Иҫәп алыу 10 - Изге ЯҙмаКөмөш борғолар 1 Раббы Мусаға былай тине: 2 – Үҙеңә көмөштән сүкеп ике борғо яһап ал, улар һиңә йәмғиәтте йыйып, тупламдан алып сығыр өсөн кәрәк булыр. 3 Ике борғо ла ҡысҡыртһа, бөтә йәмғиәт һинең эргәңә, Осрашыу сатыры ауыҙына йыйылыр. 4 Бер генә борғо ҡысҡыртһа, эргәңә башлыҡтар, Исраил нәҫелдәре етәкселәре йыйылыр. 5 Борғо ҡуҙғалырға ауаз һалһа, көнсығышта туплам булып урынлашҡан ырыуҙар юлға сығыр. 6 Борғонан ҡуҙғалыу ауазы икенсе тапҡыр яңғыраһа, көньяҡта туплам булып урынлашҡан ырыуҙар юлға сығыр. Борғо юлға ҡуҙғалыу тураһында хәбәр итә. 7 Йыйын йыйырға кәрәккәндә лә борғо ҡысҡыртығыҙ, әммә ул ауаз хәүефле булмаһын. 8 Борғоларҙы Һарун нәҫеленән булған ҡаһиндар ҡысҡыртһын: был һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә булһын. 9 Дошман, ерегеҙгә килеп, һеҙгә һөжүм итһә, борғоларығыҙҙы хәүеф барлығын белгертеп ҡысҡыртығыҙ. Аллағыҙ Раббы һеҙҙе иҫенә төшөрөр, дошмандарығыҙҙан ҡотҡарыр. 10 Күңел асҡан көндәрегеҙҙә һәм байрамдарығыҙҙа, яңы ай тыуған көндәрҙә, тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандары килтергәндә борғо ҡысҡыртығыҙ – был Аллағыҙға үҙегеҙҙе иҫкә төшөрөү булыр. Мин – Раббы, һеҙҙең Аллағыҙ. Исраилдарҙың Синайҙан китеүе 11 Икенсе йылдың икенсе айының егерменсе көнөндә болот Килешеү сатырынан өҫкә күтәрелде. 12 Исраилдар Синай сүленән ҡуҙғалып китте һәм, бер урындан икенсе урынға күсә-күсә, юлдарын дауам итте. Болот Паран сүленә етеп туҡтаны. 13 Раббының Муса аша биргән бойороғо буйынса тәүге тапҡыр юлға сығыуҙары ине. 14 Иң тәүҙә үҙ байрағы аҫтында төркөм-төркөм булып Йәһүҙә ғәскәре ҡуҙғалды. Уның башында Ғамминадав улы Нахшон ине. 15 Исасхар ырыуының ғәскәре башында – Суғар улы Неҫанил, 16 Зевулун ырыуы ғәскәре башында Хелон улы Әлиав ине. 17 Изге сатыр йыйып алынды, уны йөрөтөүсе Гершон улдары менән Мерари улдары, сатырҙы күтәреп, юлға ҡуҙғалды. 18 Шунан үҙ байрағы аҫтында төркөм-төркөм булып Рәүвән ғәскәре ҡуҙғалды. Ғәскәр башында Шедеур улы Әлисур ине. 19 Шимғон ырыуы ғәскәре башында Суришаддай улы Шелумиил ине. 20 Ғад ырыуы ғәскәре башында Деғуил улы Әлъясаф ине. 21 Шунан изге әйберҙәрҙе йөрөтөүсе Ҡыһаҫ улдары ҡуҙғалды. Улар яңы урынға килеп еткәндә, Изге сатыр ҡороп ҡуйылған булырға тейеш ине. 22 Артабан үҙ байрағы аҫтында төркөм-төркөм булып Әфраим ғәскәре ҡуҙғалды. Ғәскәрҙең башында Ғаммиһуд улы Әлишамағ ине. 23 Менашше ырыуы ғәскәренең башында Педаһсур улы Гамлиил ине. 24 Бинйәмин ырыуы ғәскәре башында Ғидғони улы Авидан ине. 25 Иң һуңынан үҙ байрағы аҫтында төркөм-төркөм булып Дан ғәскәре юлға сыҡты. Уларҙың ғәскәре башында Ғаммишаддай улы Ахиғәзер тора ине. 26 Ашер ырыуы ғәскәре башында – Ғохран улы Пағиил, 27 Нафтали ырыуы ғәскәре башында Ғенан улы Ахирағ ине. 28 Төркөмдәргә бүленгән исраилдарҙың юлға сығыу тәртибе ошолай ине. 29 Муса Мидйәндән ҡайныһы Реғуилдың улы Ховавҡа: – Беҙ Раббы «һеҙгә бирәм» тип вәғәҙә иткән ергә китеп барабыҙ, – тине. – Әйҙә беҙҙең менән, беҙ һиңә ҡарата яҡшы булырбыҙ, сөнки Раббы исраилдарға күп яҡшылыҡтар вәғәҙә итте. 30 Ләкин Ховав: – Мин үҙ еремә, халҡыма ҡайтам, – тип баш тартты. 31 Муса иһә былай тине: – Беҙҙе ҡалдырмаһаң ине, сөнки һин сүллектә ҡайҙа туҡтарға һәм туплам ҡорорға беләһең, беҙгә күҙ-ҡолаҡ булыр инең. 32 Әгәр беҙҙең менән барһаң, Раббы беҙгә ҡылған игелекте һинең менән уртаҡлашырбыҙ. 33 Исраилдар Раббы тауынан ҡуҙғалып, өс көнлөк юлға сыҡты. Өс көнөндә лә Раббының Килешеү һандығы уларға туҡталыр урын күрһәтер өсөн алдарынан барҙы. 34 Туҡталған урындарынан ҡуҙғалған ваҡытта Раббының болото көндөҙҙәрен уларҙың өҫтөндә булды. 35 Һандыҡ юлға ҡуҙғалған һайын Муса былай тиер булды: – Эй Раббым, ҡалҡ! Дошмандарың тырым-тырағай таралһын, Һине күрә алмағандар алдыңдан ҡасып бөтһөн! 36 Һандыҡ туҡталғанда иһә: – Эй Раббым, ҡайт! Исраилдың Меңдәрсә үә меңдәрсә Халҡы эргәһенә ҡайт! – тиер ине. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia