Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Иҫәп алыу 17 - Изге Яҙма


Һарун таяғының сәскә атыуы

1 Раббы Мусаға былай тине:

2 – Исраилдарға әйт, һәр ырыуҙың башлығы берәрҙән һиңә йәмғеһе ун ике таяҡ бирһен, һәр таяҡҡа башлыҡтың исемен яҙып ҡуй.

3 Левиҙең таяғына Һарундың исемен яҙ. Һәр ырыу башлығынан бер таяҡ бирелергә тейеш.

4 Таяҡтарҙы Осрашыу сатырындағы Мин һеҙҙең менән осраша торған Килешеү һандығы алдына ҡуй.

5 Кемде һайлаһам, шуның таяғы сәскә атыр. Мин Исраил халҡының һеҙгә һуҡраныуын шулай туҡтатырмын.

6 Муса был һүҙҙәрҙе исраилдарға еткерҙе, һәм ырыу башлыҡтарының һәр береһе биргән таяҡтан барлығы ун ике таяҡ йыйылды, Һарун таяғы ла шулар араһында ине.

7 Муса таяҡтарҙы Килешеү сатырына Раббы ҡаршыһына һалды.

8 Иртәгәһенә Муса Килешеү сатырына инһә, ни күрә: Һарундың таяғы – Леви нәҫеленең таяғы – бөрөләнеп, сәскә атҡан, шунан баҙам сәтләүеге өлгөргән!

9 Муса, бөтә таяҡтарҙы ла Раббы ҡаршыһынан алып, халыҡ алдына сыҡты. Быны һәммәһе лә күрҙе. Ырыу башлыҡтарынан һәр кем үҙ таяғын таратып алды.

10 Раббы Мусаға былай тине: – Һарундың таяғын, фетнәселдәргә билдә итеп, улар Миңә һуҡранып үлемгә дусар булмаһын өсөн, Килешеү һандығы алдына ҡабат һаҡлауға һал.

11 Муса шулай итте, Раббы нимә бойорһа, шуны эшләне.

12 Исраилдар Мусаға былай тине: – Бына, беҙ үләбеҙ, һәләк булабыҙ, барыбыҙ ҙа харап була!

13 Раббы сатырына яҡын килгән һәр кем үлә. Барыбыҙ ҙа үлеп бөтөрмө икән ни?

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan