тинеләр. 3 Раббы исраилдарҙы ишетте һәм Ҡәнғән халҡын уларға тапшырҙы. Исраилдар уларҙың үҙҙәрен дә, ҡалаларын да харам ҡылды. Шуға күрә был урын Хорма тип аталды. Баҡыр йылан 4 Һор тауынан улар, Эдомды урап үтергә тип, Ҡамышлы диңгеҙ буйлап китте. Юлда халыҡ түҙемлеген юғалта башланы. 5 Улар Аллаға һәм Мусаға ҡаршы һөйләнергә тотондо: – Беҙҙе ни өсөн Мысырҙан алып сыҡтығыҙ, сүллектә үлеп ҡалһындар типме? Бында ни икмәк, ни һыу юҡ, әлеге мөсһөҙ генә аҙығыбыҙ тамам бүктерҙе, – тинеләр. 6 Шул саҡ Раббы халыҡҡа ағыулы йыландар ебәрҙе. Исраилдар араһынан күптәрҙе йылан сағып үлтерҙе. 7 Халыҡ Мусаға килде: – Раббыға ла, һиңә лә ҡаршы телләшеп, гонаһ ҡылдыҡ беҙ. Раббынан ялбарып һора әле, Ул беҙҙән йыландарҙы алһын. Муса, халыҡ хаҡына доға ҡылып, Раббыға ялбарҙы. 8 Раббы Мусаға былай тине: – Үҙеңә йылан һыны яһап ал, уны оҙон бер таяҡҡа тағып ҡуй, сағылған әҙәм уға ҡараһа, тере ҡалыр. 9 Муса баҡыр йылан яһаны, уны таяҡҡа тағып ҡуйҙы һәм йыландан сағылыусылар, баҡыр йыланға ҡарап, тере ҡалды. Моавҡа юлланыу 10 Исраилдар бара-бара, Овоҫҡа килеп туҡтаны. 11 Овоҫтан китеп, Ғийе-Һағаваримда, Моавтың көнсығышындағы сүлдә сатыр ҡорҙолар. 12 Унан ары Зеред үҙәнендә туҡтанылар. 13 Ул урындан китеп, Арнон йылғаһы аръяғында, әмөриҙәр сигендә, урынлаштылар. Арнон Моав менән әмөриҙәр ере араһындағы сик буйлап аға ине. 14-15 Шуға ла Раббының Яуҙар китабында: «Суфалағы Уаһеб та, тарлауыҡтар ҙа, Арнон йылғаһы ла, Ғар ҡалаһына һырығып Моав сиктәренә һуҙылған һөҙәклектәр ҙә», – тип әйтелгән. 16 Бынан Беерға ҡарай киттеләр. Раббының Мусаға: «Халыҡты йый, уларға һыу бирермен», – тигән ҡоҙоғо бына ошо була инде. 17 Ул мәлдә исраилдар былай тип йырланы: «Эй ҡоҙоҡ, һыу менән тул! Ҡоҙоҡ хаҡында йырлағыҙ! 18 Һин – башлыҡтар ҡаҙған, Хөкөмдарлыҡ таяҡтары, юл таяҡтары менән Халыҡтың арҙаҡлылары ҡаҙған ҡоҙоҡ». Исраилар сүллектән Маттанаға йүнәлде, 19 Маттананан – Нахалиилға, Нахалиилдан – Бамоҫҡа, 20 Бамоҫтан Йешимон сүлендә ҡалҡып торған Писга тауына табан Моав ерендәге үҙәнлеккә юлландылар. Сихон батша менән Ғоғ батшаның еңелеүе 21-22 Исраилдар әмөриҙәр батшаһы Сихонға: – Беҙгә үҙ ереңдән үтеп китергә рөхсәт итһәң ине, баҫыуҙарыңа ла, йөҙөм баҡсаларыңа ла тайпылмабыҙ, ҡоҙоҡтарыңдан эсмәбеҙ, ерҙәреңде үткәнсе Батша юлынан ғына барырбыҙ, – тигән үтенес менән илселәрен ебәрҙе. 23 Сихон исраилдарға үҙ биләмәләре аша үтергә рөхсәт бирмәне, ғәскәрен йыйып уларға ҡаршы сүллеккә сыҡты ла Яһаста һөжүм итте. 24 Әммә исраилдар Сихон ғәскәрен еңде һәм Арнон йылғаһынан Яббоҡ йылғаһына, Ғаммон халҡы биләмәләренең сиктәренә тиклемге ерҙәрен тартып алды, ә ғаммондарҙың сиге бик нығытылған ине. 25 Исраилдар әмөриҙәрҙең барлыҡ ҡалаларын алды, Хешбонда һәм уның тирә-яғындағы ауылдарҙа урынлашты. 26 Хешбон әмөри батшаһы Сихондың ҡалаһы ине. Сихон, Моавтың элекке батшаһы менән һуғышып, уның Арнонға тиклемге бөтә ерҙәрен баҫып алғайны. 27 Шуға ла шағирҙар былай ти: «Хешбонға килегеҙ, Әйҙә яңынан төҙөлһөн, Сихондың ҡалаһы нығынһын. 28 Сөнки ут сыҡты Хешбондан, Ялҡын сыҡты Сихон ҡалаһынан, Моавтың Ғар ҡалаһын ялманы, Арнондағы табыныу ҡалҡыулыҡтарының Хужаларын ялмап юҡ итте. 29 Ҡайғы һиңә, Моав! Һәләк булдың, Кемошҡа табынған халыҡ! Тырым-тырағай ҡасты улдары, Ә ҡыҙҙары әсирлеккә төштө Әмөри батшаһы Сихонға. 30 Уларҙы беҙ уҡтан үткәрҙек. Хешбондан Дивонғаса һәләк булды барыһы. Медеваға, Нофахҡа тиклем ерҙәрен Беҙ бушлыҡҡа әйләндерҙек». 31 Шулай итеп, исраилдар әмөриҙәр ерендә төпләнде. 32 Муса Яғзер ҡалаһын ҡарап ҡайтырға тип кешеләрен ебәрҙе. Шунан исраилдар был ҡала менән тирә-яғындағы ауылдарҙы баҫып алдылар, унда йәшәгән әмөриҙәрҙе ҡыуҙылар. 33 Артабан исраилдар, бынан боролоп, Башанға бара торған юл менән китте. Башан батшаһы Ғоғ менән бөтә ғәскәре Әдрәғи ҡалаһы янында уларға ҡаршы һуғышырға сыҡты. 34 Раббы Мусаға: – Һин унан ҡурҡма, – тине, – сөнки Мин уны барлыҡ халҡы һәм ерҙәре менән ҡулыңа тапшырам. Әмөриҙәрҙең Хешбонда йәшәгән батшаһы Сихон менән ни ҡылдың, бында ла шулай эшләрһең. 35 Исраилдар Ғоғты, уның улдарын һәм бөтә ғәскәрен һуңғы кешеһенә тиклем ҡырып, ерҙәренә хужа булды. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia