Иҫәп алыу 2 - Изге ЯҙмаСатырҙарҙың урынлашыу тәртибе 1 Артабан Раббы Муса менән Һарунға былай тине: 2 – Исраилдар сатырҙарын үҙҙәренең байрағы һәм нәҫел тамғаһы аҫтында Осрашыу сатыры тирәләй бер ни тиклем алыҫлыҡта ҡорһон. 3 Йәһүҙә тупламы үҙенең байрағы аҫтында төркөм-төркөм булып Изге сатырҙан көнсығышта урынлашһын. Йәһүҙәләрҙең башлығы Ғамминадав улы Нахшон булһын. 4 Уның ғәскәрендә иҫәпкә ингәндәрҙең һаны – етмеш дүрт мең алты йөҙ кеше. 5 Улар янында Исасхар ырыуы туплам ҡорһон. Исасхарҙарҙың башлығы Суғар улы Неҫанил булһын. 6 Уның ғәскәрендә иҫәпкә алынғандарҙың һаны – илле дүрт мең дүрт йөҙ кеше. 7 Шунан Зевулун ырыуы урынлашһын. Уларҙың башлығы Хелон улы Әлиав булһын. 8 Уның ғәскәрендә иҫәпкә алынғандарҙың һаны – илле ете мең дүрт йөҙ кеше. 9 Йәһүҙә тупламына беркетелгән төркөмдәргә йәмғеһе йөҙ ҙә һикһән алты мең дүрт йөҙ кеше инә. Юлға улар беренсе булып ҡуҙғала. 10 Рәүвән тупламы үҙенең байрағы аҫтында төркөм-төркөм булып Изге сатырҙан көньяҡта урынлашһын. Уларҙың башлығы Шедеур улы Әлисур булһын. 11 Уның ғәскәрендә иҫәпкә алынғандарҙың һаны – ҡырҡ алты мең биш йөҙ кеше. 12 Рәүвәндәр эргәһенә Шимғон ырыуы туплам ҡорһон. Уның башлығы Суришаддай улы Шелумиил булһын. 13 Уның ғәскәрендә иҫәпкә алынғандарҙың һаны – илле туғыҙ мең өс йөҙ кеше. 14 Артабан – Ғад ырыуы. Ғадтарҙың башлығы Деғуил улы Әлъясаф булһын. 15 Уның ғәскәрендә иҫәпкә алынғандарҙың һаны – ҡырҡ биш мең алты йөҙ илле кеше. 16 Рәүвән тупламына беркетелгән төркөмдәргә йәмғеһе йөҙ ҙә илле бер мең дүрт йөҙ илле кеше инә. Юлға улар икенсе булып ҡуҙғала. 17 Юлға сыҡҡанда Осрашыу сатыры менән Леви ырыуы башҡа ырыуҙарҙың уртаһында булһын. Тупламда нисек урынлашҡан булһалар, юлда ла һәр ҡайһыһы үҙ урынында, үҙ байрағы аҫтында барһын. 18 Әфраим тупламы үҙенең байрағы аҫтында төркөм-төркөм булып Изге сатырҙан көнбайышта урынлашһын. Әфраимдарҙың башлығы Ғаммиһуд улы Әлишамағ булһын. 19 Уның ғәскәрендә иҫәпкә алынғандарҙың һаны – ҡырҡ мең биш йөҙ кеше. 20 Әфраимдар эргәһенә Менашше ырыуы туплам ҡорһон. Уның башлығы Педаһсур улы Гамлиил булһын. 21 Уның ғәскәрендә иҫәпкә алынғандарҙың һаны – утыҙ ике мең ике йөҙ кеше. 22 Артабан – Бинйәмин ырыуы. Бинйәминдәрҙең башлығы Ғидғони улы Авидан булһын. 23 Уның ғәскәрендә иҫәпкә алынғандарҙың һаны – утыҙ биш мең дүрт йөҙ кеше. 24 Әфраим тупламына беркетелгән төркөмдәргә йәмғеһе йөҙ ҙә һигеҙ мең бер йөҙ кеше инә. Юлға улар өсөнсө булып ҡуҙғала. 25 Дан тупламы үҙенең байрағы аҫтында төркөм-төркөм булып Изге сатырҙан төньяҡта урынлашһын. Уларҙың башлығы Ғаммишаддай улы Ахиғәзер булһын. 26 Уның ғәскәрендә иҫәпкә алынғандарҙың һаны – алтмыш ике мең ете йөҙ кеше. 27 Дандар эргәһенә Ашер ырыуы туплам ҡорһон. Уның башлығы – Ғохран улы Пағиил булһын. 28 Уның ғәскәрендә иҫәпкә алынғандарҙың һаны – ҡырҡ бер мең биш йөҙ кеше. 29 Артабан – Нафтали ырыуы. Нафталиҙарҙың башлығы Ғенан улы Ахирағ булһын. 30 Уның ғәскәрендә иҫәпкә алынғандарҙың һаны – илле өс мең дүрт йөҙ кеше. 31 Дан тупламына беркетелгән төркөмдәргә йәмғеһе йөҙ ҙә илле ете мең алты йөҙ кеше инә. Юлға улар иң һуңғы булып ҡуҙғала. 32 Шулай итеп, исраилдарҙы ғаиләләре буйынса иҫәпкә алыу һөҙөмтәһе: тупламдағы ғәскәрҙәрҙә йәмғеһе алты йөҙ өс мең биш йөҙ илле кеше булды. 33 Ә левиҙәр, Раббының Мусаға биргән бойороғона ярашлы, Исраил ырыуҙары менән бер иҫәпкә индерелмәне. 34 Исраилдар, Раббы Мусаға нисек бойорған булһа, шулай эшләне: улар үҙ байраҡтары аҫтында туплам булып торҙо һәм һәр ҡайһыһы үҙ нәҫел-нәсәбенә ярашлы үҙ ғаиләһе менән юлға сыҡты. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia