Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Иҫәп алыу 14 - Изге Яҙма


Исраилдарҙың фетнәһе

1 Бөтөн йәмғиәт тауыш ҡуптарҙы һәм халыҡ төнө буйы илап сыҡты.

2 Исраилдар Муса менән Һарунға зарланды; бөтә йәмғиәт уларға: – Мысыр ерендә һәләк булһаҡ йә ошо сүллектә генә үлеп ҡалһаҡсы!

3 Ни өсөн Раббы беҙҙе ул ергә алып бара һуң, беҙ ҡылыстан ҡыйылһын тиме икән? Ҡатындарыбыҙ, балаларыбыҙ дошманға табыш булыр инде. Мысырға әйләнеп ҡайтыу яҡшыраҡ булмаҫмы икән?

4 Шунан бер-береһенә: – Үҙебеҙгә етәксе ҡуяйыҡ та Мысырға кире ҡайтайыҡ, – тип әйтә башланылар.

5 Муса менән Һарун йыйылған барлыҡ Исраил йәмғиәте алдында йөҙтүбән ергә ҡапланды.

6 Ерҙе ҡарап ҡайтҡандарҙан Нун улы Йушағ менән Йефунне улы Калев, өҫтөндәге кейемдәрен йыртҡыслай-йыртҡыслай,

7 Исраил халҡы йәмғиәтенә былай тине: – Беҙ ҡарап сыҡҡан ерҙәр ифрат яҡшы.

8 Әгәр Раббы беҙгә ҡарата миһырбанлы булһа, беҙҙе унда индерер, һөт һәм бал ағып ятҡан ул ерҙәрҙе беҙгә бирер.

9 Фәҡәт Раббыға ҡаршы баш күтәрмәгеҙ. Ул ерҙәрҙең халҡынан ҡурҡмағыҙ. Беҙ уларҙы икмәк кеүек ашап бөтөрәсәкбеҙ. Яҡлаусылары уларҙы ташлап китте, ә беҙҙең менән – Раббы. Уларҙан ҡурҡмағыҙ!

10 Бөтә йәмғиәт уларҙы таш менән бәргесләп үлтереүҙе талап итеп ярһыны. Әммә шул саҡ Раббының шөһрәте Осрашыу сатырында бөтә исраилдарға күренде.

11 Раббы Мусаға былай тине: – Был халыҡ тағы күпме Минең йәнемде талар? Араларында күрһәткән мөғжизәләргә шаһит була тороп та, ҡасанға тиклем ул Миңә ышанмаҫ?

12 Үләт ебәрермен Мин быларға, ҡырып һалырмын, ә һинән быларға ҡарағанда күберәк тә, көслөрәк тә халыҡ хасил итермен.

13 Ләкин Муса Раббыға былай тине: – Был хаҡта мысырҙар ишетер бит. Ә Һин был халыҡты күпме көс һалып уларҙың араһынан алып сыҡтың.

14 Улар был хаҡта Ҡәнғән ерендә йәшәгән халыҡҡа һөйләр. Йә Раббы, һинең был халыҡ араһында булыуыңды ла, Үҙең менән күрештереүеңде лә, ошо халыҡ өҫтөндә Һинең болотоң торғанын да, көндөҙ болот бағанаһы, ә төндә ут бағанаһы булып алдарынан барғаныңды ла ишетеп беләләр.

15 Әгәр Һин был халыҡты бер кешеһен дә ҡалдырмай юҡ итеп бөтһәң, ул сағында Һинең хаҡта ишеткән ҡәүемдәр әйтер:

16 «Раббы Үҙе ант менән вәғәҙә иткән еренә был халыҡты индерә алманы, шуға күрә уны сүллектә ҡырҙы», – тиер.

17 Инде бөйөк Хакимым көсөн күрһәтһен ине!

18 Һин Үҙең бит: «Раббы сикһеҙ түҙемле, оло мөхәббәтле, ғәйептәрҙе һәм енәйәттәрҙе ғәфү итеүсе, әммә язаһыҙ ҡалдырмаусы, ә аталарының ғәйебе өсөн балаларын өсөнсө-дүртенсе быуынға тиклем язалаусы», – тип әйткәйнең.

19 Мысырҙан ошонда еткәнсе был халыҡты нисек ғәфү итә килһәң, хәҙер ҙә Үҙеңдең бөйөк мөхәббәтең хаҡына уларҙың гонаһын ярлыҡа!

20 Раббы Мусаға былай тине: – Һинең үтенесең арҡаһында уларҙы ғәфү итәм.

21 Әммә барлығым һәм Раббының бөтә донъяны тултырасаҡ шөһрәте менән ант итәм:

22 шөһрәтемде, Минең Мысырҙа һәм сүллектә ҡылған мөғжизәләремде күреп тә, Мине ун тапҡыр һынаған, әйткәнемде тыңламаған әҙәмдәрҙең береһе лә

23 Мин аталарына ант итеп вәғәҙә биргән ерҙе күрмәҫ.

24 Ҡолом Калевты иһә, унда башҡа рух булғаны һәм дә бөтә булмышы менән Миңә эйәргәне өсөн, үҙе ҡарап ҡайтҡан ерҙәргә индерермен, ул ерҙәргә уның тоҡомо хужа булыр.

25 Ғәмәлектәр менән ҡәнғәниҙәр үҙәндә йәшәй. Шуға күрә иртәгә боролоғоҙ ҙа Ҡамышлы диңгеҙ юлынан сүллеккә китегеҙ.

26 Раббы Муса менән Һарунға былай тине:

27 – Ҡасанға тиклем был яуыздар йәмғиәте Миңә зарланыр? Мин бит Исраил халҡының нисек һуҡранғанын ишетәм.

28 Һин уларға әйт: «Барлығым менән ант итәм, һеҙ Минән көткән яуызлыҡтарҙы эшләрмен, – тип белдерә Раббы. –

29 Кәүҙәләрегеҙ ошо сүллектә ятып ҡалыр, егерме йәштән алып иҫәпкә ингән өлкәндәрҙең бөтөнөһө Миңә һуҡранған өсөн ошонда ҡалыр.

30 Мин ҡулымды күтәреп һеҙҙе йәшәтергә ант иткән ергә Йефунне улы Калев менән Нун улы Йушағтан башҡа бер кемде лә индермәм.

31 Ә бына „дошмандарға табыш булыр инде“ тигән балаларығыҙҙы Мин унда индерермен, һеҙ баш тартҡан ерҙәрҙе улар белер.

32 Ә һеҙгә килгәндә инде, кәүҙәләрегеҙ ошо сүллектә ятып ҡалыр.

33 Балаларығыҙ ҡырҡ йыл буйы сүллек гиҙер, Миңә хыянат иткәнегеҙ өсөн һеҙ үлеп бөткәнсе ғазапланыр.

34 Ул ерҙе ҡырҡ көн ҡарап йөрөнөгөҙ, бер көнгә бер йыл хисабынан гонаһтарығыҙ өсөн ҡырҡ йыл яза күрерһегеҙ. Минең һеҙҙән баш тартыуымдың ни икәнен шунда аңларһығыҙ.

35 Мин – Раббы, һәм Миңә ҡаршы фетнә күтәргән был яуыз йәмғиәткә нәҡ әйткәнемсә эшләрмен: ошо сүллектә улар бөтәһе лә һәләк буласаҡ һәм үлеп бөтәсәк».

36 Муса ер ҡарарға тип ебәргән, ҡайтып, бөтә йәмғиәтте насар хәбәрҙәре менән уға ҡаршы ҡотортҡан,

37 күргән ерҙәре хаҡында яман һүҙ таратҡан бөтә кешеләр үлде, Раббы ебәргән үләттән ҡырылып бөттө.

38 Ер ҡарарға барыусылар араһынан фәҡәт Нун улы Йушағ менән Йефунне улы Калев ҡына тере ҡалды.

39 Муса бөтә исраилдарға ошо һүҙҙәрҙе еткергәс, халыҡ бик ҡаты ҡайғыға ҡалды.

40 Иртәгәһенә таң менән тороп, таулы ил яғына киттеләр. Үҙҙәре: – Беҙ Раббы әйткән ул ергә барабыҙ. Беҙ гонаһ ҡылдыҡ, – тип һөйләнделәр.

41 Муса уларға: – Ниңә Раббы бойороғона ҡаршы сығаһығыҙ? Барыбер уңышҡа ирешә алмаясаҡһығыҙ.

42 Йөрөмәгеҙ, Раббы һеҙҙең менән түгел, шуға күрә дошмандарығыҙҙан еңеләсәкһегеҙ.

43 Унда ғәмәлектәр менән ҡәнғәниҙәр һеҙгә ҡаршы тора, һеҙҙе улар ҡылыстан үткәрер, сөнки һеҙ Раббынан тайшандығыҙ, арағыҙҙа Раббы булмаясаҡ, – тип тә ҡараны.

44 Ләкин улар барыбер таулы илгә барырға баҙнат итте. Ә Раббының Килешеү һандығы ла, Муса ла тупламда ҡалды.

45 Таулыҡта йәшәгән ғәмәлектәр менән ҡәнғәниҙәр уларға ҡаршы төшөп тар-мар итте һәм арттарынан Хормаға тиклем баҫтырып барҙы.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan